+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль , 15:23

Шатлыҡ йәштәре

Ауылдаштар байрамының иң ҡыҙған мәле. Сәхнәлә ауыл һәүәҫкәрҙәре концертынан һуң йыр-бейеү конкурстары башланды. Һәр ғаилә йылға буйындағы ҡыуаҡлыҡтар буйлап үҙенә туҡталыш тапҡан. Самауырҙар ҡайнай, ҡаҙандарҙа аш бешә. Аллы-гөллө кейенгән кешеләрҙән байрам яланы гөл-сәскәгә күмелгән кеүек.

Шатлыҡ йәштәре
Шатлыҡ йәштәре

    Бөгөн концертта Йәнбикә лә йырланы. Йырға һөйөү бала саҡтан бирелгән уға. Мәктәптә бер сара ла унһыҙ үтмәне. Уҡыу яғы артыҡ маҡтарлыҡ булмаһа ла, ҡыҙҙы хөрмәт итеп: «Беҙҙең Фәриҙә Ҡудашева», - тип ебәрерҙәр ине. Бөгөнгө сығышы оҡшап етмәне уға. Тауышы ҡалтыранып сыҡҡандай тойолдо. Үҙен әрләп тә алды. Инде етмешкә етеп барғанда, нимәгә инде йәштәр һымаҡ остандап йөрөргә уға?  Халыҡ алҡышлап, йылы ҡабул итһә лә, тыныслана алманы. «Олоғайып барыу ошолор инде», - тигән һығымтаға килде. Көнө буйы ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында йөрөп, арыуы ла еткәндер, яйлап ҡайтыу яғына ыңғайланы.

Күл ҡарап оҙатты

Торналар китеүен...

    Йәш саҡтан яратып йырлаған йырын икенсе кешенән ишеткәндәй хисләнеп, һәлмәк баҫып юлын дауам итте.  Хәҙер инде был ретро йырҙарҙың береһе ине.

    Ҡайтып аш бешерергә ҡуйыр, кискә улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре өйгә йыйыласаҡ. Алыҫтан килгән ҡунаҡтар юҡ, үҙҙәренсә генә байрамды дауам итерҙәр.

    Күптән күрешмәгән ауылдаштарын, класташтарын күреп һөйләшһә лә, күңеле китек  ине Йәнбикәнең. Күмәк кеше араһында парһыҙ йөрөүенә лә эсе боша. Мәрхүм Миҙәте күҙ алдына баҫа. Хәйер, һөйөп-һөйөлөп ун йыл ғына йәшәп ҡалған ирен бер ҡасан да, бер генә минутҡа ла иҫенән сығарғаны юҡ.

   ...Йәнбикә, тубыҡ бөгәренә тиклем төшөп торған оҙон сәстәрен икенән ярып үрҙе лә, өй йыйыштырырға кереште. Эйе, әсәһе яңынан эш ҡушмаҫ борон сығып китергә кәрәк уға. Кисә һүҙ ҡуйышҡанса, сәғәт өстә йылға буйында Миҙәте көтә. Миҙәт – күрше ауыл егете. Былтыр Йәнбикә һигеҙ класты тамамлап, йәйләүҙә һыйыр һауған саҡта танышты улар. Йылдан ашыу осрашып йөрөйҙәр. Ауылдары бер-береһенә яҡын. Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы был ике ауылды сауҡалыҡ ҡына айырып тора.

    Йәнбикә сауҡалыҡҡа йүгерә-атлай килеп еткәндә, Миҙәт велосипедын ҡайынға һөйәп, тәмәке көйрәтә ине.

    - Йәнбикәм!

    - Миҙәт!

    Көн дә тиерлек күрешеп торалар улар. Киске уйын ваҡытын көтөп еткерә алмайҙар. Әле Йәнбикә йәйләүҙән биш көнгә ялға ҡайтҡан. Ауылдан ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы Ирәндек итәгендәге йәйләүҙә һыйыр һауа ул. Башта ауыр һымаҡ булһа ла, эшкә яйлап өйрәнде. Ҡышҡы айҙарҙа ауырға тура килә шул уға. Яңғыҙы егерменән ашыу һыйырҙы ҡул менән һауа, аҫтарын таҙарта. Ә йәйләүҙә эш күпкә еңел. Коллектив татыу, йәштәр күп. Көндә киске уйынға яҡын ауылдарҙан йәштәр йыйыла. Аҙнаһына ике тапҡыр машина менән һатыу кәрәк-ярағы алып килеп китәләр. Агитбригада концерттары үтеп тора. Кәрәк саҡта ялға ла ҡайтып килергә мөмкин.

    Йәйләүгә күскәс тә, Әсмә әхирәтен йылан сағып, Йәнбикә айҙан ашыу ялға ҡайта алманы. Миҙәт аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Эңер төшөп, эш бөтөр-бөтмәҫтән килеп етә йәйләүгә. Быйыл ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ветеринар дипломын алды. Йәнбикәнән өс йәшкә оло ул. Хәрби хеҙмәткә алмаһалар, көҙгә эш башлаясаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырмаҫ борон өйләнеп китергә тип тә уйлап ҡуя. Улай тиһәң, Йәнбикәгә ун һигеҙ йәш тулмаған...

    Йәнбикәне әсәһе ен яғы килеп ҡаршы алды. Йәш сағынан тол ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған әсәһе ҡырыҫ, уҫал ҡатын.

    - Бер ялға ҡайтҡанда өй эштәре менән булышып ҡына ултырмайһың. Ана, һөт ҡаҙаны ла йыуылмаған, - тип екерҙе. - Олатайың: «Һоратһалар, бирәйек»,- тине. Оятҡа ҡалмаҫ борон сыҡ кейәүгә. Балаға уҙып ҡуйма, сәсеңде йолҡҡослап, өйҙән ҡыуып сығарырмын. Ишетһен ҡолағың.

    - Ҡуй, әсәй, яҡты һөйләмә, тыныслан. Ниңә ауырға ҡалайым инде, - тине ҡурҡып ҡына.

    Әсәһе һаман ярһыны.

    - Өләсәйең 14 йәшендә, мин атайыңа 16 йәшемдә барҙым. Әйҙә, һуҙып йөрөмәгеҙ, ниндәй хәлдә  ҡайтыуың өсөн борсолоп, ут йотоп ултыраһым юҡ. Әйттем - бөттө!

    Үҙе шарт-шорт баҫып урамға сығып китте.

    Миҙәт менән Йәнбикә шул көҙҙә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Никахтан һуң Миҙәтте хәрби сафҡа саҡырттылар. Йәнбикә һөйгәнен ҡәйнә йортонда оҙатып ҡалды. Ҡәйнәһе, Фәхри әбей, әсәһенән дә уҫалыраҡ, ҡырыҫ, һауалы ҡатын. Йәнбикә уның ҡарашынан ҡурҡып торҙо. «Өйҙә саң булмаһын, тыным ҡыҫыла», - тип ҡәйнәһе гөл япраҡтарының саңын көн дә һөртөп торорға ҡуша. Былай ҙа эш етәрлек уға, һарай тулы мал. Миҙәттән хат килеп тора. Эштән бушаған арала, Йәнбикә үҙе лә яуап яҙа һала.

    Ҡәйнәһе ҡыҙыҡ инде. Күршеһе Ғәлиә еңгәйҙән бал итәкле яңы күлдәк тектереп кейһә, бер нисә көн күтәренке кәйеф менән йөрөй. Юҡ йомошто бар итеп урам буйлап йөрөп килә.

    Шулай бер йыл үтеп китте. Миҙәт бер айға ялға ҡайтты. Форсаттан файҙаланып, ЗАГС-ҡа тороп, туй мәжлесе яһанылар. Ә Миҙәт хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға, Йәнбикә өс айлыҡ улы менән ҡаршы алды.

    Әсәһенең мыжыҡ, уҫал, артыҡ талапсан икәнлеген аңлаған Миҙәт Йәнбикәһен йәлләй ине. Киләһе йыл күрше совхозға күсергә ҡарар иттеләр. Йыйған аҡсаларын теүәлләп, туйға төшкән аҡсаны ҡушып, «Минск» мотоциклы алдылар. Яңы ғаиләгә эшкә урынлашҡанда ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Йәнбикә бүлмәне бөхтә, матур тотто. Аш-һыуға оҫта, таҙа, өлгөр хужабикәгә был тормош ожмахтай тойолдо. Иң мөһиме: мыжып ултырған ҡәйнә юҡ. Балаһы йоҡлаған арала тиҙ генә эшен бөтөрә һала, ашарға әҙерләй, баланың йүргәктәрен йыуа. Төндә лә тыныс Милләте. Балаһына йәш тулыуға, улын балалар баҡсаһына урынлаштырып, эшкә сыҡты.

    Миҙәттең эш хаҡы һәйбәт. Тормоштары ыңғай ғына алға тәгәрәй. Татыу, матур йәшәйҙәр. Милләткә өс йәш тигәндә Йәнбикә тупылдатып тағы ла бер малай тапҡас, ике бүлмәле фатирға күстеләр. Миҙәт кәләшен ҡәҙерләп кенә торҙо. Йәүҙәт тыуғас, атай кеше атлап түгел, осоп йөрөнө. «Әсәһе, инде ҡыҙ тапһаң, донъябыҙ түп-түңәрәк буласаҡ», - тип хыялланды.

     Байрамдарҙа ла артыҡ сығып йөрөмәнеләр. Әҙ генә ҡыҙмаса булып алған Миҙәт яратҡан йырын башлай:

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун алһаң,

Хаҡ ҡынаһын үҙем түләрмен...

    Уға Йәнбикә ҡушыла:

Күл ҡарап оҙатты

Торналар китеүен...

    Көндәр көҙгә тартым. Ҡайындарға тимгел-тимгел көҙ һарыһы төшә башлаған мәл. Бөгөн ял. Миҙәт килергә тейеш. Йәүҙәт йәй буйы әсәһе янында йәйләүҙә була, ә Милләте атаһы янында ҡала. Әле ул өләсәһендә ҡунаҡта. Уҡыу башланмаҫ элек, тип алып ҡайттылар. Атаһына оҡшап эшкә йылғыр малай. Кис мал алып ҡайта, еңел-елпе йомошҡа йүгерә.

    Миҙәт килеүгә Йәнбикә ҡоймаҡ ҡойҙо, һөт айыртты. Ире яратҡанса утҡа өтөп, картуф бешерҙе. Бер сумка аҙыҡ тейәп килеп төштө ул. Йәүҙәте ҡолас йәйеп ҡаршы йүгерҙе. Ашап-эсеп алғас, күмәкләп шишмә буйына төштөләр. Йырлашып, бер-береһен күреп туя алманылар. Кем уйлаһын ошо һуңғы күрешеүҙәре тип...

    Үткәндәрен иҫләп, тағы ла нығыраҡ эсе бошоп ҡайтып инде Йәнбикә. Ит һалды. Алдан әҙерләгән һыйҙарын өҫтәлгә теҙҙе. Эх, тип көрһөнөп, уйҙар тулҡынына батты.

    ...Йәнбикә ирен күңелле генә оҙатып ҡалды.

    Иртәнге һауынға ферма мөдире Ислам ағай ҙа килеп етте. Шунда уҡ Йәнбикә бүлмәһенә ҡарай атлай.

    - Йәнбикә, йыйын, минең менән ҡайтырһың. Миҙәт кисә ҡаялы түбәнән мотоциклы менән әйләнгән.

    - Уй, Аллам, хәле нисек? Әле ҡайҙа?

    - Балниста. Бесән ташыусылар күреп ҡалған. Хәле ауыр, башы ташҡа ныҡ бәрелгән, тиҙәр.

    Илай-илай юлға йыйынды Йәнбикә. Иҙрәп йоҡлаған улын саҡ уятып алды. Биш йәшлек Йәүҙәт әсәһенең ниңә илағанын аңламаны, әлбиттә. Иҫән генә булһын, иҫән генә булһын ҡәҙерле кешеһе.

    Юл ыңғайы малайҙы өләсәһендә ҡалдырып, район үҙәгенә килеп еткәндә, көн төшкә ауышҡан ине. Йәнбикә йөрәге өтөлөп, ҡалтыранып, илай ҙа илай ине: «Эй, Раббым, ярҙам ит, иҫән генә булып, һауығып китһен Миҙәтем».

    Больница. Ике сәғәт элек йән биргән Миҙәтте моргка сығарғандар. Миҙәте юҡ, ул үлгән, мәрхүм. Ҡатып ҡалды Йәнбикә... Һөйөп-һөйөлөп ун йыл ғына йәшәп ҡалдылар. Артабан нисек йәшәргә? Балалары менән ни булыр?

    ...Ҡырҡ йыл үткән был ваҡиғаға. Аҙ ғүмер түгел инде. Миҙәттең ҡырҡын уҡытҡанда, йылы яҡҡа ҡыйғаҡлап торналар осто. Күл генә түгел, Йәнбикә үҙе лә оҙатып тороп ҡалды торналарҙы. Шулар менән бергә Миҙәттең йәне лә осоп киткән кеүек тойолдо уға...

    Кеҫә телеофоны шылтыраны. Уянып киткәндәй булды. Милләт улы шылтырата ине.

    - Әсәй, табын әҙер булғас, Әхтәр дуҫымды ла алып ҡайтһам, көймәҫһеңме?

    - Алып ҡайт, балам, һый-хөрмәт етерлек, алып ҡайт. Оҙаҡламағыҙ.

    Август аҙағында ҡырҡ йыл тула инде яңғыҙ донъя көтөүенә. Бисәлеккә һоратыусылар  аҙ булмаһа ла, ҡабат тормошҡа сығыу тураһында уйламаны ул. Өлкәненә һигеҙ, бәләкәйенә биш йәш тулып, йәтим ҡалған улдарын йәлләне. Ҡатын-ҡыҙ нисек тә түҙер, өйрәнер, ә ир балаларҙы рәнйетеп, ҡыйырһытыуҙан ҡурҡты ул. Кемгә барһа ла, үҙ аталарын алмаштырмаясаҡ. 

    Яңғыҙы ике улын аяҡҡа баҫтырыу ҙа еңелдән булманы. Бер-бер артлы өләсәһе менән олатаһы донъя ҡуйғас, бигерәк ауырға тура килде. Олатаһының: «Малайҙарҙы үҫтереп, үҙҙәрен яҡлағандай йәшкә еткер инде, ҡыҙым. Яңынан тормош ҡороу бер ваҡытта ла һуң булмаҫ», - тигән һүҙҙәре гел яңғырап, ишетелеп торғандай булды.

    Тормош ауырлыҡтарын күп күрҙе инде. Алдынғы һауынсы булып, ҡайҙа барһа ла һүҙе үтеп, хөрмәтле  булды. Шулай ҙа донъя тигәне ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, саҡматаштай ҡатын яһаны. Ир-атҡа битараф булды. Яңынан кейәүгә сыҡһа, Миҙәтенә хыянат итер, һөйгәне уны ғәфү итмәҫ кеүек тойолдо. Мөхәббәтле яҙмыш насип итмәне шул уларға...

    Ҡыуанысҡа, малайҙар тәртипле булып үҫтеләр. Йорттағы барлыҡ эштәрҙе  башҡарып, фермаға әсәләре янына ярҙамға барып етерҙәр ине. Үҙ-ара татыу, бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар. Икеһе лә техникум тамамлап, өйләнеп, район үҙәгендә йәшәй.  Милләттең ике улы, бер ҡыҙы үҫеп килә. Йәүҙәттең ике улы бар. Килендәр ҙә шәп, Аллаға шөкөр.

    Кәйефе булмаһа ла, үҙен ҡулға алды Йәнбикә. Нимәгә һаман бошоноп ултырырға? Ауылдары матурайып, төҙөкләнеп ҡалды ошо байрам тип. Һәр кешенең йөҙөндә шатлыҡ, ҡыуаныс. Шулай шул, Аллаға шөкөр. Ошо етеш, яҡты тормошто күреп, балаларың менән бергә, шау-гөр килеп йәшәүе үҙе бәхет!

    Кискә Милләт ғаиләһе менән ҡайтып төштө.

    - Әсәй, Йәүҙәт класташтары менән китте, һуңғараҡ ҡайтырҙар, балалар ғына беҙҙең менән.

    - Ярай, ҡайтып етер. Әйҙәгеҙ, табын түренә.

     Йәнбикә ҡунаҡтар алдында өлтөрәп торҙо. Буҙа менән һыйланы. «Ҡурҡмай ғына эсегеҙ, ойотҡан менән әсетелгән буҙа ул. Хәүефе юҡ».
Ҡунаҡтарҙың күстәнәсе лә мул булды. Һәр береһе Йәнбикәгә рәхмәт әйтеп ҡотланы. Йәнбикәнең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. «Үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, иң ҙур бүләк шул. Татыу булығыҙ, йәшлек тиҙ генә үтә лә китә, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ», - тип һәр ҡотлауҙы йылы ҡабул итте.

    - Әсәй, Хөрмәт улың һиңә йыр бүләк тә әҙерләнгән. Әйҙә, тыңлайыҡ.

    Хөрмәт – иң оло ейәне. Быйыл педколледжды тамамланы. Олатаһына оҡшап һомғол, баһадир егет. Өҫтәл артынан тороп йыр башланы.

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун алһаң,

Хаҡ ҡынаһын үҙем түләрмен...

    Йәнбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Хөрмәт ейәненең был тиклем дә моңло тауышлы икәнлеген ишеткәне юҡ ине шул. Был көтөлмәгән бүләк шаңҡытты Йәнбикәне, күҙ йәштәрен тыя алманы. Ейәнсәре Яҙгөл генә: «Илама, өләсәй», - тип бәләкәй ҡулдары менән йәштәрен һөртә.  Йәнбикә илауынан уңайһыҙланып китте:

    - Ҡайғы-хәсрәт йәштәрем ағып бөткән инде, был – шатлыҡ йәштәре. Ысын шатлыҡ йәштәре.

    Күршеләр гармунға бейейҙәр, салют аталар. Байрам дауам итә, йәшәү дауам итә...

Сулпан Әҡсәнова.

 

Автор:
Читайте нас: