+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март , 20:00

Ҡарғыш алғыш түгел

Ата-әсәһенән иртә етем ҡалған Юныс, туғандары араһында йөрөп, үҫмер ҡорона инә.

Ҡарғыш алғыш түгел
Ҡарғыш алғыш түгел

Унда-бында бәрелеп-һуғыла торғас, үҙе кеүек етем ике тиҫтере менән ҡаҙаҡ араһына барып эш эҙләргә була. Бар ғына монаяттарын биштәрҙәренә һалып, юлға сығалар. Барыр ерҙәренә барып еткәс, ике иптәше бер ҡаҙаҡ байына көтөүсе булып ялланып тороп ҡала. Ары китергә юл һорашҡан Юнысҡа ҡаҙаҡ, офоҡ ситендә ҡарайып күренгән
бер нөктәгә күрһәтеп: “А-н-а-а, тора бер ҡышлаҡ, шунда барып ҡара”, - ти. А-н-а-а тораға көс-хәлгә килеп етеп, оло ғына бер байға хеҙмәтсе булып яллана егет. Йорт хужаһы, көңгөр-ҡаңғыр итеп, әйеле (әбейе) менән икәү генә йәшәп ята икән. Яңғыҙ ҡыҙҙары күптән тормошланып, икенсе ҡышлаҡта (ауылда) ғүмер итә. Хужа ла, әйеле лә, улан, килен йомошап, шуларҙың балаларын һөйөп ултырыр йәшкә етһәләр ҙә, Хоҙай уларҙы был бәхеттән мәхрүм иткән.
Талымһыҙ, ниндәй эш булһа ла еренә еткереп үтәгән үҫмер, быуынға ултырып, бик күрмәлекле егеткә әйләнә. Хоҙай уны бик һирәктәрҙә генә була торған самаһыҙ көс, һоҡланып ҡарап торорлоҡ төҫтән дә мәхрүм итмәгән. Бай егеткә тамам бауыр баҫа. “Һай, истәк, үҙемә генә олан булһаңсы”, - тип уйлап ҡуйған саҡтары йыш була хужаның. Олоғайған көнөндә бөтә донъяһын әйҙәп барыусы ышаныслы егет ҡаҙаҡҡа йән тыныслығы бирә. Ул хеҙмәтсеһенә башкөллө ышана. Етмәһә, ҡыҙының ҡыҙы, аҫыл гөлө – ейәнсәре Ағәйшә лә, унынсы йәшен тултырып, ун бергә ҡараны. Əллә... Өс-дүрт йылдан Хоҙай насип итеп, был егеткә йәрәшеп ҡуйһалар... Ошо уй йыш ҡына хужаның күңелендә өмөт сатҡыһы уятып ҡуя. Тыуған яҡтарын, үҙенең үҫкән урман-ҡырҙарын ерһеп, моңлана башлаһа, байҙан рөхсәт алып, үҙ иленә лә ҡайтып урай егет. Үҙенең йәшәйешен һорашҡан туғандарына: “Бай бик изге күңелле. Ҡаҡмай-һуҡмай, үҙ балаһындай күрә”, - тип һөйләгәс, ике туған ағалары Гәрәй менән Барый ҙа ҡаҙаҡ иленә ике-өс тапҡыр барып урай. Байҙың өйөр-өйөр йылҡыһын, көтөү-көтөү һыйырҙарын, ер ябып йөрөгән ҡуйҙарын күргән был икәүҙең әллә ҡасан булған ҡаҙаҡ-башҡорт болаһын, әленән-әле ике яҡтан да яһалып торған барымта, ҡан ҡойош, етмәһә, башҡорт ҡыҙҙарын, йәш килендәрҙе урлап ҡасыу иҫтәренә төшөп, үс алыу, ҡон ҡайтарыу теләген уята. Өҫтәүенә байлыҡҡа тейенер нәфселәре лә баш күтәрә. Был икәү Юныс ҡайтҡанда ипләп-ипләп һүҙ йыялар. Үҙҙәре лә, туғандарын күреү һылтауы менән барып, ҡаҙаҡтың байлығын самалайҙар. “Уның өйөр-өйөр йылҡыһы араһында беҙҙең дә өлөш барҙыр. Барымтаға үҙе, үҙе булмаһа, атаһы йә
олатаһы барғандыр. Шулай булғас, был ҡаҙаҡты төп башына ултыртыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ”, - тип кәңәш ҡоралар. Төпсөнөп һорашыуҙан шул билгеле була: байҙың йәненән дә артыҡ күргән Ялбырау һәм Шүкәмән исемле ике аты бар икән. Ялбырау – оҙон яллы, ялбыр ҡойроҡло. Икенсе аты оҙон тороҡ, ҡарап туйғыһыҙ ҡара юрға. Уларҙы бай төрлө байрамдарҙа йә ҡунаҡҡа барғанда ғына егә. Хужаның өйөндә ҡартлыҡ көнөнә тип һаҡлаған, бөтә монаятын һалып ҡуйған оло тимер һандығынан башҡа иҫ киткәндәй байлығы юҡ. Ошо мәғлүмәтте алғандан һуң ике туған, ипләп-ипләп ым-ишара яһап, Юныстың күңеленә ойотҡо һалып ҡарайҙар. Тик байға ныҡлап
эҫенеп алған егет бер ҙә генә ипкә килергә уйламай.

Тағы ла йыллап ғүмер үтә. Ошо көндәрҙә генә ата-әсәһе менән ҡунаҡҡа килгән байҙың ейәнсәре, тулған айҙай балҡып торған йондоҙ күҙле Ағәйшә лә егеттең күңелен үңгәләтеп, йөрәк ҡылдарын сиртеп үтә. Шулай ҡайһы ярға һуғылырға белмәгән ишкәкһеҙ кәмә хәлендә ҡаңғырып, аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә, бай Шүкәмәнде ектереп, әйелен ултыртып, ике-өс көн ҡуна ятырын хәбәр итеп, ҡыҙҙарына юллана. Бер ваҡытта ла яңғыҙ ат егеп йөрөмәгән бай, ҡазаһына күрәлер инде, был юлы яңылыша. Бик ныҡ яңылыша. “Ил аулаҡ булһа, дуңғыҙ түбәгә менә”, - тигәндәй, шул саҡ ағаларының: “Һәтәү һин. Бер эшкә лә ашмаған йыбытҡы, боламыҡ. Шулай булмаһаң, был ҡаҙаҡты әллә ҡасан төп башына ултыртыр инең”, - тип битәрләгәндәре ҡолағына салынып киткәндәй була егеттең. Төрлө уйҙарҙан уйылып көн дә үтә, кис етә. Таң атҡас, Юнысты, гүйә, шайтаны ҡоторта. Егергә ат бар. Əйҙә, байҙың һандығын ал да илеңә ел! Ос! Дала елен тота алмаған кеүек, Шүкәмәндән башҡа ат Ялбырауға етә алмай. Ҡырҡа бер ҡарарға килеп тәүәккәлләй егет. Еңел-елпегә егелә торған “ҡуянкүт” арбаға атын егеп, артына әлеге тимер һандыҡты ултыртып бәйләгәс, ҡапҡаны шар асып, инде арбаға ултырҙым тигәндә, ен шикелле елеп, асыҡ ҡапҡанан бай ҡайтып инә. Күрәһең, ҡаза килерен күңеле һиҙгәндер. Шул минутта был ҡаҙаҡтарҙан үҙенә аяу булмаҫын белгән Юныс та сығып тоҡоя. Күп ара үтергә лә өлгөрмәй, артынан ҡаҙаҡтарҙың һайт-һайтлап ҡыуа сыҡҡандарын ишетеп, тиҙ генә яҡында торған кәбән артына ышыҡланып ҡала. Бына ҡасҡынды таба алмай ҡыуғынсылар ҙа ҡайта. Көндөҙ ышыҡ урында йәшеренеп, тик төндә генә юл үтеп, ниһайәт, башҡорт еренә аяҡ баҫа Юныс. Был яғына инде үҙ илендә ирәүәнләп, тыуған төйәгенә хәүеф-хәтәрһеҙ ҡайтып етә. Был Гәрәй менән Барыйға күктән ишелгән байлыҡ була. Ялбырауҙың ял-ҡойроғон көҙәп, үҙен икенсе төҫкә буяп, ҙур ғына хаҡҡа, баҙарға алып барып һатып ебәрәләр. Юнысҡа екке ат биреп, мунсалай ғына аласыҡ эшләтеп, өйләндереп, шунда сығаралар. Юныс ҡайтҡанға йыллап ғүмер үткәс, был эшкә нөктә ҡуйыу ниәтенән, ике ир ҡаҙаҡ далаһына юл тота. Бер ни белмәгән булып барып төшә былар. Йәнәһе, туғандарының хәлен беләләр. Өй хужаһы быларҙы ҡайғыһынан бөлөп-миктәп ҡаршы ала. Уларҙың һорауына ла: “Йонос йоҡ. Тимер һандыҡ йоҡ. Ялбырау йоҡ”, - ти ул күҙ йәштәре аша. Ə былар этләшеп: “Һеҙ башын юғалттығыҙ инде. Ҡайҙа ҡуйҙығыҙ беҙҙең оланды?” - тип ҡыҫымға алалар. Əллә белеп, әллә белмәй Гәрәй ноҡот һалып ебәрә. “Бына бит, бына, күр! Нигеҙҙә, тип төшә. Əгәр йыйып ҡуйған булһағыҙ, исмаһам, ҡәберен күрһәтегеҙ. Доға уҡып, зыярат ҡылып ҡайтырбыҙ”, - тип үтенгән булалар. Һөҙөмтәлә ҡаҙаҡ бер дүнәжен биреп, саҡ ҡотолоп ҡала быларҙан. Донъя тәгәрмәсе алға тәгәрәй. Юныс та өс бала атаһы булып китә. Оло ҡыҙы Өммөниса, уға етәгеһе Бирғәле, кесеһе Исмәғил. Тик бәлә быларҙы көтмәгән ерҙән бөрөп ала. Дүртенсегә ҡыҙ бала тапҡан ҡатыны, мандый алмай, донъя ҡуя. Үҙе артынан сабыйын да ала. Был баш ҡазаларынан айнырға ла өлгөрмәгән Юныстың яңғыҙ аты ла зыянлай. Ғүмер үтә. Икенсегә өйләнгән ир хәлле генә урынға ҡыҙын кейәүгә бирә. Уныһы, шөкөр, арыу ғына йәшәп китә. Оло улы ла башлы-күҙле була. Тик бала төҫө күрмәй ғүмере үкенестә үтә. Кесе улы, бер ир, бер ҡыҙ бала ҡалдырып, Герман яуында һәләк була. Юныс ғүмеренең ахырына тиклем шул аласығында, бер туҡалаҡ һыйырын ситән соланында аҫырап, башҡа мал төҫө күрмәй ярлылыҡта ғүмерен үткәрә. Ə ағаларының береһе Гәрәй, бушлай килгән байлыҡтың тәмен татығас, нәфсеһенә баш була алмай бурлыҡ юлына баҫа. Йәйен-ҡышын ейер ризығын тик харам юл менән тапҡан ир Ирәндек тауҙары араһында ятҡан бер бәләкәй генә ауылдың һенәһен ҡорота бит. Əленән-әле барып, оя башын ҡутарып, һарыҡ урлай. Төнгө һунарға гел генә эт алдатырға кеҫәһендә сей ит йөрөтә. Шулай ҙа бер көндө бының юлы уңмай. Тәғәйенләп барған йорттоң эте ул биргән иткә иҫе лә китмәй абалауын белә. Эт тауышына өйҙән сыҡҡан хужа ерҙә ятҡан итте күреп, шөбһәләнеп һарайына инһә, түбәне ҡутарып, һарығын алып киткәндәр. Ир күп уйлап тормай, күрше-күләнен уятып, ҡалтағайҙарын кейеп, эт һөсләтеп, бурҙы ҡыуа сыға. Һарыҡ йөкмәгән бур күп тә юл үтә алмай, табышын ташлап ҡасырға мәжбүр була. Йән асыһына ҡасып барған бурҙы эт барып баҫып, хужаһы килгәнсе ебәрмәй көтөп тора. Уны ауылдарына алып ҡайтып, ҡанға батырып туҡмайҙар. Кешеләргә көн күрһәтмәгән бур шул ерҙә йән бирә. Уны, әҙәмгә ғибрәт булһын тип, ауыл осондағы ҡыйлыҡҡа ташлап, ҡарауыл ҡуялар. Күпме генә тирә-йүнгә йәүкәләп ҡараһалар ҙа, мәйетте килеп алыусы булмай. Бурҙың ҡайҙа йөрөгәнен кем белһен? Белһәләр ҙә, халыҡтан оялып, барып алмағандарҙыр.
Ахырыһы, ауылдың аҡһаҡалдары: “Хоҙай ризалығы өсөн”, - тип зыяраттан ситтә ҡәбер ҡаҙҙырып, кейем-кисәһе менән шунда күмеп ҡуялар. Унан ҡалған ҡатыны өс балаһы менән аслыҡ йылында үлеп ҡала. Ҡартайған көнөндә был ҡайғыларҙы күтәрә алмаған әсәкәйе лә, күп илауҙан тома һуҡыр булып, алйып үлеп китә. Гәрәй тоҡомо өҙөлә. Хатта өй нигеҙе лә юҡҡа сыға. Ҡурҡмай ул нигеҙҙә кем өй һалһын? Икенсе ағаһы Барыйҙың көн итмеше насарҙан булмай. Ул алған кәләш бик уҡымышлы, дини, хикмәтле ҡатын була. Бәлки, уның йәшәйешенә ошоноң да шауҡымы булғандыр. Тик, ир еткәс, йәшләй генә бер-бер артлы вафат булған ике улынан һуң, күп тә тормай, хужаға ла сират етә. Унан түбән ике улдың береһе тыумыштан зәғиф, өҫтәүенә сихут булып, кеше араһында күркәмһеҙ генә ғүмер итеп, бала төҫө күрмәй был донъ-
янан үтә. Икенсе улы бер ҡыҙ бала ҡалдырып, Герман яуында ятып ҡала. Барый тоҡомо өҙөлә.
Юныстың көс-ғәйрәтен, етмәһә, ҡаҙаҡ байын төп башына ултыртыуын ауылдаштары легенда итеп һөйләһә лә, олоғая килә ул да йән тыныслығы тапмай. Йәшлек дыуамаллығы менән кеше ҡотҡоһона бирелеп, бик ҙур хата яһап, бөтмәҫ ҡарғыш-рәнйеш алғанын уйлап, выждан ғазабы кисерә. Тик донъя тәгәрмәсе берәү өсөн дә кире әйләнмәй. Юныс та бөтмәҫ-төкәнмәҫ үкенестәр менән был донъянан үтә. Юныстың кесе улынан ҡалған ике бала ла ир етә. Ҡыҙ кейәүгә сыға, ул өйләнә. Шул саҡ бер бала атаһы булған ир, ҡазаға осрап, сулаҡ ҡала. Тырышып-тырмашып балалар үҫтереп, инде донъялар һил булды тигәндә, быларҙы ҡаза тағы ҡыуып етә. Һөҙөмтәлә уландарының береһе, юл фажиғәһенә осрап, ҡулы зәғифләнә. Был ҡазанан һуң күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, янған йөрәгенә ял таба алмай, ике балаһын етем итеп, йәш кенә кәләшен тол ҡалдырып, йөрәк өйәнәгенән ул да был донъяны ҡалдыра. Инде ошо ҡайғыларҙан зар булған ата-әсә, ҡаҙаҡ менән булған хәлде белгән ғаилә ағзалары әлеге ҡазаларҙың олаталарына яуған ҡарғыш икәненә һис шикләнмәй. Хәҙер инде ҡорбандар салып, исемен дә белмәгән ҡаҙаҡ уҙамандың ризалығына өмөт итеп, бер Хоҙайҙың үҙенә генә ялбарырға ҡала.

 

Бибиямал Йосопова. 

Автор:
Читайте нас: