+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май , 15:00

Ауылымдың халҡы уңған

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Ҡужан бүлексәһе өлгөлө ғаиләләрҙе, уңған ауылдаштарын башҡаларға үрнәк итеп, улар йәшәгән йорттарға алтаҡталар беркетеүҙе дауам итә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Ҡужан бүлексәһе өлгөлө ғаиләләрҙе, уңған ауылдаштарын башҡаларға үрнәк итеп, улар йәшәгән йорттарға алтаҡталар беркетеүҙе дауам итә. Март айынан Йәнһылыу Ахунйәнованың өйөн «Өлгөлө йорт», Зөлфиә Әғзәмованыҡын «Уңған хужабикә», Мөниә Муллағәлләмованыҡын «Өлгөлө өләсәй» алтаҡталары биҙәй.

Шөкөр, ауылыбыҙ уңған, эшлекле, өлгөр халҡы менән дан тота. Мәҫәлән, Ҡужан килене Мөниә Ғәбдинур ҡыҙын ауылда олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Ул тормош иптәше Ғәлиәхмәт Муллағәлләмов менән ике ҡыҙ, бер улға ғүмер бирәләр. Тик тормош аяуһыҙ, ире йәшләй генә донъя ҡуйҙы. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ҡалған ҡатын ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй, ул-ҡыҙҙарын кеше араһында кәм-хур итмәй, үҫтереп, кеше итеү өсөн бар көсөн һала. Яңы өй бөтөрөп инеп, донъяһын бына тигән итеп көтә, балаларын уҡытып, һөнәрле итте. Бөгөн, улы һәм ҡыҙҙары  үҙ иштәрен табып, матур ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтерәләр. Мөниә Ғәбдинур ҡыҙы 5 ейәнгә, бер ейәнсәргә яратҡан өләсәй, ул ейәндәренә һәр яҡлап ярҙам итеп, уларҙың бар башланғыстарын ҡеүәтләп, эштәренә дәрт биреп тороусы ла.
«Өлгөлө йорт» исеменә лайыҡ булған Йәнһылыу Ахунйәнова менән «Уңған хужабикә» исемен алған Зөлфиә Әғзәмова заманында ауылыбыҙҙың иң хөр-мәтле парҙарының береһе булған Ғәлиәкбәр еҙнәй менән Рәсимә апай Ахунйәновтарҙың килене һәм ҡыҙы. 
Ирле-ҡатынлы Ахунйәновтар ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ул-ҡыҙҙарын үҙҙәренең өлгөһөндә эшһөйәр, ярҙамсыл итеп тәрбиәләнеләр. Ғаиләлә иң өлкәне булған Ғабдулла Рауил һылыуы Йәнһылыу Вәлиева менән ғаилә ҡороп, Магнитогорск ҡалаһында төпләнделәр. Был мәлдә металлургия комбинатында кокс мейестәрен ремонтлау цехында огнеупорщик булып эшләгән Ғабдулла Ғәлиәкбәр улы ғүмеренең ахырынаса ошо ауыр һөнәргә тоғро ҡала. Эшһөйәр ауылдашыбыҙ үҙенең тырыш хеҙмәте менән комбинатта оло абруй ҡаҙана, исеме һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Металлургия сәнәғәтенең алдынғы эшсәндәре өсөн булдырылған ММК-ның элекке директоры, өс тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты Г. И. Носов исемендәге премияға ла лайыҡ булған Ғ. Ғ. Ахунйәнов. Ғабдулла Ғәлиәкбәр улының һүрәте үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән Магнитогорск металлургия комбинатының данын арттырған бөтә коксохимиктарға хөрмәт йөҙөнән сығарылған «10 лет перемен» исемле китаптың тәүге битендә тора, шулай уҡ уның эш барышында төшкән фотоһүрәте лә бар китапта. 
Тормоштоң һынауҙарын, ҡыуаныс-шатлыҡтарын бергә үткәреп, татыу ғүмер кисереүҙәренә 32 йыл тигәндә ғаилә башлығын ауыр сир яҡты донъяларҙан мәңгелеккә алып китте. Шулай ҙа яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәне ҡатын, ире менән һала башлаған йортон улдары ярҙамында эшләп инде, һөнәре буйынса штукатур-маляр булған  Йәнһылыу Сабир ҡыҙы өй эсендәге бөтә биҙәү-һылау эштәрен үҙе атҡарып сыға. Хәҙер ул сынъяһау донъяһында күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер кисерә, машина йөрөтөүгә танытма алып, сит ил машинаһында  ғына елдерә.
     Ахунйәновтарҙың ике улы ла атаһы юлынан китеп, металлургия комбинатында эшләнеләр. Өлкән улдары Батыр шулай уҡ ауылдың эшһөйәр, татыу ғаилә-ләренең береһе — Дилә һәм Рәжәп Хамматовтарҙың ҡыҙы Зиләгә өйләнде, ғаиләлә ике ҡыҙ буй еткерә. Йәштәр ауылда ике ҡатлы йорт күтәрҙеләр, бөгөн Батыр үҙ эшен булдырған. Венер һуңғы йылдарҙа вахта менән ситкә йөрөп эшләй, ул ҡатыны Алина менән бер ҡыҙ үҫтерә. 
Ғәлиәкбәр еҙнәй менән Рәсимә апай ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән Зөлфиә улы Арсенды яңғыҙы үҫтерҙе.  Арсен Фәрхәт улы илебеҙҙе нацизмдан һаҡлау маҡсатында 2023 йылдың май айынан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле уға «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» танытмаһы тапшырылған. Быға тиклем Арсен әрме хеҙмәтен намыҫлы үтеп, тиҫтә йылға яҡын Магнитогорск металлургия комбинатында эшләне. Уның тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 
Иң ҡыуандырғаны, Зөлфиә улы менән ауылда йорт төҙөп, шунда гөрләтеп донъя көтә. Өләсәһе, Рәсимә апай, бөтә туғандары Арсендың еңеү яулап, тыуған яҡҡа иҫән-имен ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Әйткәндәй, 12 ейән-ейәнсәргә һәм 13 бүлә-бүләсәргә өләсәй булған Рәсимә апай Ахунйәнованың өйөн дә «Өлгөлө өләсәй» алтаҡтаһы биҙәй. Бына шулай уңған, тырыш халыҡ йәшәй беҙҙең ауылда.

Клара АБДУЛЛИНА,
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Ҡужан бүлексәһе етәксеһе.

Читайте нас: