+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель , 21:05

Ҡағы яҡтары йәмле

Ирен фронтҡа оҙатҡас, Фатанат тамам йонсоно.

Көнө-төнө колхозға бил бөгөү менәнме ни, бөтә етештерелгән аҙыҡ-түлек, үҫтереп алынған ашлыҡ тулыһынса фронтҡа оҙатыла. Хеҙмәт көнө өсөн игенләтә түләү тигән нәмә лә онотолдо. Аслыҡтан яфалана халыҡ, күпләп ҡырыла, тотош ғаиләләре менән үлгәндәр ҙә бар. Ҡәйнәһе менән икеһенә биш бала. Береһенән-береһе бәләкәй. Исмаһам, ҡайны ла иҫән түгел, ярман һуғыш асыр йылды ҡаты ауырыуҙан китеп барҙы.

Бер көндө бисәләр менән ат егелгән арбаларға келәттән тоҡлап иген ташығанда һүҙ сыҡты. Ауыр эштән ҡыл ҡыбырлатыр хәлдәре булмаһа ла, бөтәһе лә Йәнбикәнең әйткәнен ишетте.

- Ҡағы яҡтары бай йәшәй, тиҙәр. Урыҫтар бөтәһен дә дәүләткә биреп бөтөрмәй икән, үҙҙәренә лә алып ҡала.

- Кемдән ишеттең уны? Булмағанды...

- Антым-шантым бына. Белгән берәү әйтте. Бушты һөйләмәйҙер. Унда эшсе ҡулдар ҙа кәрәк икән. Бай ғаиләләргә. Һәйбәт ашаталар, ти. Калхуз түгел инде.

- Бисәләр! Һүҙ ҡуйыртмағыҙ. Йәһәтерәк тейәп бөтөр кәрәк. Яҡты күҙҙә стансаға барып етһен  ылауҙар, - быныһы  ырҙын табағы мөдире Сәрбиҙең тауышы.

“Эй, сәсрәп кит ылауҙарың менән! Миңә биш баламды, өҫтәүенә, сирле ҡәйнәмде астан үлтермәҫкә кәрәк! Нишләргә миңә, әйт! Нишләргә?!” – Фатанаттың шулай тип ҡысҡырғыһы, тәгәрәп ятып илағыһы килә. Әллә тамаҡта торған төйөрө яҙылыр ине, исмаһам. Өндәшмәй. Әгәр өндәшә ҡалһа, хәҙер “халыҡ дошманы” итерҙәр, балалары үкһеҙ етем ҡалыр. Әллә ысынды лығырҙаймы Йәнбикә? Һәйбәтләп белешергә кәрәк.

Ылауҙы ҡыуып алып киткәстәре, бисә-сәсә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Бер нисә сәғәт ял эләгәме-юҡмы, тағы ашлыҡ таҙартырға сығыр кәрәк. Көн юҡ, төн юҡ, эшләйһең дә эшләйһең. Эшенә күрә ашы ла булһа  икән, юҡ шул. Ныҡ асығыуҙан Фатанаттың теҙ быуындары ҡалтыранды, күңеле болғанды.

- Йәнбикә, бирерәк кил әле, әйтәһе һүҙем бар, - тине саҡ ишетерлек итеп.

- Йә, еңгә...

- Һин баяғы ысынды әйтәһеңме ул?

- Кешенән ишеткәнде инде. Былай, ысынға оҡшаған. Маркин, Борис яҡтары ла беҙҙең кеүек асыҡмай ҙа инде. Урыҫ яйын табалыр, тием.

Йәнбикәнең әйткәненә ышана биреп ҡуйҙы Фатанат. Урыҫ утарҙары эргәлә генә, нисек йәшәгәндәре ус эсендәге һымаҡ. Уларҙа халыҡ ҡырылмай шул. Ҡафыр ашынан, тиер инең, ялан яғында ниндәй бәшмәк үҫһен. Дуңғыҙ көтөүгә көтәләр инде былай.

- Ни булһа ла булыр, мин таң менән бынан Ҡағыға ҡасам, - тине Йәнбикә. – Берәйһенә әйтә күрмә, еңгә.

- Әллә мин дә һинең менән барайыммы икән?

- Ә балаларың?

- Ҡәйнәм алып ҡалмаҫмы икән?

- Уныһын үҙең ҡара инде, еңгә. Миңә ни... Илап ултырыр балам юҡ... – Шатланып түгел, эске бер әрнеү менән әйтте быныһын Йәнбикә. Егетен яуға оҙатып ҡалды ла ул, әллә ир-егеттәр ҡайта, әллә юҡ. Үткәр шунан ғүмереңде ҡыу ағас һымаҡ.

- Ҡәйнәм риза булһа, таң менән тәҙрәңде сиртермен, йәме?

- Йә...

Бер үҙе биш бала менән ҡалырға риза булманы ҡәйнәһе.

- Үҙем ауырыу, ҡарай алмам, килен, һис юғы икәүһен үҙең менән ал, -тине. – Өлкәнерәктәре ҡалһын, ике бәләкәсен әпкит.

“Ике бәләкәсе” тигәне – өс йәшлек Саимә менән бише тулып уҙған Миҙхәт. Анау тиклем ерҙе нисек йәйәү үтер һуң улар?

Тәҙрә сиртеүгә барлы-юҡлы ризығын артмағына һалып, Йәнбикә килеп сыҡты. Сыҡты ла ҡолап китә яҙҙы.

- Еңгә, - тине телен саҡ әйләндереп. – Быларыңды ҡайҙа апараһың? Күрше ауылға бармайбыҙ бит, Ҡағы ҡайҙа ята...

Тәүҙә үҙенә иптәш булыр тип шатланған Йәнбикә ҡайҙан уны эйәртергә ризалашҡанына үкенеп бөтә алманы. Юлда сабыйҙарҙың оло мәшәҡәт тыуҙырыры, шәп атлап та булмаҫы көн кеүек асыҡ ине.

Көн оҙоно атлап, Таштимергә саҡ барып йығылдылар. Бында Йәнбикәнең бер туған апайы кейәүҙә ине, бөтәһе лә шунда инеп тулды. Хужабикә юҡ ҡына ризығын улар менән бүлеште, сабыйҙарға берәр стакан һөт эсерҙе. Фатанат алдындағы икмәк кмҫәген һиҙҙермәй генә тоҡсайына төшөрҙө. Балаларына бүлеп ҡаптырыр.

Мең бәлә менән, атай-ботай итеп, бер аҙна тигәндә Белорет районындағы бер урыҫ ауылына барып  ауҙылар. Яңғыҙаҡ та, йәшерәк тә булған Йәнбикә шул көнө үк хәлле генә урыҫҡа сусҡа ҡараусы булып урынлашты. Фатанат эш табалманы. Бер үҙе булһа, эше лә табылыр ине, ике бәләкәй бала менән кемгә барып морон төртһөн? Тәүге көндө тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалып, күккә ашҡан ҡаяларға, бейек урман битләүҙәрендәге төп-төҙ шыршы-ҡарағайҙарға, йөҙйәшәр имәндәргә, аҡландарҙы ҡаплап алған һәр төрлө сәскәгә һоҡланып ҡараһа, икенсе көнө ян-яҡтан өҫкә ауып килгән урман эсендә тыны тарыға башланы, башы ауыртты. Сабыйҙарының да төҫө ҡасҡан ине. Ялан кешеһенә ҡарағас һауаһы килешмәй шул.

Ҡайтыр яҡҡа өсөнсө көнө генә сыҡтылар. Фатирынан мөйөш бүлгән олораҡ ҡына мәрйә Фатанаттың тоҡсайына һуған, ҡыяр төрөп һалды, бәрәңге,бер аҙ икмәк тә өҫтәне. Кире юлда хәлдәре тиҙ бөттө юлсыларҙың. Урман да урман, осо-ҡырыйы юҡ, тирә-яҡ күренеп ятһа, әллә тын алыуҙары ла иркенәйер ине. Бер урында ултырып,үҙәк ялғап алырға булдылар. Сабыйҙарына икешәр бәрәңге тотторҙо, үҙе берәүһен яҙа-йоҙа сәйнәп йотто. Шул саҡ тоҡсай төбөндә гәзиткә төрөлгән нимәнелер күреп ҡалды.

- Эй, рәхмәт төшкөрө, мәрйә тағы ниҙер һалған бит ашарға, - тип һөйләнә-һөйләнә төргәкте алып килеп сығарҙы. Асып ҡараһа – сусҡаның теге тоҙло майы.

- Суҡынғыры, ҡалған ғына ризыҡты боҙоп, нишләп был кафыр ашын һалған! – тип  һуҡырана-һуҡырана салоны үлән араһына ырғытты.

- Әсәй, ташлама, тәмде генә ул, - тип улы салоны барып алайым тигәйне, әсәһе:

- Теймә, ҡулыңды бысратып! Гөнаһы ни тора, аллам һаҡтаһын, - тип екертте. – Әллә һин ашап та ҡараныңмы, йүнһеҙ малай?

- Теге... анау ҡыҙыҡ ҡына һөйҙәшкән инәй биргәйне шул. Әйтәм бит, тәмде, тип.

- Йә аллам, ҡай арала баланы аҙҙырып өлгөргән, кафыр. Гөнаһы үҙенә булһын, - тип һөйләнде ла ҡатын, кескәйҙәрен ашыҡтыра башланы. – Эңер төшмәҫ борон Үҙәнбашҡа барып етергә кәрәк.

Ял итеп алғанданг һуң балаларҙың бөтөнләй атлағыһы килмәне.

- Әсәй, ошонда йоҡтайыҡ, - тип ҡыҙы шыңшый башланы.

- Бүренән ашалғың киләме? – тип, әсәһе уны ҡулынан тартып торғоҙмаҡсы иткәйне, сабыйҙың аяҡтары тотмай, һығылып төштө.

- Һыуһаны-ы-ым, - тип мыжырға тотондо.

Шунда ғына Фатанаттың һыу алырға онотҡанлығы иҫенә төштө. Мәрйә, шешәгә сәй ҡойоп, алдына ҡуйғайны бит, тоҡсайына һалып алмаған. Саимәһен бер нисек тә урынынан ҡуҙғатыр әмәл юҡ ине, ахырҙа, ҡыҙын көс-хәл менән күтәреп, эләгә-һөрөнә алға атланы. Миҙхәте йәһәт кенә бая әсәһе ырғытҡан салоны һәрмәнеп табып, улар артынан эйәрҙе. Ул да бик арығайны. Аяғындағы сандалийҙары, яланаяҡ кейгәнлектән, үксәләрен өйкәй, шулай ҙа, үҙенең өлкән ағай икәнлеген хәтерҙә тотоп, зарланмай-нитмәй атлауын белә. Ара-тирә кеҫәһендәге салоны ялаштырып ала.

Фатанат тамам хәлдән тайҙы. Ҡыҙын үләнгә төшөрҙө лә, үҙе шундағы бер ағас төпһәһенә һөйәлде. Талсыҡҡан аяҡтарын һоноп, күҙҙәрен йомдо. Шунда уҡ йоҡомһорап та китте.

- Әсә-әй, һыу... Һы-ыу... – Ҡыҙының мыжыуына күҙҙәрен асты.

Меҫкен сабый үләнгә һуҙылып ятҡан, керпектәрен күтәреп тә ҡарай алмай. Аптырағандан, Фатанат бармаҡтарын төкөрөгө менән еүешләп, ҡыҙының кибеп ярылған ирендәрен сылатып ҡараны. Әсәһе күрмәгәндә генә Миҙхәт һеңлеһенең ауыҙына сало ҡаптырыр ине лә, өләсәһенең: “Тоҙло ризыҡ уғата һыуһата" - тигәнен хәтерләп, был уйынан кире ҡайтты. Ҡулдарын күтәрерлек хәле лә булмаған ҡатын әлһерәгән ҡыҙын урынынан да ҡуҙғата алманы. Һәр ошо урында үҙе лә ятып үлһә, ике балаһы ла һәләк буласаҡ. Улының әлегә аҙ-маҙ булһа ла көсө бар, әммә ул да ныҡ йонсоған. Урман эсендә ҡараңғы тиҙ төшә, ана бит, эңер ҙә һоро ҡанаттарын йәйә. Тоҫмаллауынса, Үҙәнбашҡа  байтаҡ ара  бар әле. Иҫе инерле-сығарлы булып ҡаңғырған әсә ҡарар итте: Саимәне ҡалдырып китергә... Исмаһам, улын булһа ла иҫән-һау алып ҡайтып еткерергә...

- Миҙхәт, юл буйлап атлай тор, ситкә сыҡма, беҙ хәҙер...

Малай ни, әсәһе ҡушҡас, юл буйлап атлап китте. Ул арала салоның бер осон тешләп алып сәйнәргә кереште. Белһә икән, туғанының ауыҙына бәләкәй генә, осмот ҡына бер киҫәк һоғондорһа ла уға әҙерәк хәл өҫтәлерен!

Фатанат ҡыҙын әле генә үҙе һөйәлеп ултырған түмәргә яҡыныраҡ шылдырып һалды. Ни өсөн шулай итте, үҙенең дә башына барып етмәне. Хәҙер ҡарурманда япа-яңғыҙ тороп ҡаласаҡ сабый өсөн барыбер түгелме ни ҡайҙа ятһа ла?..

Ауыҙ эсенән ниҙер мыңғырҙаны ла ҡатын, дерелдәгән аяҡтарын көскә ҡуҙғатып, ситкә атланы. Саимә ниҙер һиҙенгәндәй күҙҙәрен асты:

- Әсәй... Китмә, - тип шыбырланы.

Ҡатынға хәҙер бала илап итәгенә йәбешер, ҡуҙғалырға ирек бирмәҫ кеүек тойолдо. Йәһәтерәк, йәһәтерәк тайырға был ҡәһәрле урындан!

- Әсә-ә-әй! – ҡыҙ, ысынлап та, ишетер-ишетелмәҫ кенә үкһеп иларға тотондо.

Әсәһенең үҙе артынан яңғыҙ ғына килгәнен күреп, Миҙхәттең ҡото алынды.

- Саимә ҡайҙа? Үлдеме? – Малай кире яҡҡа ынтылды.

- Туҡта... Туҡта... Эйе, үлде. Күтәрергә көсөм етмәй. Ҡайтайыҡ...

Миҙхәт әсәһенең тубыҡтарынан ҡосаҡлап, инәлә-ялбара башланы:

- Әсәкәйем, гел һүҙеңде тыңлап ҡына йөрөрмөн. Шаярмам. Ҡалдырмайыҡ һеңлемде, уны бүреләр ашай бит. Ҡалдырмайы-ы-ыҡ!

Малайҙың ҡолағына һеңлеһенең сеңләп илаған тауышы салынды.

- Үлмәгән бит! Алдайһың!

Фатанат улының ҡулынан ҡаты итеп тотто ла алға өҫтөрәне...

Илай-һыҡтай әсәһе артынан эйәрергә мәжбүр булды Миҙхәт.

Тағы әллә күпме яфа сиккәндән һуң, ниһайәт, Үҙәнбаштың бәғзе бер йорттарында һүрән генә янған шәм уттары күренде.

- Берәүгә лә өндәшмә. Әгәр кемгә лә булһа әйтһәң, мине төрмәгә ултырталар, һеҙ бөтәгеҙ ҙә асығып үләһегеҙ, - тип бойорҙо әсә улына.

Миҙхәттең бүренән ашалғыһы ла, асығып үлгеһе лә килмәй ине. Шуға күрә был хаҡта бер кемгә өндәшмәне. Ә күҙ алдынан үләндә илап ятып ҡалған һеңлеһе ғүмер буйы китмәне. “Шунда Саимәгә сало ашатҡан булһам, әллә атлай алыр, ҡарурманда яңғыҙ ҡалып, һәләк булмаҫ ине”, - тигән үкенес хатта үҙе олоғайғас та күңеленән юйылманы. Бәлки, берәй юлсы-фәлән тап булып, алып ҡайтманымы икән, тигән яҡты өмөт тә балҡып-балҡып китә ине. Һуғыш тамамланып, йылдар уҙғас, донъялар ҡәҙимге арыуланғас, үҙ машинаһында Ҡағы яҡтарына барып әйләнде. Хайран да икән бындағы тәбиғәт! Балалығы менән ул гүзәллекте күрмәгән дә икән теге мәлдә, хәйер, бер телем икмәк хаҡындағы хыял менән йәшәгән сабыйҙың күҙенә ул мөһабәт матурлыҡ ҡайҙан ғына салынһын инде... Таныштарына ла, таныш булмағандарына ла туҡтап, хәтирәләре менән уртаҡлашҡан булып, ипләп кенә һораштырғыланы. Берәү ҙә балаһын ҡарурманға ҡалдырып киткән әсә тураһында ишетмәгәйне...

 

Гөлшат Әхмәтҡужина.

Автор:
Читайте нас: