Төрлөһөнән
6 Апрель 2024, 14:00

Һуңғы романс

Төн пәрҙәһен йыртып, моң күккә үрләне, йыһанды тибрәтте, һуңға ҡалып, ҡайҙандыр ҡайтып килеүселәрҙе һағайтып, бына-бына шартлап ярылырға әҙер ағас бөрөләрен илаһи бер йылылыҡҡа сорнап, ҡабат ергә әйләнеп килде: “Эй, еркәйем минең, ғәзиз ерем, Бүләк итәм һуңғы йырымды...”  

Һуңғы романсҺуңғы романс
Һуңғы романс

Бөгөн гәзит сыҡҡан көн ине. Етмәһә, Заһир туйға ашыҡҡан бүлмәләше  урынына дежур булып ҡалды, шуға ла эштән һуң ғына ҡайтып барыуы. Әле балкондан урғылған моң таныш уға, үтә лә таныш. Был йортта халыҡтың ғорурлығы, илле йыл дауамында ариалары, ҡабатланмаҫ йырҙары менән тыңлаусыларҙы “зар” илатҡан, һәр сығышы менән күңел кисерештәрен аҡтарып сығарған атаҡлы йырсы йәшәй. Бынан ярты йыл элек кенә Заһир ул көн иткән йортта булды.

- “Билдәле шәхестәрҙең балалары” рубрикаһына ашығыс мәҡәлә кәрәк, - тине мөхәррир. – Иртәгәһе көнгә...

Аптырайһы түгел, редакция халҡы ундай фармандарға күптән күнегеп бөткән.

- Санъяр Ғәфүровтың улы хаҡында яҙһаҡ, нисек булыр икән? Танылған бейеүсе, һәйбәт ғаилә башлығы, тиҙәр, - мөхәррир Заһирҙың ни әйтерен көттө.

Йырсының үҙен сәхнәләрҙә күп тапҡырҙар күрһә лә, улын белмәй ине Заһир. Салы-сарпы ғына ишетеп ҡалғаны бар, имеш, йырсыны яңғыҙ улы ҡарттар йортона илтеп тапшырған да, йәмәғәтселек фекеренән ҡурҡып, кире алып ҡайтҡан икән, тип. Әллә ысын, әллә буш хәбәр, шуның өсөн был имеш-мимеште етәксегә еткереп торманы, йәһәт кенә йыйынды ла йырсыны, дөрөҫөрәге, уның улын эҙләп китте.

Матбуғат йортона яҡын ғына йәшәйҙәр икән. Һомғол буйлы, бар булмышынан бейеүсе дәрте урғылып торған урта йәштәрҙәге ир журналисты ихлас ҡына ҡаршыланы. Ҙур бүлмәгә әйҙәне, йомшаҡ кәнәфиҙән урын күрһәтте. Тик шунда ғына Заһир бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан тар ғына урындыҡҡамы, һикегәме иғтибар итте. Унда ап-аҡ күлмәк-ыштандан, стенаға боролоп, йырсы ята ине. Заһир иҫәнләшмәксе булып ауыҙын асҡан ерҙән туҡтап ҡалды, Санъяр Ғәфүров йоҡлай ине, буғай.

Улы менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар.Шунда Заһир үҙе өсөн мөһим бер һорауҙы бирмәй түҙмәне:

- Һеҙҙең әсәйегеҙ ҙә матур йырлаған, Санъяр ағай тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Йырсы булырға хыялландығыҙмы? Ғөмүмән, сәнғәт юлын һайлауығыҙҙа ғаилә тәрбиәһенең роле булғандыр бит.

Әңгәмәсенең йөҙө үҙгәреүен күреп, ул ни ҙә булһа уйлап өлгөрмәне, тегеһе:

- Һеҙ минең турала яҙырға килдегеҙме, әллә атай хаҡындамы? Уның тураһында булһа, ана, үҙенән һорағыҙ, - тине киҫкен, хатта тупаҫыраҡ тауыш менән. – Знаете, просто надоело. Жить под его тенью надоело!

Заһир был дорфалыҡты нисек аңларға белмәй:

- Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе үпкәләтергә теләмәнем, әммә һәр тәрбиәнең, һәр һәләттең нигеҙендә атай-әсәй  өлгөһө яталыр, тигән фекерҙәмен, - тип яуап ҡайтарҙы.

- Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, шуға ла мин йырсы булырға теләмәнем, - булды яуап.

Ул арала яҙыласаҡ мәҡәлә геройының ҡатыны өҫтәл әҙерләне. Һәр кемгә тәғәйен урындар күрһәтелде, өлөштән башмаҡ ҙурлығы эт тә ҡалманы. Заһирға йәнәш ултырғыстан хужаларса урын алды ла Тарзан, тыныс ҡына алдына аш ҡуйыуҙарын көтә башланы. “Ҙур фатирҙа эт өсөн айырым бер мөйөш юҡмы ни икән? Кеше менән бер өҫтәл артына ултыртмаһалар”, - тигән уй үтте Заһирҙың башынан.

Әллә тәмле аш еҫенән уяндымы Йырсы, әкрен генә ҡуҙғалып, тороп ултырҙы. Журналисҡа баш эйеп кенә иҫәнләшмәксе иткәйне, Заһир һикереп тороп, уның ҡаршыһына барҙы, ике ҡуллап күреште.

Ниңәлер, был да оҡшаманы бөйөк Йырсының улына.

- Ҡулығыҙҙы сайһағыҙ, коридорҙың осонда, - тип ҡуйҙы ҡәнәғәтһеҙлек менән.

Әкрен генә шул уҡ тарафҡа йүнәлгән Йырсыны уҙып китергә тартынып, Заһир аҙымдарын яйлатты. Ул арала йәш хужаның (әллә берҙән-бер хужаның?) ризаһыҙ тауышы йәнә яңғыраны:

- Хәбәрсе иптәш, өҫтәлдә аш һыуына!

... Йырсы өсөн ултырғыс та, ризыҡ та ҡуйылмағайны. Заһир Санъяр Ғәфүровтың кире боролоп килеп, әлеге урындыҡ һымаҡ нәмәгә ҡыйынлыҡ менән урынлашыуын ҡаш аҫтынан ғына әрнеп күҙәтте. Уның мөһабәт кәүҙәһенә тар һәм ҡыҫҡа  ине урындыҡ ғәләмәте. Йомшаҡ түшәк-фәләне лә күренмәй.

Ул арала эргәлә генә ултырған эт, тирә-яҡҡа аҙығын да, шайығын да сәсә-һирпә тамаҡ туйҙыра ине.

- Һеҙ мин әҙерләгән тәғәмде һөйһөнмәнегеҙ, ахыры, - тип хужабикә лә мөнәсәбәтен белдереп ҡуйҙы.

- Санъяр ағайҙың бергә ултырып ашағыһы килмәйме әллә? – тигән булды Заһир. Был өҫтәл артында, ғөмүмән, был өйҙә уға тынсыу һәм ерәнгес ине.

- Ах, вот в чем дело! – тине йәнә руссалап буласаҡ журнал геройы. – Оставьте, ради бога, отца в покое!...

Заһир Йырсының улы хаҡында яҙманы. Уның ҡарауы бөтә ғүмерен кешеләргә тиңһеҙ моң өләшеүгә арнаған, йөрәгенән урғылған хис-тойғоларын ариялары һәм романстары аша бүтән күңелдәргә еткергән, шуның менән донъяны яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ яһаған мәшһүр Йырсының тиңһеҙ ижадына байҡау яһап, ҙур ғына очерк менән сығыш яһаны. Мөхәрриргә бының сәбәбен  аңлатып маташманы, “Башҡа берәйһенә йөкмәтегеҙ был эште, мин булдыра алманым”, - тип кенә ҡуйҙы. 

... Әле бына төнгөһауаны йән тетрәткес моң ярып үтте:

“...Бүләк итәм яҡты йондоҙҙарҙан

Сүпләп йыйған һағыш-моңомдо”.

Төн ҡараңғылығы артҡа сигенде. Әйтерһең, илаһи был минуттарҙа ерҙәге бөтә әшәкелек, аламалыҡ юҡҡа сыҡты, урамдан һирәк-һаяҡ үткән кешеләр туҡтап, ҡараштары менән моң ағылған балконды эҙләне, яҡтырған күңелдәрендә ҡояшты һүндереп ҡуйыуҙан ҡурҡып, үҙ-ара ла һүҙ ҡатмай, тын ғына тора бирҙеләр.

Заһирҙың йөрәге дарҫлап тибергә кереште: ағай өйҙә япа-яңғыҙы! Әгәр шулай булмаһа, ул йырлай алмаҫ ине. Егет бишенсе ҡатҡа йүгерҙе. Ҡат-ҡат ҡыңғырауға  баҫты. Берәү ҙә ишеккә килмәне, тауыш-тын ишетелмәне. Моң да туҡтаны. Заһир кире аҫҡа атылды. Был баҫҡыстарҙың иге-сиге булмаҫ, ғүмерҙә лә беренсе ҡатҡа төшөп етә алмаҫ кеүек тойолдо уға. Урамдағы ығы-зығы уны ергә күтәреп бәрҙеме ни: һуңланы! Һуңланы... Ҡолағына Санъяр Ғәфүровтың моңзары салынғандай булды, ул ҡайтауаз булып, таш йорттарға, таш юлдарға бәрелә-һуғыла ҡапыл күккә, йондоҙҙар эргәһенә күтәрелде лә, икһеҙ-сикһеҙ йыһанға таралып, мәңгегә тынып ҡалды...

Йырсының улы хаҡында уны күктәргә күтәреп данлаған мәҡәлә донъя күрҙе барыбер. Заһир менән бер бүлмәлә ултырған ҡәләмдәше ул эшләй алмағанды эшләне. “Мин атайым менән сикһеҙ ғорурланам. Ул ысын-ысынында бөйөк Йырсы булды”, - тигән һүҙҙәр ҙә бар ине мәҡәләлә...

- Ысынлап шулай тинеме? – был һорауға ҡәләмдәше:

- Әйтмәһә, мин әйттерҙем. Шуға оҡшашыраҡ фекер әйтте ул былай, - тип яуапланы.

Гөлшат Әхмәтҡужина. 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас