Азалия Әһелованы «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»ндә оҫтабикә булараҡ астым. Быға тиклем уны балалар баҡсаһында тәрбиәсе, унан мәғариф бүлегендә әйҙәүсе белгес итеп белә инем. Азалияның милли, стилләштерелгән һәм заманса биҙәүестәр күргәҙмәһе янынан гүзәл заттар китешмәне, сара ахырына өҫтәлдәр бушап ҡалғайны. «Тешләшмәгән» хаҡҡа зауыҡлы биҙәүестәр алып, шунда уҡ таға һалып бәхетле булып ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙан бигерәк уларҙы ижад иткән оҫтабикәһе матурлыҡ өләшеүенән ҡәнәғәт ҡалды.
Бәхет биләмәһенән һуң Азалия Рим ҡыҙы менән осрашып һөйләшергә яҙҙы. Бары менән ҡәнәғәт була белгән, күркәм сабыр холоҡло, яҙмышы келән генә бармаһа ла, тормошто йәйғор төҫтәрендә күргән, әрнеү-ҡайғыларын эш менән баҫып, ҡыуаныстарына шөкөр итеп йәшәгән аҡыллы ҡатын-ҡыҙ булараҡ та асылды ул миңә.
Ғаиләлә матур тәрбиә ала Азалия. Ата-әсәһен районда күптәр белә торғандыр: Рим Сәйфетдин улы хаҡлы ялға сыҡҡансы собес етәксеһе булып эшләне, Фәриҙә Зиннур ҡыҙы үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған иң тәүге уҡытыусыларҙың береһе ине. Әсәнән күргән — тун бескән, атанан күргән — уҡ юнған тигәндәй, ҡәҙерлеләренең күркәм ғәҙәттәрен үҙ иткән ҡыҙҙары ла. Үҫмерлек осоронда уны әсәһенән күрмәксе тегеү эше ҡыҙыҡтыра, өҫтөнә төрлө кейемдәр тегеп кейә.
— Әсәйемдең әсәһе — Әбделғәзенән Сара өләсәйем оҫта тегенсе ине: ул кейем генә түгел, түшәк-ҡаралтыны ла үҙе текте, ә мин әсәйем теккән күлдәктәрҙе кейеп үҫтем. Шуға күрә тегенселек нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Ә атайым һәүәҫкәр баҡсасы булды, беҙҙең йорт тирәләй нимә генә үҫмәне! Баҡсаға әүәҫлегем унан, — ти ул. 9-сы кластан һуң педагогия колледжына уҡырға инеүе лә ата-әсәһе юлынан китеүенән, Зиннур олатаһы ла уҡытыусы була уның.
Үҙе ике бала әсәһе булып өлгөргән Азалия әсәһенең яман ауырыуҙан иртә мәрхүмә булыуын ауыр кисерә. Икенсе ҡыҙы менән бала табыу йортонан сыҡҡан ғына мәлендә ҡайғы һеңгәҙәтә. Юҡ, үҙен йәлләмәй ул, 47 йәшендә генә донъялыҡтан киткән иң яҡын кешеһе өсөн өҙгөләнә, яҡты уйлы, оптимистик рухлы, эш тип йән атҡан кешенең күҙ алдында шәмдәй һүнеүе үкендерә. Шул мәлдә сәйлән теҙеүгә ылыға йәш ҡатын, яңы шөғөлө ярҙарынан сыҡҡан ярһыу йылғалай тотороҡлоғон юғалтҡан күңелен имләй, уйҙарын рәтләй. Ҡул эшенә маһир Азалияның сәйләндән теҙгән эштәре лә бик матур, зауыҡлы килеп сыға. Иң мөһиме был шөғөлө үҙенең дә күңеленә ята. Яратҡан эшен ҡулынан төшөрмәүенә 17 йыл хәҙер.
— Сәйлән теҙмәгән бер көнөм юҡ. Иптәшем махсус өҫтәл эшләп бирҙе, бөтә материалдарым ҡул аҫтында. Эштән төшкөлөккә ҡайтҡан арала ла, «эш урыныма» туҡталып, бер нисә бөртөк булһа ла мәрйен теҙеп китәм, — тип йылмая ул.
Азалия Рим ҡыҙының ижадында милли һәм стилләштерелгән биҙәүестәр төп урынды биләй. Ваҡ, күпме күҙ нурҙарын түгеп башҡарған эштәренең һәр береһе сәнғәт өлгөһөнә торошло. Тәүгеләрен фольклорҙа ҡатнашып йөрөгәс милли күлдәге лә, селтәр-һаҡалы ла булған ҡәйнәһе Таңһылыу Ғиззәт ҡыҙыныҡынан ҡарап эшләгән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан әсәһенең дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн күрһәтмә материал итеп һаҡлаған боронғо ҡомартҡыларынан да күп нимәгә өйрәнгән. Хәҙер оҫталыҡ буйынса уның менән ярышырлыҡ түгел. Боронғо селтәрҙәр өлгөһөндә тәңкәләп, ҡыҙыл мәрйендән теҙелгән селтәрҙәре күҙ яуын ала, ысын мәғәнәһендә быуындан-быуынға тапшырыла торған затлы хазина! Оҫтабикә фәҡәт сифатлы материалдар менән эшләй. Чех сәйләненә өҫтөнлөк бирә, мәрйендәр теҙгәндә бер тигеҙлеге менән айырыла. Интернет аша яҙҙырып алып булған ҡалай тәңкәләр осһоҙға сыҡһа ла, улар тиҙ арала ҡарая икән. Шуға күрә Азалия боронғолар миҫалында ысын аҡсаны тиштереп баҫыуҙы ҡулай күрә. Стилләштерелгән биҙәүестәр — хәситәләр өсөн башлыса көмбәҙле тәңкәләр ҡуллана. Уларҙы 1-2 һумлыҡ тимер аҡсанан һуғып биреүсе оҫта ла тапҡан.
— Үҙемә тип эшләгән ҡашмау-селтәрҙән торған комплектым бар. Уларымды йыш ҡына бейеүселәр һорап алып тора. Ҡалған эштәремде ҡыҙҙарыма инселәп, йәиһә туғандарыма бүләк итеп яһаным. Ләкин һатыу тураһында бөтөнләй уйламай инем. Ҡул эштәрем күп булып йыйылып киткәс, таныштар, бикәстәр һат тип өгөтләй башланы. Әҙ-әҙләп үҙҙәре һорағандарға һатыштыр-ҙым. Ғөмүмән, һатам тип яр һалыу, рекламалау миңә хас түгел. Өс йыл элек район мәғариф бүлегенә эшкә күскәс, хеҙмәттәшем Гөлсәсәк Мортазина, социаль селтәрҙә махсус аккаунт булдырып, биҙәүестәремде һатыу менән ихлас шөғөлләнә башланы. Тауарыма артыҡ ҙур хаҡ ҡуймайым, материал хаҡын күтәреп, ҡулға әҙ-мәҙ ҡалһа еткән, — тип дауам итә ул.
Ижади һәләтенең ярҙамы Азалия Рим ҡыҙына мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләгән сағында ныҡ тейгән. Кейәүгә сыҡҡас, башта өс йыл Ҡаҙмаш мәктәбендә уҡыта. Унан йәштәр балаларының киләсәген күҙаллап район үҙәгенә күсәләр. Байтаҡ осор собеста социаль хеҙмәткәрҙәр менән эшләү бүлеген етәкләй. Улы тыуып декрет ялында булғандан һуң, бәләкәсе менән бергә яңы асылған «Миләш» балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килә. Педколледждан һуң М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында уҡып социаль педагог, педагог-психолог һөнәрҙәре буйынса юғары белем алған Азалия Әһелова, өс бала әсәһе булыуына ҡарамаҫтан, яңы эше буйынса ла уҡырға ҡарар итә. Ситтән тороп уҡып Башҡорт дәүләт университетының мәктәпкәсә педагогика факультетын тамамлай. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел, теләк кенә булһын тигән ҡараштағы геройым әлеге ваҡытта юридик белем алыу тураһында уйлай.
Аңлауығыҙса, геройым өс бала әсәһе. Өлкән ҡыҙы Регина медицина колледжын тамамлаған, кейәүҙә, Белоретта йәшәйҙәр, йәш ярымлыҡ ул үҫтерәләр. «Өләсәй булыу иң татлы хистәрҙе уята», — ти йәш өләсәй. Заманса туй аксессуарҙары әҙерләүҙе, ғаилә байрамын биҙәүҙе йәштәр һис һүҙһеҙ Азалия Рим ҡыҙына ышанып йөкмәтә. Был бурысты шул тиклем еренә еткереп бөтә күңелен һалып атҡара ул. Ул ғынамы ҡыҙына милли зауыҡ менән бирнә әҙерләй, хатта ҡоҙағыйына ла һаҡал эшләп бүләк итә. Икенсе ҡыҙы Айлина быйыл Т. Кусимов исемендәге гимназияны тамамлай, медуниверситетҡа һынау тотмаҡсы. Әсәһенең ижади һәләте Айлинаға ла бирелгән: сәйләндән бик зауыҡлы биҙәүестәр эшләй. Регинаның мәрйен теҙеп ултырырға сабырлығы етмәһә лә, ҡәҙерле кешеһенең шөғөлөнә бөтөнләй битараф түгел. Осраған бер еренән муйынсаҡ, сәйлән, башҡа кәрәк-яраҡтар ташып әсәһен һөйөндөрә. Әйткәндәй, Азалия Рим ҡыҙының коллегалары, әхирәттәре лә унда-бында барғанында уға тик шундай бүләктәр алып ҡайта. Төпсөктәре Искәндәр 5-се класс уҡыусыһы.
Баштараҡ Азалияның баҡса үҫтереүгә әүәҫлеге хаҡында яҙып үткәйнем. Тормош иптәше Радмир Әхмәт улы менән бергәләп Көнсығыш-1 биҫтәһендә төҙөп сыҡҡан йорттары ихатаһында шәп баҡса булдырғандар. Хужабикә баҡса еләге үҫтереү менән мауыға, үрсетмәләрен һата. Йәшелсәләре ишелеп уңа, яҡшы сортлы емеш-еләк ағастары мул уңыш бирә. Былтыр ремонтант ҡурай еләген ватсаптағы баҡса-баҡсасылар чаттары аша һатып арыу уҡ аҡса сығарған, үҙҙәренә 40 литр ҡайнатма әҙерләгән. Көҙгөһөн тыштағы эштәрҙе теүәлләгәс, яңы шөғөл асҡан.
— Эпоксид сайырынан һырғалар, беләҙек-кулондар эшләүселәр ижады күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Бер нисә видеодәрес ҡараным да, тәүәккәлләргә ниәтләнем. Төрлө сайттарҙан кәрәкле материалдар заказ итеп эшкә тотондом, — ти ул был турала.
Ә һөҙөмтәһе нисек килеп сығыуы тураһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» сараһында Азалия Әһелованың биҙәүестәренең «һә» тигәнсе таралып бөтөүе һөйләй. «Дөйөм алғанда 60 мең һумлыҡ биҙәүес һаттым. Шуның дүрттән бер өлөшө — таҙа килем. Иң мөһиме ҡул эштәрем тик кенә ятмаясаҡ — кемдәрҙең түшендә сыңлаясаҡ, кемдәрҙең ҡолаҡтарын һәм ҡулдарын биҙәйәсәк. Ә мин яңынан ижад итеүгә тотонам», — тип тамамланы һүҙҙе ихлас оҫтабикә.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.