+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май , 19:10

Гөлшан + Фидан = «Туйыш»

Бөгөн ауылдарҙа йәштәр күбеһенсә ситкә китә, ҡалаларға күсә тиһәләр ҙә, ауылға йән өрөп, йәштәргә хас дәртлелек менән гөрләтеп донъя көтөүселәр бар. Айырыуса уларҙың үҙ эшен асырға ынтылыуы — ҡыуаныслы күренеш. Шарттар һәм мөмкинлектәр бар икән, ниңә тәүәкәлләмәҫкә? Мәҫәлән, Туйыш ауылынан йәш ғаилә — Гөлшан һәм Фидан Йомағужиндар тап шундайҙарҙың береһе.

Гөлшан + Фидан = «Туйыш»
Гөлшан + Фидан = «Туйыш»

Байымға барғанда юлдың һул яғынан әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп иткән «Туйыш» магазины алды тулы машина ине, һатып алыусылар ҙа күп. Ығы-зығы араһында эшҡыуар ғаилә ағзалары менән һөйләшеү бәхете тейҙе.
Йәш ғаилә менән танышып, аралаша башлағас та, алма ағасынан алыҫ төшмәй тигән мәҡәлдең асылына инандым. Ғаилә башлығы Фидандың да, кәләше Гөлшандың да туғандары араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп булыуы асыҡланды.
Аһылай ауылында ғүмер иткән Әлфиә һәм Ирек Йомағужиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән Фидандың ата-әсәһе колхоз тарҡалғас та, үҙҙәре магазин аса. Ул заманда популяр булған Москвич машинаһы менән Мәғниткә әйбер артынан йөрөгәндәр. Бәләкәс Фиданды ла үҙҙәре менән алғандар. Ундағы һатыусылар «Буласаҡ эшҡыуар үҫеп килә!» — тигәндәр.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым 8 йыл элек яман шеш ауырынан китеп барҙы. Әсәйем әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Лилиә апайым һәм Әсләм ағайым Магнитогорск ҡалаһында ғаиләләре менән матур итеп донъя көтәләр, — тип үҙе тыуып үҫкән ғаиләһе менән таныштырҙы Фидан. — Мин Белорет лицей-интернатын тамамлап, Магнитогорск ҡалаһының күп профилле колледжында слесарь һөнәрен үҙләштерҙем. Әрмелә булғандан һуң, металлургия комбинатында эш башланым.
Гөлшан иһә Туйыш ауылынан. Лилиә һәм Ғәҙел Миңлебаевтарҙың биш балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙҙың да зат-нәҫеле эшҡыуарлыҡ менән була.
— Атайым — умартасы. Әсәйем Байым урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар математика уҡытыусыһы булып эшләне һәм әлеге ваҡытта туҡмас әҙерләп, һатыуға сығара. Әсәйем матур йырлай, тамада булып та йөрөй, — тип һөйләй ул. — Һеңлем Наҙгөл БДПУ-ның филология факультетында 4-се курста уҡып йөрөй. Ҡустым Салауат әрмелә хеҙмәт итә. Нурсолтан һәм Сыңғыҙ ҡустыларым мәктәптә уҡыйҙар. Ғаиләлә ир-егеттәребеҙ шахмат уйнай, бөтәбеҙ ҙә «Шатлыҡ» бейеү ансамблендә бейенек.
Уҡыуҙа ла һынатмаған, мәктәп тормошондағы һәр сараның биҙәге булған Гөл-шан Байым урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация-техник университетында транспорт буйынса белгес булып сыға.
Йәштәрҙең нисек танышып, ҡауышыуҙары хаҡында ла һораштыҡ. Баҡтиһәң, Гөлшандың әсәһе Аһылай ауылынан, шуға күрә лә ҡыҙҙың каникулдары олатаһы менән өләсәһендә үтә. Шунда таныша ла инде егет менән ҡыҙ. Осҡор күҙле, оҙон сәсле ҡыҙҙы ҡулынан ысҡындырмай Фидан. Тоғролоҡта һәм мөхәббәттә бер-береһен һынағандан һуң, 2021 йылда туй гөрләтәләр.
Йәштәргә туй мәлендә бүләккә байтаҡ ҡына аҡса төшә. «Баллы ай»ға ял итергә барайыҡмы, әллә үҙебеҙҙең эшебеҙҙе асайыҡмы тигән икеле-микеле уйҙарҙан һуң, икенсеһен һайлай улар. Магнитогорск ҡалаһында бал продукцияһы һәм төрлө үлән сәйҙәре һатыу нөктәһе асалар. Гөлшандың атаһы умартасы булғанға күрә, осһоҙораҡ хаҡҡа бал продукцияһы менән уларҙы тәьмин итә.
— 2022 йылдың июлендә атайымдың бер туған апайы һәм еҙнәһе — Азат апам һәм Гөлфиә инәйем Ғилметдиновтар Туйыш ауылындағы магазиндарын һатып алырға тәҡдим иттеләр. Беҙ күп уйлап торманыҡ, риза булдыҡ, сөнки Фидандың күптәнге хыялы ауылда төпләнеү ине, — ти Г. Йомағужина.
Магазинды асҡанда ата-әсәйҙәренең, туғандарының, дуҫтарының ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ күп була. Магазинды һатып алғандан һуң, бинаға ремонт эшләгәндәр, әйбер ташырға машина алырға тура килә. Шул ваҡытта Фидандың бер туған ағаһы Әсләм Йомағужин ҙур ярҙам ҡулы һуҙа йәштәргә: бинаны ремонтлауҙа ярҙамы ҙур була, машина алғанда яҡшы кәңәштәрен бирә. Гөлшандың ҡустыһы Салауат магазин асылғандан алып әрмегә киткәнсе төп һатыусылары була. Йәштәр әйтеүенсә, туғандарының кемен генә алһалар ҙа, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, бер ҡасан да кире яуап алғандары юҡ. «Яҡындарыбыҙҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ», — тиҙәр улар.
Әлеге ваҡытта күп эште ғаилә башлығы үҙе башҡара — әйбер алып килә, теҙә, хаҡтар ҡуя һәм һата ла. Һатыусы булып Фидан үҙе йәки ҡәйнәһе эшләй, сөнки Гөлшан бер йәшлек ҡыҙы менән әле декрет ялында ултыра.
— Мәктәптә уҡыған ваҡытта каникул осорҙарында Гөлфиә инәйемдең магазиндарында, һуңынан студент саҡта карантин һәм каникулға ҡайтҡанда әсәйемдең бер туған апайы Миләүшә һәм еҙнәһе Ришат Исламовтарҙың магазинында эшләй торғайным. Уларҙа эшләү миңә ҙур тәжрибә булды. Шуға күрә үҙебеҙҙең эшебеҙҙе алып китеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Оҙаҡ йылдар шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән инәйҙәрем минең төп кәңәшселәрем, — ти Гөлшан.
Йәш ғаилә эшләй ҙә, ял да итә белә. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар, быйыл ғинуар айында өсәүләшеп Мысыр иленә сәйәхәт ҡылған улар. Ул ваҡытта ла магазин бер көн дә бикле тормаған — Әсләм Йомағужин әйбер ташыһа, Лилиә Миңлебаева магазинда эшләгән.
Магазинда түшәк кәрәк-яраҡтары, көнкүреш техникаһынан башлап көндәлек тауарҙарға тиклем киң ассортиментта тәҡдим ителгән: сәйнүк, табаҡ-кәстрүлдәр, һауыт-һаба, кейем-һалымдың йәнеңә теләгәнен һайлап алырға була. Байрам, тыуған көндәр уңайынан бүләк кәрәк булһа ла, «Туйыш» магазины ярҙамға килә. Хаҡтары ла «тешләшмәй», арзан булыуы менән айырылып тора. Урындағы халыҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт. Шулай булмай ни, күңел һалып эшләгән эш үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерә бит ул.
— Бөгөн күптәр, ауылда эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланырға ярата. Ауылда эш тә күп, үҙ шөғөлөңә тотоноу өсөн ер ҙә етерлек, хужаһыҙ объекттар ҙа бар. Тик тырышлыҡ, тәүәккәллек кенә кәрәк, — ти эшҡыуарҙар.
Көн-төн тимәй, эшлекле тормош алып барған Йомағужиндарҙың ғаиләһе үҙ эшен асырға уйлаусыларға өлгө булып тора. Ғаилә килемен тулыландырыу сығанағы булған шөғөлөгөҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: