Төрлөһөнән
9 Апрель 2024, 14:00

Йәмле йәйҙәр етте инде...

  Ләләнең ҡыуаныстан түбәһе күккә тейгәндәй булды: атаһы баҙарҙан уға алһыу сәскәләр төшкән матур күлдәк алып ҡайтты

Йәмле йәйҙәр етте инде...Йәмле йәйҙәр етте инде...
Йәмле йәйҙәр етте инде...

-        Йә, ҡыҙым, кейеп ҡара әле, - тине атаһы Ләләгә. – Килешәме икән?

Эй килешә лә ине күлдәк ҡыҙыҡайға! Әйтерһең, уға махсус  рәүештә үлсәп теккәндәр. Ләлә тәүҙә әсәһе ятҡан карауат эргәһенә килде.

-        Әсәй, ҡара әле, атайым алып ҡайтҡан. Матурмы?

    Сәкинә шешмәк күҙ ҡабаҡтарын көскә асып, ҡыҙына ҡараны ла, нимәлер мығырланып, стенаға уҡ боролоп ятты. Иң ғәзиз кешеһенән күңел үҫтерерҙәй һүҙ ишетмәҫен аңлаған Ләлә бошонҡо ғына ҡиәфәттә атаһы ултырған бүлмәгә сыҡты.

-        Әсәйең әле сирләй, йүнәлгәс, һине танымай ҙа торор әле, тигән булды Вәлләм.

-        Әсәйем сирләмәй, эскән, - тине еңмешләнеп ҡыҙыҡай. – Ул иҫерек!

       Балаға ҡаршы Вәлләм ни әйтергә лә белмәне. Ултырған урынынан тороп уҡ китте, түрбашта ҡыштырлап ниҙер эшләгән булды.

-        Кискелеккә нимә яраштырайым?– тип һораны ахырҙа ҡыҙынан.

-        Бутҡа, бутҡа! – Иртәнән бирле ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмаған ҡыҙыҡайҙың тағы ауыҙы йырылды. – Мин бутҡа яратам!

Көн һайын майлы бутҡа эләкмәй шул уға, атаһы өйҙә саҡта нимә булһа ла бешереп ашатырға тырыша, ә ул өйҙә булмаһа, көндәр буйы ас йөрөргә лә тура килгеләй.

-        Мә, Сәкинә, бутҡа ашап ҡара. – Вәлләм ҡатынына өндәште. Тегеһе, нимәлер эҙләгәндәй, ян-яғына ҡаранды ла:

-        Берәй  йөҙ грамм юҡмы? – тип һораны.

-        Еткәндер инде һиңә, айнығырға ваҡыт. Бер аҙна эсәһең түгелме?

-        Эсһә... Бүтән ни эш бар? Колхоз бөттө. Социализм юҡ...

Әсәһе һөйләгәндәрҙе аңлап та етмәй Ләлә. Ләкин “колхоз”, “социализм” тигән һүҙҙәрҙе инде ятлап бөткән.  Ни аңлата икән улар? Моғайын, бик алама нәмәләрҙер, иң ҡәҙерле кешеһен ошолай ҡара янып иҫерек ятырға мәжбүр иткәс.

   Ләләгә инде алты йәш. Тоноҡ ҡына булһа ла ул атаһының бик ныҡ эскән мәлен хәтерләй. Әсәһе  ул саҡта әлеге тәмһеҙ нәмәкәйҙе ауыҙына ла алмай ине. Иҙәнде тап-таҙа итеп йыуып ҡуя, ә атаһы әллә ниндәй ҡотһоҙ бәндәләр менән килеп инә лә, аяҡ кейемдәрен дә сисмәй, иҙәнде тотош тапап бөтәләр. Ҡысҡырышалар, тәмәке төтөнөнән өйҙә тын алғыһыҙ була, әллә ниндәй насар һүҙҙәр менән Ләләнең әсәһенә өндәшәләр.

   Йыш ҡына атаһы әсәһенә юҡ-барға бәйләнә башлай, һуғып ебәрә. Ләлә әсәһе менән бер нисә тапҡыр хатта кәртә артындағы бесәнлектә лә төн үткәрҙе. Барыбер ул мәлдә ҡыҙыҡайға еңелерәк ине әле. Асыҡмай торғайны, әсәһе уға тәмлекәстәр бешерә, йылы ойоҡбаштар бәйләп кейҙерә ине.

   Ләкин берҙән-бер көндө атаһы менән гел бергә эсеп йөрөгән һөмһөҙ Фәдис әсәһенең ай-вайына ҡуймай, уны үҙҙәре менән бергә өҫтәл артына ултыртты. Әсәһе тәүҙә тәмһеҙ шыйыҡсаны сирыла-сирыла саҡ йотоп ебәрҙе. “Әсәкәйем, эсмә, ул алйотландыра торған әсе нәмә бит!” – тип ҡысҡырғыһы, аяҡ тибеп илағыһы килде Ләләнең, тик атаһының аҡайған  күҙҙәренән ҡурҡып өндәшмәне. Күп тә үтмәне , гел моңһоу йөрөгән әсәһе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.  Ләләгә лә күңелле булып китте. Унан әсәһе йырлай башланы:

 

Алдар итәйем микән,

Гөлдәр итәйем микән?

Ҡош ҡанаттарында ғына

Осоп китәйем микән?

Аҙаҡ инде Ләлә өсөн иң ауыр көндәр башланды. Атаһы менән әсәһе икәүләшеп эсәләр, уларға күңелле, ҡайһы ваҡыт һуғышып та китәләр, тағы ярашалар, иҫереп, ҡосаҡлашып йырлашалар, ә Ләлә ҡайҙа барырға белмәй. Мөйөшкә һыйына ла ҡурҡып әсәһе менән атаһын күҙәтә. Тегеләр хырылдашып  йоҡлап киткәс, өҫтәлдә ҡатып туҙышып ятҡан икмәк валсыҡтарын йыйып ашай. Һыуға ҡушып ашаһаң, тәмле була. Әлбиттә, ҡасандыр әсәһе бешергән торт, печенье кеүек түгел инде. Ашарына ҡатҡан икмәк тә булмаһа, ҡыйыныраҡ. Ундай көндәрҙә ҡыҙыҡайҙың эсе һыҙып-һыҙып ауырта башлай, башы әйләнә.

   Бер көндө өйгә таныш булмаған ағай-апайҙар килеп тулды. Әллә ниндәй ҡағыҙ аҡтарҙылар, яҙҙылар. Әсәһе менән атаһын әрләнеләр, Ләләнең сәсенән һыйпанылар.  Әсәһе теге апай-ағайҙарға  ҡаршы әллә ниҙәр әйтеп бөттө, атаһы башын эйеп тик ултырҙы. Ахырҙа, Ләләне кейендереп, машинаға ултырттылар ҙа әллә ҡайҙа алып киттеләр. Эй иланы Ләлә “бармайым” тип, эй иланы. Алып барған йортта йылы, таҙа ине.  Тәүҙә ҡыҙҙы туйғансы ашаттылар, ап-аҡ түшәккә йоҡларға һалдылар. Барыбер Ләлә өйөн, унда иҫерешеп  ултырып ҡалған әсәһе менән атаһын һағынды, шуға күрә бер-ике аҙнанан атаһы килеп төшкәс, бик ҡыуанды.

-        Ҡыҙым, ҡайтайыҡ, мин башҡаса ауыҙыма ла алмайым, - тине атаһы, Ләләне ҡосағына ҡыҫып.

Атаһы һүҙендә торҙо, ә бына әсәһе эсеүен ташламаны. Араҡы алырға аҡсаһы булмаһа, әсәһе өйҙән йә сәйнүкте, йә биҙрәләрҙе алып сығып китә. Донъя яңғыратып йырлап ҡайтып инә лә Ләләгә ҡысҡырырға тотона:

-        Нимә миңә тексәйеп тораһың, бисура?! Эстем, шунан нишләтерһең? Теге ваҡыт тороп ҡына ҡалманың бит шул детдомыңда! Ҡайғым булмаҫ ине!..

Ҡайһы мәл ҡыҙын ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп илай.  

-        Бүтән бер тамсы эсмәйем, балаҡайым, антым-шантым бына, әгәр эсһәм, мине ер йотһон!

Эсеүен дә ҡуймай әсәһе, үҙен дә ер ҙә  йотмай. Ләлә уны бик йәлләй, ярата, берҙән-бер көн әсәһен ысынлап та ер йотоп ҡуйыуынан ҡурҡа. Ә инде уныһы эсеп алып донъяны туҙҙыра, атаһын әрләй, үҙен туҡмай башлаһа, эй йотһа йотһон да ҡуйһын ине, исмаһам, мин башҡа ҡыҙҙар һымаҡ урамда уйнап йөрөр инем , матур-матур күлдәктәр кейер инем, тип уйлай башлай. Хатта үҙенә лә ҡурҡыныс булып китә. Ә бына бөгөн атаһы матур биҙәкле күлдәк алып ҡайтты.

-        Атай, күлдәгемде кейеп, урамға сығайыммы? – тип һораны ҡыҙ.

-        Әле ҡыш бит, барыбер күлдәгеңде берәү ҙә күрмәй. Йәмле йәйҙәр етер әле, шунда кейеп йөрөрһөң, йәме?- Атаһы ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.

-        Ул йәмле йәйҙәр ҡасан етер икән һуң, атай?

-        Етер- етер, һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ике-өс айҙан көндәр йылынып китер...

Ләлә  матур күлдәген ҡупшылап ҡына төрөп, кейем шкафының иң төпкө кәштәһенә һалып ҡуйҙы.

 ... Йәмле йәйҙәр ҙә етте. Атаһы ла йәнә әсәһенә ҡушылып эсә башланы. Ҡыҙыҡай өсөн тағы ауыр көндәр башланды. Бер көн шулай өй янындағы эскәмйәлә моңайып ҡына ултыра ине, арғы урамда йәшәгән йәштәше Наза килә ята. Ә өҫтөндә хас та теге ваҡыт, әле атаһы айыҡ йөрөгән саҡта ҡыҙына бүләккә алып ҡайтҡан алһыу ғына сәскәле күлдәк! Ләлә ул күлдәк хаҡында бөтөнләй онотҡан икән дә баһа!  Бына бит, әгәр Назаны күрмәһә, хәтеренә лә төшмәҫ ине.

-        Минең дә ошондай күлдәгем бар! Хәҙер кейеп сығам! Икебеҙ бер иш булырбыҙ, игеҙәктәр һымаҡ, эйе бит!

Ләлә Назаның үҙенә ни тип әйткәнен дә ишетмәне.  Йортона йүгереп кереп китте. Эй эҙләне ул күлдәген, эй эҙләне. Таба алманы.

   Әсәһе менән атаһы таң атыр-атмаҫтан ҡултыҡлашып теге осҡа сығып киткәйнеләр, һорар кеше юҡ.

   Аптырағас, ҡыҙыҡай кире тышҡа сыҡты, Назаның һаман китмәй тороуын күргәс:

-        Мин күлдәгемде тапманым, - тигән булды.

-        - Бына  ла ул һинең күлдәгең, - тине тип-тигеҙ аҡ тештәрен йылтыратып көлөп Наза. – Тик ул һинеке түгел инде, минеке.Әсәйем кисә һинең әсәйеңә хаҡын түләне... Үәт!..

Гөлшат Әхмәтҡужина.

Автор:
Читайте нас