Төрлөһөнән
4 Апрель 2024, 11:05

Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа

Айһылыу Хәсәнованың шиғри юлдарын саҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә: Тәрбиә — ул сәңгелдәктә, Әсәйемдең көйөндә! Атайымдың нигеҙендә, Һәр кемдең үҙ өйөндә!

Һәр бала үҙ бәхете менән тыуаҺәр бала үҙ бәхете менән тыуа
Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа

Һүҙем 12 балаға ғүмер биреп, 11-е иҫән-һау нәҫел ебен дауам иткән Рысҡужа ауылынан Рәсимә һәм Зәғрәф Мостафиндар ғаиләһе тураһында.
Хәмит ауылында йәшәгән Хөмәйрә менән Мостафа Зәйнишевтар тәүге балаларына Рәсимә тип исем бирәләр. Илебеҙгә немец илбаҫарҙары баҫып ингәс, Мостафа тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫа һәм уға шул китеүҙән кире ҡайтырға яҙмай, яу ҡырында хәбәрһеҙ юғала ул. Рәсимәгә алты йәш тулғас, әсәһе ҡыҙын алып, тыуған ауылы Амангилдегә күсеп ҡайта. Рәсимә бәләкәйҙән әсәһенә ярҙамсы булып үҫә. Ете класты тамамлау менән колхозға эшкә сыға. Рысҡужа егете Зәғрәф Мостафин менән танышалар һәм йәштәр 1954 йылда ғаилә ҡоралар. Әрмелә элемтәсе булып хеҙмәт иткән Зәғрәф тыуған яғына ҡайтҡас та ошо һөнәренә тоғро ҡала һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы элемтәсе хеҙмәтендә була.
Йәш ғаилә ҡәйнә йортонда йәшәй башлайҙар. Эш рәтен белгән Рәсимә ҡәйнәһенә ҡарап тормай, йорттағы бөтә эштәрҙе тиҙ арала башҡарып ҡуя. Миңлегөл ҡыҙҙары тыуғас, тормоштары тағы ла йәмләнеп китә. Икенсе булып тыуған Бәшир улдары ике айлыҡ сағында үлеп ҡала. Шулай итеп, Мостафиндар ғүмер биргән 12 баланан 9 малай һәм ике ҡыҙ иҫән-һау буй еткерәләр.
Мәктәптә эшләгәнемдә Мостафиндарҙың малайҙарының класс етәкселәре булараҡ уларҙың ғаиләһе менән яҡшы танышмын. Ҙур йорт күтәреп инеп, иҫкеһен уттыҡ иткәндәр ине. Нисә барһаң да, малайҙар эш менән мәшғүл була торғайны. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрҙө. Малайҙар барыһы ла яҡшы уҡынылар, спорт буйынса мәктәп данын да Мостафиндар күтәрҙе. Төҫкә матурҙар, һәр саҡ ыҫпай, таҙа кейенеп йөрөүҙәре, тәртипле булыуҙары менән башҡаларҙан айырылып торҙо улар.
Рәсимә апай ҡул эштәренә маһир, аш-һыуға оҫта булды. Элемтәсе булған Зәғрәф ағай Хәмит, Ҡырҙас ауылдарына ат менән йөрөнө. Шуға ла ағайҙың ҡатынына өй эштәрендә ярҙамы ла булмағандыр инде. Әсәйемдәр менән ҡатышып йәшәгәс, Зәғрәф ағай беҙгә йыш инә ине.
— Һуғыш осоронда әсәйем менән икебеҙгә ҡыйын булды. Күмәк балалы ғаиләләргә еңеләрәк ине. Шуға ла үҙем яңғыҙ үҫкәс, балаларым күп булһын, бер-береһенә терәк булырҙар, тип теләй торғайным, — тип һөйләгәне хәтерҙә уйылып ҡалған.
Күрәһең, апайҙың Хоҙайҙан һораған теләге ҡабул булған. Балалары мәктәпте тамамлап, һәр ҡайһыһы үҙҙәренә оҡшаған һөнәрле булдылар. Ниндәй эштә, вазифа башҡарһалар ҙа, кеселекле, кешелекле, тырыш, ғәҙел булыуҙары менән айырылып торҙолар. Шуға барыһының да намыҫы таҙа, халыҡ араһында ихтирамлы, абруйлы улар.
Ғаиләлә иң ҙуры булған Миңлегөл Ишҡол егете Әхиәр Шаһиев менән ғаилә ҡороп, ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Миңлегөл оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ғаиләлә өсөнсө булған Ғәҙел Ҡаҙмаш менән Рысҡужа ауылдарының бригадиры булып эшләне. Исеме-есеменә тура килеп, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарҙы бер кемгә лә тауыш күтәрмәй, олоно-оло, кесене кесе итеп ҡараны. Ҡатыны, Рысҡужа ҡыҙы Мәрйәм менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
«Ата-әсә балаларына һәр саҡ ышаныс белдерергә, мауығыуҙарын хупларға, үҫтерергә тейеш, был уларға килеп тыуған ауыр хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итәсәк», тип һынаған Ҡасим, ысынлап та нимәгә тотонһа ла, эшен «һә» тигәнсә атҡарып ҡуя. Спорт буйынса Силәбе, Пермь өлкәләренең данын күтәреп ҙур уңыштар яулаһа, Гусев мәктәбендә ОБЖ уҡытыусыһы булғанда, район буйынса алдынғылар рәтендә булды. Гусев ауыл хакимиәте башлығы булараҡ та, халыҡты ойоштороп, күп эштәр башҡарҙы. Тормош юлдашы, Аһылай ауылы ҡыҙы Зифа менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.
Сарим Ҡаҙмаш ауылына тәүгеләрҙән булып ике ҡатлы йорт күтәреп сыҡты. Ҡатыны Зилә менән ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Рысҡужала ике улына һәм үҙенә яңы йорт һалып инде. Рәссам булараҡ, ваҡытында Ҡаҙмаш мәктәбе музейын үҙ материалдары менән йыһазландырғайны. Әле ул машиналар ремонтлау буйынса техник хеҙмәтләндереү станцияһы асҡан, уға ярҙам һорап райондың төрлө ауылдарынан мөрәжәғәт итәләр. Ҡулы алтын тиҙәр ундайҙар тураһында.
Гусев ауылында йәшәгән, ДРСУ-ла электрик-инженер булып эшләгән Нәғим ҡатыны, Амангилде ҡыҙы Гүзәл менән ике ул, бер ҡыҙ буй еткерҙе. Йомшаҡ күңелле, ипле һүҙле Нәғим һәр кемгә ярҙамсыл булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлдө.
Ҡаҙмаш мәктәбендә хужалыҡ мөдире булып эшләгәнендә Кәрим уҡытыусылар, балалар мәктәпкә килмәҫтән алда барып, һәр ерҙә тәртип урынлаштырыр ине, кластарҙа, мәктәптә ремонт эшләгәндә кәрәкле әйберҙәргә ҡытлыҡ булмаһын өсөн һәр нәмәне алдан йүнләп ҡуйыр булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, заманында мәктәптең хужалыҡ мөдире ине. Унан һуң Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәтен дауам итте. Кәрим ҡатыны, Айыуһаҙы ҡыҙы Лүзә менән дүрт бала үҫтерҙеләр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының аяҡҡа баҫҡанын күрергә насип булманы, ул да иртә китте яҡты донъяларҙан.
Йәлил буй еткереп, Рысҡужа һылыуы Гөлнараға өйләнгәс, Амангилде лә өләсәһе менән йәшәйҙәр. Дүрт бала үҫтерәләр. Улдарына Рысҡужала өй һалырға ярҙам итте Йәлил. Эшсән, тәрбиәле Гөлнара ғына балаларының үҫеп еткәнен күрмәй, ваҡытһыҙ гүр эйәһе булды.
Сафуан оҙаҡ йылдар район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында иретеп-йәбештереүсе булды, әле һаҡ хеҙмәтендә. Ул класташы, Амангилде ҡыҙы Фәрхизәгә өйләнгәс, Амангилделә төпләнделәр. Бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Сафуан да ағаларына оҡшап, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һынатманы, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыуы, тырыш, оҫта булыуы менән айырылып тора.
Зөбәйер Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы ҡыҙы Заһира менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡыҙҙары мәктәпкә китеп барғанда фажиғәгә осрап, һәләк булды.
Зөбәйер ағаларынан айырмалы йомшаҡ күңелле булды. Малайҙар шаярышып берәй эш боҙһалар, уға япһарырҙар ине. «Мин түгел дә инде», — тип әйтеүҙән ары уҙманы.
«Арыш араһында ике бөртөк бойҙай» тигәндәй беренсе һәм унынсы балалары — ҡыҙҙар. Һылыуҙың исеме есеменә тура килеп тора. Һылыу Амангилде егете Нурфәйез менән яҙмышын бәйләп, ике ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирҙе. Ул бөгөн Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтендә эш башҡарыусы булып хеҙмәт юлын үтә. Талапсан, эшен ваҡыты менән иҫәпләшмәй башҡарған, мөрәжәғәт менән килгәндәрҙең бар үтенес-йомоштарын үтәүгә етди ҡараған Һылыу Зәғрәф ҡыҙы биләмә халҡы араһында абруйлы, ихтирамлы.
Халыҡ әйтмешләй, төпсөк улдары, атай нигеҙен һаҡлаған Фазыл ДРСУ-ла автогрейдер машинисы булып эшләй. Аһылай ауылында тыуып үҫкән Рәсимә менән ғаилә ҡороп, өс бала үҫтерәләр. Кәртә тултырып мал-тыуар аҫырап, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, етеш донъя көтәләр.
Бына шулай ун бер баланы, бер ҡайҙан да ярҙам алмайынса, үҙ көстәре менән оло тормош юлына сығарған улар. Ике тапҡыр «Герой әсә» миҙалына лайыҡ булған Рәсимә апай.
Мостафиндарҙың туғыҙ улы ла ил алдындағы изге бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтҡандар, һәр береһенең хеҙмәт иткән часынан ата-әсәгә Рәхмәт хаттары килгән. Ул-ҡыҙҙарының барыһы ла егәрле, эшсән, кешелекле, кеселекле булыуҙары менән айырылып торалар. Былар барыһы ла ғаилә тәрбиәһенән килә, әлбиттә.
Тәрбиәле балалар үҫтергән ғаиләләр Рысҡужала ваҡытында күп булды: Сара һәм Ғәйнетдин Асҡаровтар, Хәснә һәм Нәҙир Мостафиндар, Латифа һәм Милләт Мостафиндар, Раҡыя һәм Иштимер Яҡуповтар, Ғәйнур һәм Әмир Зәйнуллиндар, Яңылбикә һәм Ғәлиәкбәр Вәлиевтар, Мөхлиса һәм Рәшит Ғималовтар, Рәсимә һәм Мөхәмәт Ҡотлоәхмәтовтар, Фәрүәз һәм Шәһитулла Сафиуллиндар, Рәсимә һәм Арыҫлан Әхтәмовтар, Нәзифә һәм Хәмитйән Сөләймәновтар... Үҙем яҡшы белгән, балаларын уҡытҡан ғаиләләрҙең бер нисәүһен генә телгә алдым. Уларҙың балалары, ейәндәре, бүләләре — нәҫелдәренең ғорурлығы.
Фирүзә САФИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР мәғариф алдынғыһы.

Автор:
Читайте нас