Айҙар хозур тәбиғәтле төбәктә – Белорет районы Бриштамаҡ ауылында донъяға килә. Малай 1-се класты тамамлап барғанда атаһы мәрхүм булғас, әсәһенең тыуған яғына күсеп ҡайталар, Асҡарҙа төпләнәләр. Бында Айҙарға сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеү мөмкинлеге асыла. Ләлә Йәнекәйева етәкләгән хореография класында уҡый. Сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» өлгөлө һәм үҙе белем алған 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Алтынай» балалар ансамблдәрендә бейей. Тиҫтерҙәре араһында рәссамлыҡ һәләте менән айырыла, бик матур һүрәттәр төшөрә. 10-сы кластан һуң хәрби йыйында винтовканан атыу буйынса иң мәргәне тип табыла. Мәктәптән һуң Өфөләге автотранспорт колледжына уҡырға инә. Уны тамамлағас, баш ҡала юл төҙөү һәм ремонтлау ойошмаһында эшкә ҡала.
Бәлә көтмәгәндә килә. 2016 йылды ҡаршы алырға йыйынған күңелле ығы-зығылы көн Айҙарҙың сағыу тормошон ҡараңғылыҡҡа солғай. Мунсанан сыҡҡан егеттең ҡапыл күҙ алды тоноҡлана һәм томан пәрҙәһе асылмай. Тора-бара егет бөтөнләй күреү һәләтенән яҙа. Ә бығаса күҙ мәсьәләһе уны бер ҡасан да борсомай, хатта күҙлек тә кеймәй.
Дауаханалар юлын тапау башлана. Өмөт бар тип ышандыралар, ләкин операциялар һөҙөмтә бирмәй. Муллалар, күрәҙәселәр ҡалмай, улар ҙа ярҙам итә алмай. Ул ваҡыттағы кисерештәре тураһында Айҙар иҫкә алырға ла, һөйләргә лә яратмай. Донъя түңкәрелгәндәй тойолған тормошоноң иң ауыр осоронда күңел әрнеүен моң менән баҫа ул.
– Нимә эшләргә белмәй өйҙә ултырғанда баянда йәки гармунда өйрәнергә булып киттем, – тип һөйләй Айҙар.
Әсәһе эштә, һеңле-ҡустыһы уҡыуҙа, оҙон көн буйы яңғыҙ ултырған егет өсөн баян төймәләренә баҫҡылап, көй сығарып маташыу ваҡыт уҙғарыу әмәленә әйләнә. Әйткәндәй, тиҙ үҙләштерә уны. Зарлы сағында яңғыҙ итмәгән тоғро дуҫы ауыр уйҙарын тарата, ярһыуҙарын баҫа, хәсрәттәрен моңона ҡушып ағыҙа. Баянда өйрәнгәс, гармунда һыҙҙырыу бер ни тормай уға. Бынан тыш, гитара ҡылдарын да сирткеләп ҡарай, ләкин күңеленә ятмай – хәл-торошона ауаздаш моңдар тапмай. Дуҫтары ҡурай бүләк иткән, уға айырым бер оҫталыҡ кәрәк тип әлегә тотоноп ҡарамаған. Ә баянда уйнамаған көнө юҡ, уны ҡул аҫтында ғына тота. Күберәге талғын, моңло йыр көйҙәрен һуҙа.
– Яҙмыш миңә 24 йәштә музыка донъяһын асты. Әгәр ул булмаһа аҡылдан яҙыр инем. Төптән уйлап ҡараһаң, ике яҡтан да музыкаль һәләтле нәҫелдәнмен. Тик элегерәк мин уға әһәмиәт бирмәгәнмен. Әсәйем йырлай ҙа, бейей ҙә, художестволы үҙешмәкәрлек смотрҙарында әүҙем ҡатнаша. Атайым оҫта баянсы ине, уның бер туған биш ағаһы ла гармунсы булдылар. Миңә 10 йәштәр тирәһе булғанда Белоретта йәшәгән апам «Новая нотка» тигән уйынсыҡ һымаҡ бәләкәй генә гармун бүләк итте. Шунда уйнарға өйрәнеп маташтым. Берәйһенән ишеткәнем микән, мунсала тысҡылдата торғайным, йәнәһе лә күп гармунсыларға «мунса мәктәбе» килешкән. Тик фәтеүә сығара алманым, ахырҙа гармунымды ҡустыма уйнатырға тотторҙом, – тип дауам итә Айҙар. – Атайым яҡлап туғандар минең баянда уйнағанды белмәйҙәр ҙә ине. 2021 йылда һеңлемдең туйында тәүгә ишетеп иҫтәре китте. Әйткәндәй, шул туйҙа беренсегә күмәк кеше алдында йырланым да.
Эйе, Айҙар бик матур йырлай ҙа, баяны менән бергә башҡаларҙы ла йырлата. Мәжлестәр, ҡунаҡтар күрке ул. «Баяныңды ла алып кил инде», – тип ялыналар тип йылмая үҙе. Егет туғандары араһында ғына популяр түгел, иптәштәре лә саҡырып үҙҙәре менән бергә йөрөтә. Ауыр хәлгә тарығас ташлап китмәгән ысын дуҫтары булыуы менән бәхетле.
– Тыумыштан һуҡырҙарға күпкә еңелдер ҙә, бәлки. Ә инде ҡояш нурҙарын, тормошто бөтә төҫтәрендә күреп өлгөргәндәргә утты һүндергән кеүек дөм ҡараңғылыҡта ҡалыу әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыйын да, ҡурҡыныс та. Минеңсә, күреү һәләтен юғалтыуҙан да ауырыраҡ һынау юҡ. Кеше йәшәй, эшләй, нимәгәлер өйрәнә, һөнәрҙәр үҙләштерә, сәйәхәт итә һәм шуларҙың һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана. Күҙҙәре күрмәгәндәр был бәхетте ысын мәғәнәһендә күрмәй. Әммә беҙ ҙә шул уҡ кешеләрбеҙ – аҡылыбыҙ камил, физик яҡтан һау-һаҡбыҙ. Йорт һалыу, ғаилә ҡороу, мөмкинлегебеҙгә күрә эш табыу, аҡса эшләү тураһында уйлайбыҙ, – ти ул.
Үҙен ғәрип кеше итеп ҡабул итмәй Айҙар. Кеше көнлө, кемгәлер йөк булып йәшәгеһе килмәй. Өйҙә, ҡапҡа эсендә үҙ аллы йөрөй, ҡулынан килгән эштәрҙе теүәлләй. Яҡындарының хәстәрлеге менән йорт-ихатала уңайлы мөхит булдырылған: ҡапҡа эсенә ептәр һуҙылған, өйҙә, гаражда, мунсала һәр нәмәнең даими бер билдәле урыны бар. Көноҙоно яңғыҙ ултырғанында телевизор һүнмәй эшләп тора, музыка каналдарын һәм яңылыҡтарҙы тыңлай, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, үҙенә иптәш итеп алдырған бесәйен тәрбиәләй. Әсәһе Гүзәл Марсель ҡыҙының һәм ҡустыһы Заһирҙың ярҙамы аша интернет, социаль селтәрҙәр менән файҙалана. Янында күҙ булып йөрөгән яҡындарына рәхмәтле. Ләкин бөтә нәмәне лә ҡулайлаштырып бөтөрөрлөк түгел ти егет. Тауыш менән идара итә торған күрмәгәндәр өсөн телефон алыу тураһында хыяллана. Интернетта үҙ каналын асырға теләге бар. Ошо маҡсатта йыл аҙағында ил Президенты В. Путин менән үткән «Тура бәйләнеш»кә ҡустыһынан һорауын ебәрттергән. Берәй төрлө яуап булмаҫ микән тип, көтөп йөрөүе.
– Нимә эшләйем тиһәң дә эш аҡсаға барып төртөлә. Ә бер пенсияны ҡайҙа ғына еткерәһең? – тип асыла кешеләргә зарын һөйләп бармаған Айҙар. Былтыр өй бураһы күтәрттергән, төҙөлөштө дауам итер кәрәк, ти ул ирҙәрсә етдилек менән. Хыял иткән каналы музыкаға бәйле булғас (башҡаһына мөмкинлектәре сикле), биш рәтле баян йәки гармун алғыһы килә. «Ә уларҙың хаҡы яҡын барырлыҡ түгел», – тип күңелен йылытҡан яҡты ниәтенән төңөлөп тә китә. Аралашыуға мохтаж егеттең районда гармунсы-баянсылар, моңдаштар клубын ойоштороу тураһында ла теләге бар. Бәлки гәзит уҡыусылар араһында шул эште башлап ебәрергә теләүсе табылыр? Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгән ағымдағы йылда Айҙар һәм уның кеүек сәләмәтлек хәле буйынса дүрт стена эсендә бикләнергә мәжбүр булғандар хөкүмәт кимәлендә иғтибар, тейешле яҡлау тапһындар ине тип ышанғы килә.
Кеше араһына сығып йөрөмәгән Айҙар өсөн интернет-конкурстарҙа ҡатнашыу ҙур йыуаныс. Уҙған йылда ул өс конкурста һәләтен һынаған. Улар район, Башҡортостан халҡына Айҙар Абдуллин тигән талантлы егетте асты. Һуңғыһында – «Уйна, гармун!» конкурсында бөтә республиканан ҡатнашыусы 50-ләп һәүәҫкәр гармун оҫтаһы араһында яҡташыбыҙ иң күп тауыш йыйып еңеү яуланы. Гармун көйөнә ҡушылған үҙенең бәрхәт тауышы менән күптәрҙе әсир итте ул. Был моңдоң сәхнәләрҙән ағылыуын да тыңларға яҙыуын теләге килә. Тик ғорур егеттең әлегә сәхнәгә сығырға батырсылығы етмәй. Бер көн килеп ҡояш нурҙарын, йәйғор балҡышын, ғәзиз кешеләренең, яҡындарының йөҙөн күреренә өмөтөн өҙмәй, күнекмәләр яһап, үҙ өҫтөндә ныҡышмал шөғөлләнә. Айҙарға тәҡдиренә яҙған һынауҙы еңеп сығырға насип булһын, уның күк йөҙөләй зәңгәр күҙҙәренә нурҙар тиҙерәк ҡайтһын ине...