Төрлөһөнән
13 Апрель 2024, 06:10

Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр

Донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын – ғаиләлә. Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы итеү – ир-аттан. Ошоно күҙ уңында тотоп йәшәй Мөхәмәт һәм Зөлфиә Ялаловтар.

Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булырОяһында ни күрһә – осҡанында шул булыр
Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр

Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға иң ҙур, иң яуаплы бурыстарҙың береһен – бала бағып, кешелекте дауам иттереүҙе йөкмәткән. Аллаһ ҡаршында күп бала тыуҙырған ҡатын бала тыуҙырмағандан һөйөклөрәк, тип әйтелә хәҙистә. Сабый донъяға килһә, “ата-әсәле, дүрт күҙ араһында үҫһен!” тип теләйбеҙ. Әммә тормош һин теләгәнсә генә барһа ине лә бит... Мин яҙасаҡ ғаилә пары – Зөлфиә һәм Мөхәмәт Ялаловтар үҙҙәре етемлектең әсе һурпаһын татыған, шуғалыр ҙа балалары өсөн өҙөлөп торған атай һәм әсәй булып, уларға яҡты киләсәк бағлап, матур хыялдар менән йәшәй.
Зөлфиә Ишҡол ауылында Зөлфирә һәм Айбулат Хәйретдиновтарҙың йәш ғаиләһендә көтөп алынған беренсе бала булып донъяға ауаз һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы менән әсәһе мал эҙләргә сыҡҡан ваҡытта, атаһы тракторҙан ҡолап гүр эйәһе була. Бер йәше лә тулмаған ҡыҙ бала менән әсәһе тол ҡала. Йәш әсә сабый менән тыуған ауылы Исҡужаға ҡайтып төпләнә.
Тал Ҡусҡары егете Рәүф Рәжәп улына кейәүгә сығып, тағы ла бәхетен һынап ҡарай Зөлфирә Рәхимйән ҡыҙы. Бер-бер артлы шуҡ һәм теремек Инйәр һәм Иҙел исемле малайҙар донъяға килә. Ҡустыларына яҡшы апай була Зөлфиә. Уларҙың гел өҫ-кейемен ҡарай, дәрестәрен әҙерләшә, өйҙә әсәһенең дә уң ҡулы була. Әммә ғәзиз кешеһендә яман шеш сире табыла. Гөрләтеп донъя көтөр сағында әсәһенең сиргә юлығыуы Зөлфиәгә ҙур һынау була. Көн һайын тиерлек район, эргә-тирәләге ҡалалар, баш ҡала дауаханаларын тапау ҙа, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уколдар алыу ҙа, дарыуҙар эсеү ҙә ярҙам итмәй ҡәҙерле кешеһенә. Көндәрҙән бер көндө ике улын, ҡыҙын ҡалдырып, әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә.
Өләсәйем булмаһа нишләр инем икән!? Әлдә ул ярҙамға килде, ҡанаты аҫтына алды, бәлиғ булмаған ике ҡустым менән бөтөнләй яңғыҙ тороп ҡалыр инем, - тип һөйләй ул мәлдәрҙе иҫләп. – Көйөп килгәндә лә, илап килгәндә лә йыуатыусым булды. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырып, уҡытып, туйҙар үткәргән өләсәйемдең оҙон ғүмерле булыуын, һаулыҡта ғына йәшәүен теләйем.
Ысынлап та, Исҡужа ауылына килен булып төшөп, таштай батып йәшәгән Рәйсә инәй Ниғмәтуллина тураһында белмәгән кеше һирәктер. Ҡыҙы гүр эйәһе булғас та, уның балаларын яңғыҙ ҡалдырмай ул. Үҙ ҡарамағына алып, яҙмыш һынауҙарын бергә йырып сығалар. Бөгөн иһә Р. Ниғмәтуллина балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөү-наҙына күмелеп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Зөлфиәнең бер туған ҡустылары Инйәр менән Иҙел дә эйәле-башлы. Инйәр ғаиләһе менән Асҡарҙа йәшәй, Иҙел 8 март байрамында Рауил ауылынан кәләш әйттергән.
Ғаилә башлығы Мөхәмәттең дә бала сағы бәхетле булмаған. Ул да өләсәй ҡарамағында буй еткергән егет. Бер ғаиләлә тәрбиәләнгән дүрт малай атай-әсәйһеҙ ҡалғанда ла тормош һынауҙарына бирешмәй. Һәр береһе үҙ юлын таба, ғаилә ҡора, гөрләтеп донъя көтә.
Ялаловтарҙың нисек танышыуҙары хаҡында һорағас, икеһе лә йылмайып ебәрҙе.
– Студент саҡ. Магнитогорскиҙан ҡайтырға тип юлға сыҡтым, Мөхәмәт “Радуга”ла ултыртып алды. Асҡарға тиклем килеп еткәс, һеҙгә ҡайһы яҡҡа тип һораны. Мин Ишҡол яғына тигәс, “әйҙә алып барам”, тине. Ишҡолға барып еткәс, “өйөң ҡайҙа?” ти, Исҡужала йәшәйем тигәс, мине ауылыма тиклем алып килде. Шулайтып таныштыҡ та инде, – тип һөйләй Зөлфиә.
Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ҡыҙ һәм егет оҙаҡламай гөрләтеп туй яһай. “Әсәйемдең көндән-көн һурығыуын күреү минең өсөн иң ауыр михнәттәрҙең береһе булды. Шуға ла йәш кенә булһаҡ та, әсәйем минең кейәүгә сыҡҡан мәлемде күреп ҡалһын тигән уй менән өйләнештек,” – ти Зөлфиә.
Йәш ғаилә башта Магнитогорск, Сибай ҡалаларында йәшәй, һуңынан Көнсығыш-1 биҫтәһенең Мостай Кәрим урамында үҙҙәренә күркәм йорт һалып сыға. Булдыҡлы ирҙең тырышлығы ҡапҡаһынан күренә, тиҙәр. Ғаилә башлығы эштән һуң донъя мәшәҡәттәренә сума: һыуын да үткәрә, мунсаһын да эшләй, теплицаһын да ултырта. Зөлфиә 1-се Асҡар мәктәбендә шәфҡәт туташы булып эш башлай, Мөхәмәт Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт итә.
Ялаловтарҙың ғаиләһендә бер-бер артлы Марсель исемле малайҙары һәм Азалия, Азалина исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Марсель хоккей, бейеү түңәрәктәрен ҡалдырмай. Азалия әле балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл уҡырға барырға йыйына, ҡыҙҙарға хас булғанса, ағаһы менән һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булырға күнеккән. “Ул шул тиклем хәстәрле, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ”, – ти шатлыҡ-бәхет нурҙарына сорналған әсәй. Бөгөнгө көндә әсәй кеше Азалина менән декрет ялында.
Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ғаилә төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтә.
– Ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә ышаныс һәм тыныс мөхит булғанда, әллә ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә була. Хәҙерге заманда балаларға төрлө яҡлап үҫешер өсөн, матур киләсәк төҙөр өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Үҙебеҙ етем үҫкәнгә күрә, сабыйҙарыбыҙға барыһын да булдырырға тырышабыҙ, – тиҙәр Ялаловтар.
Күптән түгел ғаилә йәшәп ятҡан йорттарын һатып, ике ҡатлы йорттоң асҡысын ҡулдарына алып ҡыуанған, өр-яңынан еңел машина ла алған. Ишле ғаиләнең иркен, матур йорто бәхетлеләр йәшәгәнлегенә ишара. Бала- ларының ошондай матур тормош ҡороуына өләсәһе лә сикһеҙ шат. Был аңлашыла ла: балаңдың балаһын бәхетле йәшәүен күреүе үҙе ҙур бәхет бит!
Ғөмүмән, балалар тормош мәктәбен ата-әсәһенән ала. Мөхәмәт менән Зөлфиәнең балалары ла тик яҡшы сифаттарға эйә булырына иманым камил. Уларҙың тыныс холҡо, тырышлығы, оҫталыҡтары балаларына күсер. Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, тиҙәр бит.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас