+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март , 21:00

Тормоштан алынған мәҙәктәр

1950-се йылдарҙа педтехникум бөтөп, Үтәгәнгә уҡытырға бара Йосоп ағай Мамлеев.

Тормоштан алынған мәҙәктәр
Тормоштан алынған мәҙәктәр

Ялға йәйәүләп ҡайтып йөрөй. Ял көнө кире китә Үтәгәнгә. Ҡыш көнө һуңлап эңер төшөүгә яҡынлаша ауылға. Ней күҙе менән күрһен, алда юл уртаһында бүре ултыра икән.Сәстәре ҡурҡыштан үрә тора, тиҙ генә кеҫәһенән бәкеһен тартып сығара ағай. Ней алға, ней артҡа китергә түгел бит. Бүре лә ултыра бирә, ағай ҙа ҡыбырламай ҡатҡан икән. Бүре Йосоп ағайҙы йәлләйҙер күрәһең, юл биреп, китеп бара. Тағы ялға ҡайтып килә ағай, был булған ҡурҡыныс хәлде, алдында теге бүре ултырамы ней, ҡабаланып тороп,шәп-шәп итеп иптәштәренә һөйләп: «…бүренең кеҫәһенән бәкеһен тартып сығарҙым»,-тип ысҡындыра бит яңылыш ҡына. Бына шуны көтөп, әҙер генә ултырған иптәштәре- минең ағайҙар элеп алалар бит. Ул инде уларҙың яратҡан лаҡабына әйләнеп китә. Сит ҡалаларҙа йәшәгән ағайҙарым отпускыға ҡайтып төшһә(улар 3-әү ине), Йосоп ағайҙар ҙа 3-әү, бергә килә һалып етерҙәр ине лә, теге «бүре еҫәһенән бәкене нисек алғаныңды һөйләле Йосоп, тип, тағы шул ҡыҙыҡты көн оҙоно һөйләп көлөрҙәр ине. «…кеҫәһенә ҡулыңды тығып йылытып алдыңмы, әй? Эсе йөндөкәй генә инеме?Фәлән-фәсмәтан тип осһоҙ-ҡырыйһыҙ һорауҙар менән башын ҡатыралар. Йосоп ағай ҙа бирешмәй. Шулай ҙа көлә-көлә арып, көйөп ҡайтып китер ине лә, шул әҙере кире килеп, тағы ҡыҙыҡтарын дауам итерҙәр ине мәрхүмкәйҙәр. Йосоп ағай үҙе лә фантазияға шәп, өҫтәп һөйләп, һындарын ҡатырыр ине. Барыһы ла һуғыш йылы балалары булдылар, баласаҡтағы илап иҫкә алырлыҡ тормош ауырлыҡтарын көлкөгә әйләндереп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ ине уларҙың. Йәндәре йәннәттә булһын!

 

Мөнирә Кирәева, мәғариф ветераны.

Автор:
Читайте нас: