+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март , 15:41

Тормоштан алынған мәҙәктәр

Элек Мәғниткә ат менән йөрөгәндәр.

Тормоштан алынған мәҙәктәр
Тормоштан алынған мәҙәктәр

 Ҡайтышлай, бер ағай аэропортҡа һуғылған. Ауылдашы һирәк кенә Өфөгә осҡан самолётҡа анау тиклем сираттан билет ала алмай илай яҙып тора икән. Был хәлде ишеткән теге ыздарауай, әзмәүерҙәй башҡорт ире аэропортҡа килеп инә. Етмәһә, кейеп алған елде толобон да сисмәй, еңелсә «төшөрөп» алған ағай, теге сиратта торғандар алдына барып баҫа ла, мәрйәләрҙең күҙен аҡайтып, кассир ҡыҙға: « Мы горные, дикие, деревянные, атдай два билет!»-тип, билет алып, ауылдашына ярҙам итеп ебәрә. Анауындай «деревенский»беҙ тип әйтергә теләгән «деревянный» ирҙән ҡалайтып ҡурҡмаһындар инде, йәһәт кенә билетен бирә һалып ҡотолғандар барыһы ла. Аҙаҡтан теге ағай: «Мин аэропортҡа барһам, теге кассир ҡатын мине гелән танып, көлөп, иҫәнләшеп тора ул», -тиеп ғорурланып һөйләр булған.

 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: