+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март , 13:00

Исемдәргә бәйле ҡыҙыҡтар

Бер ауылда Фәсхетдин һәм Дәүләт исемле бер тиҫтерҙәге ир-уҙамандар йәшәгән. 

Исемдәргә бәйле ҡыҙыҡтар
Исемдәргә бәйле ҡыҙыҡтар

Колхоз заманы. Улар икеһе лә тракторсы булып эшләйҙәр икән. "Һәнәк" журналының төп геройы булған Фәсхетдиндән Дәүләт әсе генә итеп көлмәксе булған. 

- Фәсхетдин, һине тағы гәзиткә яҙғандар бит. "Һәнәк" тең ниндәй битен асһаң да, Фәсхетдин дә Фәсхетдин, - ти икән.

Фәсхетдин дә оҙаҡ уйлап тормаған:

- Һине лә гел генә дәүләткә ит, дәүләткә һөт, тип яҙалар ҙа һа. Мин бер тип тә өндәшмәйем, - тип яуап ҡайтарған.

 

 

*                                       *                                *

Ошо уҡ ауылда йәшәгән, шулай уҡ колхозда тракторсы булып эшләгән Байрам Дәүләтбаевтың да исеменә бәйле ҡыҙыҡ тарихы бар. Төрлө байрамдарҙан алда  магазиндан эркелешеп барып халыҡ эсемлек алыр булған. Байрам апа ла һәр байрам алдынан һуҡранған: "Байрамға тиҙәр ҙә араҡы алалар, миңә береһе лә эсермәй", тиер булған. 

Заманында алдынғы тракторсылар булған, юморға бай, егәрле апа-ағайҙар - Дәүләт Абдрахманов, Фәсхетдин Ҡаһарманов, Байрам Дәүләтбаев ине улар. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөтәһе лә мәрхүм инде хәҙер. Йәндәре йәннәттә булһын!

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: