Ах, был донъя. Бөтәһе лә нәфсеһенә хужа була белмәй хиресләнеп донъя ҡыуған йәмәғәтенән булды. Бер-бер кеше булһа,тирә-йүнгә ҡарап, фәһем алып, был донъяның фанилығын фаразлар ине. Юҡ шул, юҡ. Иренә тын алырға ла форсат бирмәй ат урынына ҡыуғанына ни әйттең дә бит. Яйы сыҡһа ла, сыҡмаһа ла әшнәләре менән йотҡоларға ла маһир, мәлғүн. Уның был ҡылығын яратмай бер ауыҙ ғына һүҙ әйтеп ҡара, ҡолаҡ ишетмәҫ әшәке һүҙҙәргә ҡойонороңдо көт тә тор. Хатта
балаларҙан да тартынмай. Аръяғын һин бел дә мин бел. Ошондай ҡатмарлы көндәрҙең береһендә, түңкәрелеп кенә китһен донъяһы, бер яҡҡа башты алып олағайым, тип ятты Хәлил. Дөм-ҡара төн ҡараңғылығына күҙҙәрен текләп, уй упҡынына сумған ир ошо көнгә тиклем йомарланған ғүмер йомғағын һүтә башланы. Ҡайҙа яңылыштым? Хатам ниҙә? Əсәһе менән тыныша алмағас, өй һалып башҡа сыҡтылар. Яҡын тирәлә урын булһа ла, донъя ҡорор нигеҙҙе ауылдың арғы осонан һайланы ҡатыны. Йәнәһе, ҡәйнә әйләнгән һайын барып ҡамасаулап йөрөмәһен. Ярар, әсәйем әле йәш, тип уға ла риза булды ир. Күпләп мал да көттө, ярайһы ғына эш хаҡы ла алды. Һәр хәлдә ғаиләһе мохтажлыҡ кисермәне. Тик бисәгә ул етмәй, был етмәй. Балалар ҙа, ир етеп, үҙаллы булып бөттө. Был яғына барына шөкөр итеп һәүетемсә йәшәп ята ине лә, булманы инде. Шул тиклем дә күңелде ҡалдырыр икән был ен бисә. Əйе, ен инде, ен. Ни өсөн тигәндә, был низғалар Хәлилдең иманға баҫыуынан башланды түгелме? Əйе, әйе. Уның биш ваҡыт намаҙ уҡыуын яратманы. “Кеше донъя көтә. Минең ир ҡомған һөйрәп, алдын-артын йыуып ҡырҡ туңҡайыуҙан бушамай”, тип йөҙ һүҙгә етә. Ирен кәмләп, хурлап, үҙенә тәм таба. Юҡһа, бер ҙә кешенән кәм йәшәмәйҙәр. Иманға баҫтым, тип донъяһына ҡул һелтәгәне юҡ Хәлилдең. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) әйткән бит: “Мәңге йәшәйем, тип йәшә. Иртәгә үләм, тип әҙерлән”, - шул ҡанунды тоторға тырышып ята ине лә... Булмаҫ, ахыры. Бер өй эсендә йәшәп, икеһе ике төрлө көн итеү тамам үҙәгенә үтте. Ашап-эсеү башҡа. Хатта (кеше ишетеп ҡалмаһын) нисәмә йыл түшәк тә бүлешкәндәре юҡ. Бер-береһенән ҡуйындары ғына
түгел, күңелдәре лә һыуынып бөттө. Балалар ҡул араһына инеүгә ҡатыны һатыусы булып эшкә сыҡты. Бынан һуң инде Хәлилде кешегә лә һанаманы ул. Шул мәлдә үк һарыуы ҡайнағайны ла бит... Үҙенең бала сағы етемлектә үткән ир атайһыҙ үҫеүҙең ни икәнен бик яҡшы белә. Шуға ла балаларын етем итергә теләмәне. Хәлил дә динһеҙ дәһри булып йәшәп ятыр ине лә, тик көтмәгәндә баш ҡазалары баҫты. Аталары йәшләй генә гүр эйәһе булғанда ыбыр-сыбыр алты бала өй тулып етем ҡалды. Ир етеп, үҙ тормоштарын көйләп һәүетемсә йәшәп ятҡанда берәүҙәре фажиғәле, икенселәре үҙ әжәлдәре менән, өсөнсөләре үҙенә сәбәп яһап, иллегә лә инмәй был донъянан үтеп киттеләр. Кинйәләре, бер Хәлил генә йәнен усына йомоп йөрөп ҡалды. Был тиклем дә ауыр ҡайғыларҙы күтәрә алмай әсәкәй генәһе лә баҡыйлыҡҡа күсте.
Уйлап-уйлап, уй осона сыға алмаған ир бер дин әһеленә барып хәлен һөйләне. Йәш ирҙең зарын тыңлап бөткәс: “Иманға баҫ. Үҙеңде лә, балаларыңды ла ҡотҡарам тиһәң, дин юлынан кит. Шунһыҙ был сылбырҙан ысҡыныу юлы юҡ һиңә”, - тип кәңәш бирҙе оло кеше. Хәлил бынан һуң эш араһында урын-еренә еткереп намаҙға өйрәнде. Аллаға шөкөр. Хаҡлы ялға ла имен һау килеп етте. Ышаныслы, ныҡлы аҙым менән иманға ла баҫты..
Əлхәмдүлилләһ. “Миңә инанған бәндәнең, теләһәм ғүмерен оҙонайтырмын”, - тигән вәғәҙәһе бар бит Хоҙайҙың. Тик йәшәйешенең тыныслығы ғына юҡ. “Ас бул – тыныс бул,” - тигәндәр ҙә бит боронғолар. Тик был бәхет Хәлилгә генә эләкмәне инде. Ҡатынының ҡырыҫ холҡо, ҡаты һүҙе Хәлилдең тәнен генә түгел, йөрәген дә туңдырып бөттө. Уйлап йөрөй-йөрөй ҙә аптырауға ҡала. Бала был донъяға ярты килеш тыуа икән. Ул үҙ яртыһын тапһа ғына бәхетле була, әгәр тапмаһа, ғүмер буйы, үҙҙәре лә
һиҙмәй, үҙ яртыһын эҙләп зарығалар икән. Күрәһең, беҙ бер бөтөн түгел. Ҡатыны, үҙе лә һиҙмәй, үҙ ишен эҙләп ҡаңғыралыр. Бына хикмәт. Улай булһа, Хәлилдең туңған йәнен иретерлек ярты йәне ҡайҙарҙа ғына зарығып йөрөй икән? Ҡырҡ төрлө һорауға яуап таба алмай ятҡан ир, үҙе лә һиҙмәй, ҡаты йоҡоға талды...
Имеш, ҡатыны менән нимәгәлер ыҙғышалар. Аждаһа ауыҙлы бисәһе ана йотам – бына йотам, тип етеп килә. Йәне алҡымына тығылған ир йәшенер урын тапмайүрһәләнә. Шул мәл өҫтөнә эре биҙәкле аҡ күлдәк кейгән Нурлыгөл көлөп йылмайып урталарынан үтеп китте. Бөтә булмышында еңеллек тойған Хәлил боролоп ҡараһа эргәһендә бер кем дә юҡ. Төшөнән иләмһеҙ булып уянған ир бер нәмә лә аңламай һеңгәҙәп бер килке ултырҙы. Уның кисәге ҡырылған кәйефенең эҙе лә ҡалмаған. Əйтерһең, уны таң атҡанса алмаштырып ҡуйғандар. Ҡараһа, намаҙ мәле еткән. Рәхәтләнеп, бер төрлө кинәнес менән тәһәрәт алып иртәнге намаҙына баҫты ир. Тик уныһы (бөгөнгө намаҙ бола булды тигәндәй) башҡа ваҡыттағы кеүек ихлас килеп сыҡманы. Уҡып ултыра, үҙ ихтыярынан тыш Нурлыгөлдө уйлап ултыра. Шайтан ҡоторта тип, “бисмиллаһ” итеп, һулаҡай яғына өс мәртәбә төкөрөп тә ҡараны... Булманы. Их, Нурлыгөл, Нурлыгөл. Үҙенән теүәл һигеҙ йәшкә өлкән балалыҡ мөхәббәте Нурлыгөл... Ғүмер буйы ихтирам итеп “апай” тип йөрөгән күрше ҡыҙы Нурлыгөл. Ни хәлдәргә тарыттың һин ир уҙаманы Хәлилде. Йөрәгендә янартау урғылттың бит. Был ғүмергә тиклем ул хистәр йөрәгенең ҡайһы ғына мөйөшөндә йәшенеп ятты икән? Ике ятып бер уйына инмәгән хәл. Ах, был донъя! Ете-һигеҙ йәшендә күрше ҡыҙына ғашиҡ булып, ашау-эсеүҙән, йоҡонан яҙып йөрөүҙәре әле килеп бөгөнгөләй иҫенә төштө. Нурлыгөлдөң ихтибарын йәлеп итер өсөн ҡыш булһа ҡар бәреү тиһеңме, йәй һыуҙан ҡайтҡанын кесерткән ышығында көтөп тороп биҙрәһенә тупраҡ һелтәүҙәреме, береһе лә ҡалманы. Ахыры, әсәһенән һорап, киске уйындарға сығып, уның эргәһендә
ҡағылып-һуғылып йөрөй башланы. Бөтәһе лә күрше ҡыҙының күҙенә салыныу өсөн булды. Тик ул ғына күрмәне шоморт ҡара күҙле йомро малайҙы. Сираттағы уйындарҙың береһендә сабырлығы бөткән апайы малайҙы елкәһенән бөрә тотоп: “Нимә, көн дә, төн дә бесәй балаһы кеүек аяҡ араһында уралаң? Бар, ҡайтып йоҡла!” - тип быжғыртып ҡайтарҙы. Ғәрлеге алҡымынан булып, быуһығып илап ҡайтҡан малайына әсәһе: “Нимә булды? Əйттем мин һиңә төнө менән йөрөмә тип. Тыңламай инең...” Малай уның һайын тыйыла алмай: “Нурлыгөл апай мине, бесәй балаһы тип, уйындан ҡыуып ҡайтарҙы. Əсәй, әйт әле, мин ҡасан ҙураям ул? Үҫһәм, Нурлыгөл апайҙы кәләш итеп алам, тип әйткәйнем дә инде. Үҙең миңә әпәйҙе аҙ ашатаң да шуға мин һаман бәләкәй. Етмәһә, бесәй балаһы, тине”, - тип тағы ла нығыраҡ илай башланы. Əсәһе, малайының башынан һыйпап: “Эй, балаҡайым, апай кеше бәләкәс малайға кәләш булмай шул”, - тип йыуатһа ла Хәлил: “Ҙурайһам, кәләш итеп барыбер Нурлыгөл апайҙы алам, үҙе нигә матур булған?! - тип үсегеп йоҡлап китте. Əсәһе лә был хәлгә аптырап бөттө. Ни өсөн тигәндә, Хәлил өс-дүрт йәшенән алып Нурлыгөл тип иҫе китә. Һаҡаумын тип тормай, ҡыҙыҡай урамдан үтһә, тәҙрәнән ҡарап: “Ҡасы ҡала, ҡасы ҡала, ҡасынан үҙе ҡала,” - тип һамаҡлап ҡала. Уны ҡыҙыҡ күреп: - Ҡасан Нурлыгөлдө кәләш итеп алаң? – тиһәләр. - Ике йылдан, - ти. Был әсә кешенең башына һыймай. Иҫ китерлек хәл.
Шул йылды ҡыш уҡ яңыраҡ ҡына әрмеләрҙән ҡайтҡан егет, моряк формаһын да һалмай, күрше ҡыҙҙы кәләш итеп алды. Алыу ғына түгел аҫҡы урамға, үҙҙәренә оҙатып алып та ҡайтты. Өҙгөләнеп-үрһәләнгән малайҙы ата-әсәһе: “Һин егет булыуға Нурлыгөл апайыңдан да һылыу ҡыҙҙар үҫер”, - тип йыуатты. Шулай итеп, кәләш урынына бер төркөм иптәштәре менән еҙнәй аҡсаһы алып ҡайтты малай.
Һүнмәҫ-һүрелмәҫ уттар булмай. Ул да онотто. Тик ундай ҙа саф, ундай ҙа ярһыу мөхәббәт хистәрен ҡабат бер ваҡытта ла кисермәне ул. Əйе, өйләнде. Был һөйөү булдымы икән? Юҡтыр. Туғандары димләгәнгә барып күргәйне, оҡшаны инде, йылмайып ҡына торған йәш ҡыҙ. Əсәһе лә, кәләш ал тип, ҡаҡылдап торғас риза булды. Бәлки, шул мәлдә ашыҡмаҫҡа кәрәк булғандыр. Ята-тора яңылышҡанын аңланы ла бит, тик һуң булды шул. Иң ғәжәбе лә шул. Быға тиклем дә Нурлыгөлдө күрмәй тү-
гел, күрә йөрөнө. Управ булғанда ла, зоотехник сағында ла фермала һауынсы булып эшләгән ҡатын менән юлдары һәр саҡ киҫешеп кенә торҙо. Əллә ул да Хәлилде оҡшатып йөрөй микән. Ире фажиғәле вафат булғас ике балаһы менән әсәһенә ҡайтып йәшәгән ҡатынды унан-бынан килеп яусылаһалар ҙа ҡабат тормошон яңыртманы. Əллә тәүге мөхәббәтен онота алманы, әллә тупылдап үҫеп килгән ике улын ҡыҙғанды. Малайҙары ҡул араһына инеүгә әсәһе лә гүр эйәһе булды. Төш күреп иләҫ-миләҫ килгән Хәлил Нурлыгөл менән яҡындан аралашырға булды. Улай үтһә лә, былай үтһә лә, юҡ сәбәпте бар итеп, һуғылып үтте. Барып яҡындан аралаша башлағас, был ҡатындың өр-яңы, ҡабатланмаҫ аҫыл яҡтарын күрҙе. Бик һирәк кешеләрҙә генә була торған эскерһеҙлеге, алсаҡлығы күҙгә бәрелеп тора. Əйтерһең, уны күрә алмай йөрөгән бер кем дә булмаған. Ғүмер юлы шып-шыма, тип-тигеҙ булған. Шул турала һүҙ ҡуҙғатҡас: “Дошмандарың барҙа йәшәүе күңелле. Улар үҙҙәре лә һиҙмәй һине тәртиптә тоторға өйрәтә. Ул бахырҙарҙың күбеһе гүр эйәһе булып бөттө. Уларһыҙ, донъя һанһыҙ, йәшәһендәр ине ошо көндә лә рәхәтләнеп. Кеше үлеп, ер ҡыуышы туламы?” - тип кенә ҡуйҙы. Хаҡ һүҙҙәр. Үҙ ихтыярынан тыш, Хәлил был ҡатын янына килгеһе килеп тик тора. Барып инһәң йәнгә рәхәтлек биреп өйөнән ҡот, үҙенән күҙгә күренмәҫ бер йылылыҡ бөркөлә. Ошо йылылыҡ Хәлилде арбай, ҡайҙа һуғылырға белмәй өҙгөләнгән йәненә тыныслыҡ бирә. Исмаһам, күңел ҡалдырғыс бер генә һыҙаты булһасы. Əллә яратҡаныңдың яманлығы күренмәй тигәндәре ошо буламы? Тормоштоң бөтә ауырлыҡтарына үс иткәндәй, йәшлек гүзәллеген юғалтмаған был ҡатын. Ыҡсым кәүҙәһе, ваҡыт елдәре лә уңдыра алмаған көп-көрән ирендәре Хәлилде аҡылын юйыр сиккә еткерә. Бөтә булмышынан көс, дәрт урғыла. Əйтерһең дә, яңы ғына ғашиҡ булған ун ете йәшлек егет. Хәлилдең мейеһен ятһа ла, торһа ла бер уй сүкей. Минең үҙенә булған балалыҡ мөхәббәтемде белә ине бит ул – оноттомо икән? Их, ул да мине яратһын ине. Ниндәй генә юлдар табып, күңел күлдәрен айҡайым икән? Хәлилдең был теләге уйламағанда тормошҡа ашты. Биш минутҡа ғына булһа ла инеп күреп сығайым тип барһа, Нурлыгөл йырлай-йырлай тәҙрәһенә селтәр элә.
Тәҙрәм төбө ҡаты бал,
Ашағың килһә, ватып ал,
Һөйөүҙәрең сындан булһа,
Хәлил, бәғрем, йән киҫәгем,
Тәҙерә үтә тартып ал.
Шул тиклем үҙ уйҙарына бирелеп йырлаған Нурлыгөл Хәлилдең инеп үҙ янында торғанын да һиҙмәне.
“Һөйөүҙәрем ысын Нурлыгөлөм!
Мин дә һин тип өҙөләм бит” - тип ҡапыл-ҡара албырғап ҡалған ҡатынды күтәреп алып ҡайнар ҡосағына ҡыҫты.Уйламаған ерҙән ҡуйынына килеп ингән бәхетенән илереп
һутлы ирендәренә үрелде. Ир ҡосағында иҫәңгерәп торған Нурлыгөл ҡапыл аңына килеп: “Ни ҡыланаң, Хәлил? Был Ғә-лиәбаныу йыры бит. Əллә аҡылдан яҙҙыңмы?” - тип үрһәләнде.
– Эйе, аҡылдан яҙҙым! Ғүмерем буйы һинән башҡа берәүҙе лә ошондай ҙа саф көслө һөйөү менән һөймәнем. Һин минең беренсе һәм һуңғы мөхәббәтем. Ятһам-торһам һин тип янам. Əгәр ҙә мине тиң күрһәң, йәшәр урын йүнләп, хәләлем итеп алыр инем.
Тәүге тетрәнеүҙәре үткән Нурлыгөл:
– Һин бит минең кеүек яңғыҙ түгел. Ниндәй генә булһа ла ҡатының, балаларыңдың әсәһе бар. Миңә кеше менән уртаҡ ир кәрәкмәй. Була икән, башкөллө үҙемдеке булһын. Булмай икән... Етмәһә, мин һинән нисә йәшкә өлкән әле? Оноттоңмо?
– Юҡ, онотманым. Һин кейәүгә сыҡҡас, минең ниҙәр кисергәнемде белмәйһең. Ул мәлдәр иҫкә төшһә, әле лә йөрәгем ҡыҫыла. Төн ҡараңғыһын да, көн яҡтыһын да күрмәҫ хәлгә еттем. Кешегә күрһәтмәй күпме күҙ йәштәре түктем һинең өсөн.. Əллә берәүҙән ишеттем, әллә үҙемдең яралы йөрәгемдең аһ-зары булдымы һәр ваҡыт:
Ҡара ҡырау һуғып үтте,
Иң аҫыл гөлдәремде.
Кеше белмәй хәлдәремде,
Ҡош белмәй телдәремде,
– тип йырлап йөрөй башланым. Һиңә бағышланған йырҙарым күп ине. Шул мәлдә атанылар ҙа инде мине “йырсы Хәлил” тип. Шулай ҙа һине оноторға көс таптым үҙемдә. Тик бына, олоғайғас, һине төшөмә индерҙе бит Хоҙай. Күрәһең, бушҡа түгел. Йән тыныслығы бирер ярты йәнең ошо тигәндер Аллам. Хәлилдең һөйләгәндәрен тыңлап ултырған Нурлыгөл:
– Мин ир ҡатыны булыр йәштән уҙғанмын. Һин ҡусты, мин апай булып ҡалайыҡ. Ҡаңғырып йөрөмә. Бар! Ҡайт үҙ донъяңа. Был яғына, апай тип килһәң генә, ишек асыҡ... Был минең һуңғы һүҙем.
Хәлил дә бирешергә теләмәне:
– Юҡ, инде. Һине күкрәгемә ҡыҫып, йөрәк тибешеңде тыңлап, ирендәреңдең тәмен татығас, һин апайға, мин ҡустыға әйләнә алмайбыҙ. Һин дә мине сит күрмәйһең бит. Мин быны бөтә йөрәгем менән тоям. Хәләлем булырға ризалығыңды бир. Ҡалған ғүмерем күпме булһа, шуны һинең менән бергә үткәрһәм, был донъянан үкенесһеҙ китер инем. – Өнһөҙ, тәрән уйға ҡалып торған Нурлыгөлдөң ҡулдарынан тотоп:
– Əйе, тип әйт тә ҡуй инде. Бөтә барлығымды нурға күмгән Нурлыгөлөм, туңған йөрәгемдә йәйғор булып балҡыған мөхәббәтем, зинһар, ризалығыңды бир. Мин һинән ыңғай яуап көтәм, – тип ныҡышты.
– Юҡ, Хәлил. Мин риза түгел. Олоғайған көнөмдә алдыбыҙҙа торған бихисап кәртәләрҙе аша атлап үтер көсөм юҡ минең. Шулай ҙа Ғайсамдан башҡа берәү ҙә мине саф мөхәббәт менән һөйөр, тип уйламағайным. Рәхмәт һиңә. Минең һиңә бер үпкәм дә юҡ. Минең – үҙ яҙмышым, һинең – үҙ яҙмышың. Бар, ҡайт! Ҡаңғырып йөрөмә, – тип оҙатып ҡалды.
Хәлил китте. Нурлыгөлдөң ошо ғүмергә ел-дауылдарға бирешмәй тыныс ҡына ятҡан күңел күлен сайҡалдырып ҡына ҡалманы, төбө-тамыры менән аҡтарып һалды. Ире менән таныштылар ҙа, ҡауыштылар. Яңы ғына әрменән ҡайтҡан егет моряк формаһын да һалмай киске уйынға сыҡты. (Элек егеттәр, әрменән ҡайтҡас, һалдат кейемендә маҡтанып, ғорурланып бер килке йөрөрҙәр ине). Был егет клубҡа килеп тә инде, уйынға килгән ҡыҙҙарҙы телдән дә ҡалдырҙы. Мөһәбәт төҙ һын, ҡарағусҡыл йөҙҙә сөм-ҡара ҡаштар. Башындағы моряк фуражкаһына һыймай килеп сыҡҡан сөм-ҡара бөҙрә сәстәр. Нурлыгөл Ғайсаның хеҙмәткә китмәҫ элек ниндәй булғанын иҫләмәй ҙә. Үҙ уйына сумып ултырған Нурлыгөлгә иптәше Йәүҙә:
– Ҡара әле, әй, Ғайса ағай һиңә борола ла ҡарай, борола ла ҡарай, – тип шыбырланы.
– Ə һин ул яҡҡа ҡарама, оят булыр, – тип тыйҙы ҡыҙыҡай әхирәтен. Ул кистә Нурлыгөлгә ниндәй ғиллә һуғылғандыр, уйындың бер ҡыҙығын тапмай ҡайтырға сыҡты. Айлы кистең матурлығына һоҡланып күп тә китеп өлгөрмәне, клуб ишеге шығырлап асылды. Тағы кем сыҡты икән, тип уйлауға тигеҙ аҙымдар менән еңел генә атлап Ғайса килеп етте.
– Ниңә иртә ҡайтырға булдың, һылыу? Һин булмағас, уйындың йәме китте бит. Исемең нисек әле? Онотҡан даҡуйғанмын, – тине уйынлы-ысынлы. Был шаяртыуға Нурлы-
гөл:
– Онотҡасың, ниңә минең артымдан киләң. Ҡайт та, кем икән был, тип уйлап ят. Бәлки, иҫеңә төшөр, – тип яуапланы.
– Абау, уҫал ғына икәнең. Ə, мин һине беләм. Мин хеҙмәткә киткәндә өҫкө урамда бер Нурлыгөл тигән ҡыҙыҡай сәсе ялбырап йөрөп ҡалғайны. Мин ҡайтыуға Нурлыгөл түгел, Аҫылгөлгә әйләнгәнһең бит, – тип шаяртты. Инде Нурлыгөл
оторо үсегеп:
– Мине ирештереп килмәһәгеҙ, башҡа эшегеҙ юҡмы. Ана, клубта бер көтөү ҡыҙ, һин тип аһ тип тороп ҡалды. Бар ҙа шуларҙың береһен әүрәт, – тине.
– Эй, бәләкәсем. Миңә уларҙың береһе лә кәрәкмәй. Һин генә кәрәкһең бит әле, – тине уйһыҙ килгән ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп. Нурлыгөл үҙ өйҙәренә килеп еткәйне инде.
– Ярай, мин ҡайтып еттем. Һау булығыҙ. Ə миңә был мәлдә берәү ҙә кәрәкмәй, – тип текә баҫып инеп китте. Үҙе йүгереп инеп ипләп кенә тәҙрә ҡорғанын асып ҡараны. Баҡса буйында тәмәке тартып торған егетте күргәс: “Уф, әл дә инеп ҡотолдом,” – тип йоҡларға ятты.
Иртәгеһенә Сибай әртистәре “Рәйсә” исемле пьеса ҡуйҙы. Əхирәте Йәүҙә менән шаршау асылғанын көтөп шым ғына серләшеп ултырһалар: “Ҡара әле, әй, Ғайса ағай инде лә тупһаға баҫып, әллә кемде эҙләй. Ҡара әле, ҡара, һине күрҙе лә йылмайып мөйөштәге эркелешеп торған егеттәр янына барып торҙо”, – тине. “Артыңа ҡарап ултырма. Ниңә шулай кеше тикшереп ултыраһың. Һиҙеп ҡалһа, уңайһыҙ булыр”, - тип әхирәтен тыйып ҡуйҙы.
Тамаша бөткәс, төрлө ауылдан килгән йәштәр милли уйынға ҡалды. Круг, наза, фантик уйындарынан һуң күрше уйыны башланды. Ғайса үҙенә күрше итеп шунда уҡ Нурлыгөлдө һайлап алды. Уйын барышында күршеһен һораған егеттәргә бирмәй әллә нисә яза алды. Ҡырҙан килгән бер егет бигерәк ҡаныҡты. Күршеһен бирмәгән Ғайсаның усына биш ҡайыш һуғырға ҡушты. Егет, уф та тимәй, судьяның талабына риза булды. Ғайсаның усына яҫы ҡайыш аяуһыҙ эләккән һайын Нурлыгөл, үҙе лә һиҙмәҫтән, егеткә һыйынды. Уйын дауам итте. Теге егеткә сират еткәс, тағы ла ныҡышып Нурлыгөлдө һораны. Риза булмаған егеттең усына тағы биш ҡайыш эләкте.
Был юлы инде Нурлыгөл түҙмәй егеттең ҡулын алып ҡыҙарып-күбеп сыҡҡан усына өрөп ҡуйҙы. Ғайса шунда ҡыҙҙың ҡолағына, “рәхмәт, йәнем”, - тип шыбырланы. Был инде йөрәгенә ут ҡапҡан ҡыҙ өсөн бөтә һүҙҙәрҙән дә ҡәҙерле ине. Танышыуҙарына күп тә үтмәне егеттән яусы килде. Заманына күрә, әллә ни ҙурҙан ҡупмай ғына туй үткәреп, кейәү егет үҙҙәренә кәләшен оҙатып та алды. Һөйөп-һөйөлөп ике балаға ғүмер биреп йәшәп ятҡанда ире фажиғәле рәүештә һәләк булды. Физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Ғайса мәктәпкә саңғылар алып ҡайтып килгәндә юл ҡазаһына юлығып, шул ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Нурлыгөл өсөн был хәл аяҙ көндө йәшен атҡанға тиң булды. Был тиклем дә ауыр ҡайғыларға нисек түҙгәндер. Ике балаһы хаҡына Хоҙай һаҡлағандыр, моғайын. Ғайсаһын бигерәк яратты шул. Хатта төндәрен иренең ҡосағына һыйынып ятҡанда ла һағына ине бит. Был ҡылығына һәр ваҡыт үҙе лә аптыраны. Күрмәҫтәй булған. Ғайсаһынан ғүмерлеккә айырылып ҡалырын йөрәге һиҙгән. Был яғына нисек йәшәр ике балалы ирһеҙ ҡатын. Көс еткеһеҙ ауыр ҡайғыларға дусар булған ҡатынды үсәүселәре лә табылды. “Йәшәрең инде был яғына. Һинең артыңды һөртөп йөрөүсең юҡ хәҙер. Əҙер ҡырҡылған утын яғып, һыуыңа тиклем алдырып ултыра инең”, - тип кинәнделәр. Əйе, Ғайсаһы егәрле булды. Был ир эше, был ҡатын эше тип торманы. Уйламаған ерҙән дошмандары ла хасил булды. Һәпрә ирҙәрен ҡыҙғанып буштихайға артынан күҙәтеп йөрөүселәре лә табылды. Шулай инде. Ирһеҙ ҡатын – яңғыҙ ҡайын. Ел ҡайһы яҡтан иҫһә лә, уны өҙгөләмәй-йолҡҡоламай үтмәй. Был ғәйбәтселәр Нурлыгөлдө ҡайғыһына бирешмәй башын юғары
тотоп йәшәргә өйрәтте. Рәхмәт инде дошмандарға. Ҡайғым бар, тип кешегә һыр сисмәҫкә үҙендә көс тапты ғорур ҡатын. Ғәйбәтселәргә лә иҫе китмәне. Ирҙәрен ҡыҙғанып йөрөгән шапшаҡ бисәләргә үс итеп үҙен ҡарап, өҫ-башын таҙа йөрөттө. Эстән генә үҙе: “Əйҙә, сәйнәгеҙ. Берәй ерегеҙгә энә булып төртөлөп торамдыр”, - тип кинәнде. Ғүмер үтте. Уландары ир етте. Аталарына оҡшап тырыш, егәрле булдылар. Ауыл мәктәбенән һуң институт бөтөп эш башланылар. Һаулығы ҡаҡшаған әсәләренә алмашлап курортҡа юллама алып, ҡыйбатлы люкстарҙа ғына ял иттеләр.
Нурлыгөл әбей бирешмәй ғүмер итеп ята ине лә... Был Хәлил уйламаған ерҙән утҡа һалды бит. Уйлай-уйлай ҙа үҙен әрләй. “Шул кәрәк һиңә, һантый. Нимәгә, әзмәүерҙәй ирҙең ҡосағына һыйынып, донъяңды онотоп торорға. Ошоға тиклем тәнеңә кеше ҡулы тигеҙмәй йәшәнең бит. Хәҙер килеп намыҫың елгә остомо?” Үҙен битәрләгән һайын йөрәге әркеп өҙгөләнде. Аптырап, үҙен йыуатып ҡарай. “Ярай, булған да бөткән. Ер емерелмәгән бит. Ваҡыт – дауа, бөтәһе лә онотолор.” Шулай ҙа ғүмер буйы йөрәгең төпкөлөндә ятҡан бер теләгең ҡабул булды түгелме? Яңғыҙлыҡтан янып, үртәләнеп ятҡан йоҡоһоҙ төндәреңдә: “Их, бер генә минутҡа булһа ла мине Ғайсам кеүек берәү бөтә йөрәге менән яратһа ине. Уның киң күкрәгенә һыйынып, был аяуһыҙ донъяның бөткөһөҙ ыҙаларынан арынып иркәләһәң ине”, - тип уйлаған минуттарың әҙ булманы бит. Тик һәр саҡ: “Мине Ғайсам кеүек берәү ҙә яратмаҫ”, - тип үҙ уйҙарыңдан төңөлөп килдең. Хәҙер нигә шул тиклем өҙгөләнәң? Əйе. Һоратыусылар булманы түгел,
булды. Тик бер яйға һалынған тормошон үҙгәртергә теләмәне Нурлыгөл.
Их, уландарының береһе генә булһа ла ауылда йәшәһә, йөрәгенең буш уранын тултырып йөрөрҙәр ине лә бит. Бала – йөрәк ямауы, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Булманы инде. Улары ла сит ерҙәре ерһенделәр. Элек, йәш саҡта әле бер ҡәйнә тейеш кеше: “Эй, килен. Был донъя ҡатмарлы бит ул. Донъяның үҙе кеүек кеше яҙмыштары ла ҡатмарлы. Берәү ята берәүҙең ирен уйлап, икенсеһе ята бисәһен уйлап. Был мөхәббәт тигәндәре әҙәмдәрҙе төн йоҡоһонан яҙҙыра бит ул”, - тигәйне. Ул мәлдә Нурлыгөл: “Һе, эштәре юҡ инде. Кеше кешеһен уйлап ятҡанса, йоҡо эләкһә әле”, - тип көлгәйне. Көфөргә төшкән бит. Əйҙә ят инде, юҡ ҡайғыны бар итеп –
ҡайным үлеп ҡалды тигәндәй, алкаш Рәйсәнең Хәлилен уйлап. Йә, Хоҙай. Үҙең генә ҡотҡар был шайтан ҡотҡоһонан. Амин. Нурлыгөлдөң алдына бик ауыр һынау, һуңғы һынау килеп баҫты. Мөхәббәт еңерме, әллә сабырлыҡмы.
Ауырымаҫ башына тимер таяҡ алып, үҙ донъяһына ыңғайланы Хәлил. Бөтә уй-хыялдары селпәрәмә килде. Бәхетһеҙ мөхәббәттән алйыған баш ҡынаһы буш. Башы ғына түгел, бөтә был яҡты донъя буш. Бер ниндәй уй ҙа, теләк тә юҡ. Күңеле һиҙгәйне бит. Күрәһең, эске тауышы уны алдамаған. Тик тыңларға ғына теләмәне. Мөхәббәтенең көсөнә ышанғайны. Ҡайтып инһә, эсеп алған ҡатыны аждаһа кеүек ажғырып тора. Ахырыһы, гараждан машинаһын сығарып урманға олаҡты. Бер ышыҡ урынға барып (эсе бош булһа гел төбәккә килә), аҫтына курткаһын түшәп, күккә ҡарап ҡоланы. Үкенесле үткән ғүмерен уйлап өҙгөләнеп ятҡан Хәлилдең күңелендә
шиғри юлдар хасил булды:
Өр-яңынан ғашиҡ булдым һиңә,
Ҡабындылар йәшлек хистәрем.
Ҡара күмерҙәргә ҡалыр инде
Əрнеп-һыҡрап янған йөрәгем.
Бер йылғаның һыуын һыулаһаҡ та,
Һин – аръяҡта, мин бит – биръяҡта.
Яҙмыш епкәйҙәрен ялғар өсөн
Ике араларҙа юҡ баҫма.
Яҙмыштарға юҡ шул, юҡ сара
Нимә өсөн икән был яза?
...Был хәлдәргә лә ике-өс йыллап ғүмер үтеп китте. Электән дә йөрәк өйәнәгенән интеккән Нурлыгөл әбей, көтмәгәндә бөтә кешене аптыратып, ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсте. Көҙҙөң шундай ҙа балҡып алтынға мансылған мәлендә. Нәҡ тыуған көнөндә.
Нурлыгөлдөң вафатын ишеткәс, йөрәгенең бер ҡылы өҙөлдө Хәлилдең. Бөттө. Барыһы ла бөттө. Бергә була алмаһалар ҙа, ара-тирә аралашып, үҙен күреп, бәрхәт кеүек йомшаҡ тауышын ишетеп йыуана ине. Уйы-хыялы менән ятһа ла, торһа ла бергә йәшәне. Нурлыгөл дә барыбер Хәлилгә битараф түгел бит. Ошо хистәр тулҡынында Хәлил үҙен бәхетле тойҙо.
“Ах, был тиклем дә үкендереп үтер икән ғүмер. Минең һүрелмәҫ-һүнмәҫ һөйөүемдең һары һағыштары ғына ҡалды”, - тип өҙгөләнде Хәлил. Мәрхүмәнең етеһе лә етте. Үҙен көсләп, этеп-төртөп мунса яғып ғөсөл ҡойондо. Аят бөткәс, Нурлыгөлдөң нурһыҙ ҡалған донъяһынан ҡайтырға сыҡты. Башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып, көс-хәлгә ҡайтып етте лә урынына ятып, тәрән упҡынға осто. Ҡатыны инеп хәбәр һәйләһә лә, тауыштын юҡ. Ахырыһы, килеп ҡараһа иренең тәне ҡатып та бара. Мәрхүмде ерләп, өсөн, етеһен уҡытып, балалары таралып бөткәс, Рәйсә аулаҡтап байрам итергә тотондо. Вәт, хөрриәт.
Тыйырға ла, ирешергә лә кеше юҡ.
Көҙ үтеп ҡыш та етте. Ир булмағас, мал ҡарарға кеше юҡ. Кәртәгә биҙрәһен беләгенә элеп һыйыр һауырға ғына барған ҡатын, ыңғай көрсөккә терәлде. Малға бесән булыу менән түгел, уны ҡарарға ла кәрәк бит. Ахыры, малын да бөтөрҙө. Эш булмағас, әшнәләре менән кинәнеп типтерҙе. Яңғыҙ һемерергә лә оҫтарҙы. Тик ни ғәжәп, иҫеректә лә, айыҡта ла ире иҫенән сыҡманы. Бер инде, бер сыҡты. Ир булмағас, өйҙә толҡа юҡ. Мал булмағас, кәртәлә ҡот юҡ. Ем һалмағас, хатта елғыуар тауыҡтары ла күршеләргә олаҡҡан. Намаҙ мәле етһә, Хәлилдең аҙан тауышын һағынды. Күпме ләх булып ятһа ла, иртәнге намаҙ мәле етһә, таң менән уянып, ирен юҡһынды. Бара-тора эске ҡайғыһы ла китте. Еңмешләнеп, ирек кешегә һанламағанына үкенеп бөтә алманы. “Əйҙә инде. Яңғыҙ ҡалдың, кинән. Ир менән ирешеп-талашып нимәне иҫбат иттең, һыу мейе”, - тип үҙен тиргәне. Шулай инде, алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ. Үртәлеп, үрһәнеп йәненә урын тапмағас, Хәлилдең дини китаптарын алып уҡый башланы. Теле әйләнмәһә лә (юҡ-барға тапатып ҡуйған кеүек тапылдап тора), ныҡыша торғас, арыу уҡ шымарҙы. Ҡыш үтеп, йәй ҙә етте. Бер көндө ирен төшөндә күрҙе Рәйсә. Элекке үҙе егеп йөрөгән эш атына улы Хәмзәне ултыртып алған да ҡайҙалыр китеп бара.
“Ҡайҙа киттегеҙ?” - тип һораған Рәйсәгә һүҙ ҙә ҡушманылар. Бара биргәс, Хәмзәһе боролоп әсәһенә ҡул иҙәне. Аҙна ла үтмәне, улы күлгә балыҡҡа киткән еренән ҡайтманы. Ғауғалап эҙләй торғас, водолаздар килеп өсөнсө көндә генә табып ерләп ҡуйҙылар. Ыбыр-сыбыр өс бала атаһыҙ ҡалды. Элеккенең маҙаһын, һуңғы бирер язаһын, тип үткәндәрҙең язаһымы, әллә яҙмышмы? Əллә инде иренең рәнйеше төштөмө? Ир хаҡын хаҡламаны шул. Эскенән бушап дин тәғлимәтен дә һанға һуҡманы. Исмаһам ире менән бергә аяттарға саҡырылған ергә лә йөрөмәне. Үҙен мең күрҙе. Их, Хәлиле тере булһа... Бер алдына, биш артына сығып ҡәҙерләп кенә торор ине лә бит. Ваҡыт тәгәрмәсе бер Рәйсә өсөн генә кирегә әйләнмәҫ шул. Əле бына, башҡа юлы булмағас, иманға баҫырға ныҡлап ниәт итте. Сөнки толҡа тапмай янған йөрәгенә, дини китаптар уҡып ҡына дауа таба. Бушҡа түгелдер, күрәһең. Ваҡытында Хәлиленән көлөп йөрөгәйне, тип мыҫҡыл итеүселәр булыр инде...Булһын. Бәлки, көлмәҫтәр ҙә. Бөтә кеше лә Рәйсә түгел бит. Иң беренсе, ипләп-ипләп эшнәләрен һыуындырҙы. Унан нисәмә йылдар бер-береһенә эҫенеп бөткән хәмер-байын зар илатып ташланы. “Етте, һинең арҡаңда һөйөклө иремә ҡара дошман булдым”, - тине. Намаҙҙар өйрә неп, аяттар уҡыһам, бәлки, Хәлилем дә риза булып ятыр. Доғалар барып торһа, улының да рухы шат булыр. Рәйсәнең ҡарары ныҡлы ине. Шулай, кеше-кешене бер ваҡытта ла аҡылға ултырта алмай. Ə донъя һине һылап-һыйпап тормай, сыбыртҡылап өйрәтә.
Тик был ҡанунды Рәйсә һуңлап ҡына аңланы...
Бибиямал Йосопова.