-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март , 08:42

Бөгөн - таксистар көнө

Такси водителе – хәҙерге заманда киң таралған һөнәрҙәрҙең береһе. Уларҙың күп булыуҙарына ҡарамаҫтан, таксистар барыбер етешмәй, сөнки, статистика буйынса, уларҙың 90 проценты нормаһынан күберәк эшләй.  

Бөгөн - таксистар көнө
Бөгөн - таксистар көнө

Һөнәр һайлағанда күпселек ауыл малайҙары шофер, машина йөрөтөүсе булам, тип хыяллана. Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалған Диниәр Дәүләтшинға бала сағынан уҡ техника ене ҡағыла.

Диниәр Ғәҙелша улы тыуған ауылы Ҡусҡарҙағы мәктәпте тамамлағандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында белем ала. Аҙаҡ Ватан алдындағы бурысын Әрмәнстандың мотоуҡсылар хәрби часында үтәп ҡайта.

-Әрменән һуң Баймаҡ филиалының ДСУ – 3 ойошмаһында водитель булып эшләй башланым. Аҙаҡ ул ДРСУ-ға әйләнде, унда 21 йыл шофер булдым. “Сельхозхимия”ла йөрөнөм, штаттар ҡыҫҡартылыу сәбәпле, ХСМУ-ға күстем. Ҡайҙа йөрөһәм дә, эшләһәм дә, техниканы яраттым һәм машинамды үҙемдең тоғро юлдашым итеп тоя инем, - тип бәйән итте үҙҙе тураһында Д. Дәүләтшин.

Хаҡлы ялға сығыр алдынан район үҙәк дауаханыһының “Ашығыс ярҙам” машинаһында йөрөй. Бөгөн дә Диниәр Ғәҙелша улы өйҙә ҡул ҡаушырып ятмай – район үҙәгендә урынлашҡан “Курорт” таксиһының даими водителе. 73 йәштә лә үҙ эшенә яуаплы ҡараған Д. Дәүләтшин юлда иғтибарлы, машинаһын да һәр саҡ бөхтә тота, йыуылған була.

Аҙ һүҙле Диниәр Ғәҙелша улы: “Машинала йөрөргә яратам, водитель булыу оҡшай”, - тип кенә яуап бирҙе. Шулайҙыр, үҙе бала сағынан һайлаған һөнәр бит ул. Яратмаһа, ғүмере буйы шофер булып эшләр ҙә хаҡлы ялда ла тынғы белмәй руль артына ултырыр инеме икән!? Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, етәкселек тарафынан гел маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ ул геройыбыҙ.

Барлыҡ такси хеҙмәтен үтәүсе водителдәрҙе байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Юлдарығыҙ уң булһын, һәр ваҡыт изге кешеләр генә тап булһын!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: