- Сеү! Ни булды? - тип һораған еңгәләренә Хәфизә: “Нимә белмәмеш булып торған булаһығыҙ? Рәхмәй һеҙҙе нисә һум аҡсаға һатып алды. Күмәкләшеп, кәңәшләшеп мине ошо көнгә ҡалдырҙығыҙмы?” - тип оторо ярһып иларға тотондо. Шул саҡта ғына ҡатындар кейәү егетенә иғтибар итте. Бынағайыш. Кейәү булаһы Əхмәй урынына ҡуҡырайып, аҫтыртын йылмайып Рәхмәй ултыра лаһа. Хәҙер инде ике еңгәһе ҡурҡыштарынан саҡ иҫтән яҙмай.
- Һин нишләп бында? Ҡайҙа иттең Əхмәдулланы? Əллә үлтереп берәй ергә тыҡтыңмы? - тип бөрөп алалар. Ярһыған еңгәләренә Рәхмәтулла: Тынысланығыҙ! Һеҙҙең кейәүегеҙ мин булам. Хәфизә миңә күңел һалмағас әҙерәк хәйлә ҡорорға мәжбүр булдыҡ инде. Рәхмәйгә нимә булһын. Төнгө мажаранан һуң өйөндә йән белмәй йоҡлайҙыр.
- Бына бер хәсрәт, хәҙер беҙ ҡыҙҙың ата-әсәһенә нимә тип әйтәбеҙ инде? - тип ике ҡатын аптырашып сығып китә.
Был хәл бал эсеп гөжләп ултырған ҡоҙаларҙың ҡолағына төшкәс, егет яғы, ҡыҙҙы ғәйепләп, биргән мәһәрҙәрен кире алып сәсрәп-туҙынып ҡайтып китә. Уларҙың эҙе һыуыныуға Рәхмәтулланың ата-әсәһенән яусы килә. Егет алдан ағаларын аңғартып ҡуйған икән. Нишләһендәр. Ике яҡтың да туғандары кәңәшләшеп никахты яңырталар. Эш үткән. Хәҙер сығынлап тәртәгә тибеүҙән файҙа юҡ. Был хәл бәләкәй генә ауылды ҡаҙан урынына ҡайната. Берәүҙәр ҡыҙҙы ғәйепләһә, икенселәре ике егетте эттән алып – эткә һалып һүгә. Кәләш әйттереп, ҡыҙ биреү борондан ҡалған йола буйынса барыр ине лә, Хәфизәнең күңеле Рәхмәйгә бер ҙә генә ятмай шул.
Орсоҡтай ғына ыҡсым кәүҙәле ҡыҙға егет күҙ атып та, һүҙ ҡатып та ҡарай, тик ҡыҙҙың ике күҙе Əхмәдулланан китмәй. Ə уныһының күңел һалған ҡыҙы күрше ауылда. Ҡуңыр йөҙө, яңы ғына бешеп өлгөргән сейә төҫлө көпкөрән ҡабарынҡы ирендәренән дә бигерәк егеттең үҙәген өҙгәне ҡыҙҙың оҙон керпекле ҙур ҡара күҙҙәре. Ошо күҙҙәр уны берсә утҡа, берсә һыуға һала.
- Их, яттарға ғына ҡалыр инде, - тип өҙгөләнә егет. Йөрәк яныуына түҙә алмай эс серен йән дуҫы Рәхмәйгә һөйләй. Иптәшен бәхетле итеү теләге менән янып ошо планды ҡора ла ине егеттәр. Рәхмәй кәләш ҡуйынына инһә лә, ҡыҙ уға һис ылығырға уйламай. Əйтерһең, энәле терпе инде. Нурлы йөҙө һурылып
бөтә донъяға әрнеү ҡатыш ғазап менән күҙҙәренән тынмай быҫҡаҡлаған көҙгө ямғыр ише күҙ йәштәре тамырға ғына тора. Был тиклем дә ғәрлеккә түҙә алмай әллә нисә тапҡыр Ҡыҙыл йылғаһының тәрән сөңгөлөнә ташланырға барҙы. Тик бөтәһе лә бушҡа ғына булды. Кәләшенән бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмаған ире был ниәтен дә бойомға ашырырға форсат бирмәне.
...Хәфизәнең үҙенә тыныс күңел менән ҡарамауын һиҙгән Əхмәй киске уйындан ҡайтҡанда шыпырт ҡына ҡыҙ артынан килеп: «Хәфизә, әгәр риза булһаң, мин һиңә яусы ебәрәйем тигәйнем», - тип хәбәр һала. Егетте оҡшатып йөрөгән ҡыҙ берниндәй ҙә хәүеф һиҙмәй ризалыҡ бирә. Егет ата-әсәһенәәйткәс, улары был уңған ҡыҙға йәһәтләп яусы ебәрә. Никах уҡылып йәштәрҙе ҡушырға аулаҡ өйгә алып еңгәләре ҡыҙҙы шаршау эсенә индереп ултыртҡас, ҡыҙҙың ике апайы ишектең ике яғынан аяҡ баҫҡыһы тотоп өйҙә йөрөгән ҡыҙҙың әсәһенә: «Инәй, кейәү инмәй», - тип ҡысҡыралар. Уныһы йола буйынса: «Ин, кейәү, ин! Бер һарыҡ», – тип әйтеп бөтөүгә алдан килешеү буйынса береһе килеп ҡыуыҡлы шәмде һүндереп китә. Ошо ҡарағылыҡтан файҙаланып, аяҡ баҫҡын йыртып Рәхмәй ҡыҙ янына шаршау эсенә йомола. Ул арала Əхмәй ҙә
эҙ һыуыта. Иртәнсәк тороп Хәфизә оялып ҡына кейәүенә күҙ һалһа, Əхмәй урынына Рәхмәйҙе күреп, иҫе үңгәләп ултыра төшә. Кейәүе был хәлде аңлатырға тырышһа ла, был тиклемгә аяуһыҙ алданыуҙы күтәрә алмаған ҡыҙ, күҙ йәштәренә быуылып бауһыҙ ҡолай. Ҡыҙ ҡушыуҙа яуаплы булған ике еңгәһе ошо мәлдә килеп инә лә инде. Шулай ҙа әлеге булған хәл юҡ юҡ та ирҙең йөрәген тырнап үкенес хистәре уятып ҡуя. Шулай ут йотоп йәшәп ятҡанда Хәфизә үҙенең бәпес көткәнен һиҙеп ҡала. Əллә инде тыуаһы сабый, әллә иренең эскерһеҙ мөхәббәте йәш ҡатынға күңел һиллеге бирә. Ул ваҡыт эсендә Əхмәй ҙә өйләнә. Ат эсерергә барғанда һыуға килгән Хәфизәнең йомороланып киткән һын-һыпатына күҙ һалған Əхмәдулла: «Ҡотлайым! Бәпес көтәһегеҙ икән», - ти. Йәш ҡатын бөтмәҫ нәфрәтуты менән көйҙөрә ҡарап: «Əйе, көтәбеҙ. Ə һин үҙ ғүмереңә бала төҫө күрмә!» - тип ғорур башын юғары сөйөп ҡайтып китә.Ғүмер үтә. Рәхмәтулла менән Хәфизә өй тулаһы балалар үҫтерә. Тик үкенескә күрә Əхмәдулла менән Асияның ғына өйөндә сабый тауышы яңғырамай. Олоғаймаҫ элек әле әллә нисә тапҡыр Хәфизәнән ризалыҡ һорап ҡараһа ла, аяуһыҙ рәүештә саф хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған иргә яуап биреп тормай ғорур ҡатын. Икәүҙән-икәү, бала төҫөн күрмәй йәшәп, Əхмәйҙең әбейе гүр эйәһе булып ҡала. Көтөр кешеһе булмаған бабай ҙа һуңғы һулышын ололар йортонда ала.
Рәхмәтулла менән Хәфизә олоғайғанса тиң ғүмер кисереп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бер-береһенән күп тә ҡалмай был донъянан үтә.
Хикәйәм тамам. Баһа биреүҙе уҡыусыларға ҡалдырам.
Бибиямал Йосопова.