Регина бәләкәй саҡтан уҡ ғүмерен медицина менән бәйләргә хыяллана. Дауаханала эшләгән әсәһенә эйәреп эшкә йөрөй һәм туғыҙынсы класты тамамлағас, Магнитогорск медицина колледжына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған Баймаҡ ҡыҙы Әбйәлилгә, Рауил ауылына килен булып төшә. Тәүҙә балалар йортона шәфҡәт туташы булып эшкә сыға. Бер аҙҙан Рауил фельдшер-акушерлыҡ пунктында оҙаҡ йылдар эшләгән Айгөл Әхмәтйәнова Тәпән ФАП-ына күсә һәм Регинаны үҙенең урынында ҡалырға өгөтләй. Шул саҡта ризалашҡанына һис үкенмәй ул.
Бөгөн фельдшер ҡарамағында 370 кеше, шул иҫәптән 80 бала, 100-ҙән ашыу ололар. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй беренсә йөрөп ҡарау, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары — быларҙың барыһы ла яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Медпункттан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Сөнки ҡан баҫымы күтәрелһә лә, ҡапыл сирләп китһә лә, сабыйы ауырыһа ла — бөтәһе лә фельдшерға күҙ төбәп тора. Ни булһа ла, Регина Уйылданова мөрәжәғәт иткәндәрҙең һәр береһен иғтибар менән ҡарап, беренсе ярҙам күрһәтә.
— Фельдшерҙың төп бурысы – ауыл халҡы сәләмәтлеген күҙәтеү. Әлбиттә, иң тәүҙә ул профилактикаға иғтибар бирергә тейеш, – тип иҫәпләй Регина Раил ҡыҙы. — Күптәр үҙ һаулыҡтарына битараф, табиптарға күренергә һәм диспансеризация үтергә теләмәй. Был күберәк ир-егеттәргә хас. Медицина тикшереүен ваҡытында үтеү мөһимлеген аңлатырға тырышам.
Ауылдаштарының ихтирамын һәм ышанысын яулап, медпунктҡа килгән һәр кемде яҡты йөҙө менән ҡаршылаған Регина Рауилда күптән үҙ кеше.
— Киленебеҙҙән уңдыҡ, беҙҙең врачыбыҙ ул. Дарыу ғына дауа түгел бит, йылы һүҙ ҙә дауалай. Айырыуса, беҙ, ололарға ихлас, яғымлы булыуы килешә. Уның шифалы ҡулдарынан укол һалдырып ҡайтһам, ауырыу-сырхауҙар ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек була. Рәхмәт Регина фельдшерыбыҙға, — тине медпунктҡа килгән инәй.
Тәжрибәле, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған медицина хеҙмәткәренең тынғыһыҙ эше юғары баһаланған. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса район йыйылышында Р. Уйылданова һөнәре буйынса иң яҡшыһы номинацияһында билдәләнде.
Артабан да шулай тырышып, Рауил ауылы халҡын ҡыуандырып эшләргә яҙһын.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.