+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май , 11:50

Милли батырыбыҙҙың 270 йыллығына әҙерлек башланды

Салауат Юлаевтың юбилей тантаналары киң билдәләнәсәк

Милли батырыбыҙҙың 270 йыллығына әҙерлек башланды
Милли батырыбыҙҙың 270 йыллығына әҙерлек башланды

Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған юбилей тантаналарын үткәреүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Салауат районында уҙған һөйләшеүҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.

Быйыл саралар милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә — 16 июндә ойоштороласаҡ. Мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы ла ошо көнгә тура килә.

«Салауат йыйыны-2024»һабантуй урынында була. Әле бында сәхнәне һәм инфраструктураның башҡа элементтарын яңыртыу эштәре бара. Беҙ ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға, халыҡтың тарихын һәм көнкүрешен күрһәтергә тейешбеҙ. Бына тыш, Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй янында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы асыла. Бында төҙөлөш эштәре тамамланып килә. Комплексҡа барыу өсөн яңы юл һалына», —  тине беренсе вице-премьер.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-14/v-bashkirii-sostoyalos-soveschanie-po-podgotovke-k-270-letiyu-salavata-yulaeva-3765951

Автор:
Читайте нас: