+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март , 09:40

Батырҙары менән данлы илем

Һәр быуын өлөшөнә төшкән хәрби хәрәкәттәр беҙгә яңы батырҙарын бирә. Тыныс тормошта ҡаҙаныш яулаһалар, шатлығы ҙурыраҡ булыр ине, әлбиттә, ә бына секунд һайын уттар янып, туптар шартлаған мәлдә үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ил именлеге өсөн ҡыйыу аҙымдарға барыусы ир-егеттәребеҙ айырыуса һоҡландыра. Яҡташыбыҙ Динир Ҡунафин тап шундайҙарҙың береһе.

Батырҙары менән данлы илем
Батырҙары менән данлы илем

Динир Раил улы Хәлил ауылында күп балалы ғаиләлә тәүге малай булып донъяға килә. Ғаилә хәлдәре буйынса Ҡунафиндар Ишбулды ауылына ҡайтып төпләнә. Һәм Динир урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһының 104-се училищеһында электромонтер һөнәрен үҙләштерә. 2011-2012 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында Ватан алдындағы изге бурысын үтәй. Аҙаҡ иһә Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй.

2018 йылда күңеле ҡушыуы буйынса Сыбаргүл ҡалаһында хәрби хеҙмәт үтеүгә өс йылға контракт төҙөй. Тәүҙә уҡсы, пулеметсы була. 2021 йылда Елань ҡалаһына барып, танк командирына хәрби уҡыуҙар үтә. 90-сы гвардия танк дивизияһының танк командиры булып хеҙмәт итә башлай.

— Еландән ноябрь айында ҡайттыҡ, шул мәлдәрҙә үк һуғышҡа әҙерлек көслө ине.  Украинала ла тыныс түгел, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың фашистарҙан атып үлтерелеүе хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. 2022 йылдың 23 ғинуарында беҙ эшелон менән Брянск яғына сығып киттек. Һәм 21 февраль батальон командиры урынбаҫарынан «Кем теләй — барығыҙ, кем теләмәй — юлға сыҡмағыҙ» тигән шылтыратыу булды. 20-21 йәшлек йәш егеттәрҙе ҡалдырҙыҡ та, 24 февраль Украина биләмәһенә индек, — тип һөйләй ул. 

Ошо уҡ йылдың 2 апрелендә Украинанан кире сығырға тигән фарман була һәм 19 апрель Донбаста дошманға ҡаршы ҡаты һөжүм башлана. Яңы ғына танк командиры һөнәрен үҙләштергән егет һис тә һынатмай. Белгес танктың ҡоролошон, уның тактик-техник характеристикаларын һәм хәрби мөмкинлектәрен яҡшы белә, механик-водитель, тоҫҡаусы-оператор менән оҫта етәкселек итә. Техниканың етешһеҙлектәрен бөтөрөү өҫтөндә даими эшләй.  Бер үк ваҡытта бер нисә объектты күҙәтергә һәм башҡа эштәрҙе башҡарырға тура килә уға. Динир Раил улы етәкләгән танктың оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә улар барлыҡ штурмдарҙан яраланмайынса, иҫән килеш сығалар. Ике ҙур ҡаланы һәм алты ваҡ тораҡ пунктты алыуҙа ҡатнаша улар.

— Һуғыш  контракт менән хеҙмәт иткәндәге хәрби күнекмәләрҙән айырыла. Дошман яңы техника ҡулланыу сәбәпле, тиҙ арала яңы технологиялар менән эш итеүҙе үҙләштерергә кәрәк булды, — ти «Скорпион» позывнойлы сержант. — Минең танкта водитель урыҫ һәм тоҫҡаусы егет черкес милләтенән ине. Уларҙың һәр береһенең үҙ тәжрибәһе, үҙ холҡо. Әммә беҙҙе бер ҙур маҡсат берләштерҙе — еңеүҙе яҡынайтыу. Беҙ егеттәр менән бер туған, бер команда булып йәшәнек. Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы аңланыҡ һәм уларҙы теүәл үтәнек, сөнки беҙҙә Ватанды һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Бөгөн дә улар менән аралашып торам, черкес егете әле лә Украинала.

Яҡташыбыҙ 2022 йылдың 10 авгусына тиклем алғы һыҙыҡта алыша. Контракттың мөҙҙәте үткәс, тыуған яғына ҡайта. Бөгөн ул Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләүен дауам итә. «Боевое братство» ойошмаһы ағзаһы. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау ебәреүҙә ихлас ярҙам итә.

Динир Раил улы  Украинала барған бәрелештәрҙә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалдары менән наградланған. Күптән түгел уға район хакимиәтендә Рәсәйҙең Юғары Баш командующийы Владимир Путиндың Рәхмәт хатын тапшырғандар.

— Һәр бер һалдатҡа һуғышта булыу — ҙур һынау. Сөнки ут эсендә йөрөгәндән һуң тыныс тормоштоң ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайһың. Эргә-тирәләге һине уратҡан кешеләрҙең ысын йөҙөн күрәһең һәм уларға ҡарата мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Әле мин өйҙә, әммә күңелем һәм йөрәгем менән һәр ваҡыт хеҙмәттәштәрем янында, — тип һөйләй Д. Ҡунафин.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: