+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь , 15:38

Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!

"Улыма бағышланған китабымды ҡулыма алғас, күңелем тынсыны," - ти Айһылыу апай.

Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!

Махсус хәрби операция башланғас та күңеле тынғы тапмай Айһылыу апай Хәсәнованың. Йә патриотик рухтағы, йә яу яланында башын һалған һалдаттарға бағышлап шиғырҙар ижад итә. Быға тиклем ер, һыу, тәбиғәт, мөхәббәт темаларын яҡтыртҡан шиғырҙары урынын һуғыш темаһына арналған шиғырҙар алмаштыра. Күп тә үтмәй, улы Хөрмәт тә үҙ теләге менән яу яланына юллана. Шунан башлана ла инде яугир әсәһе өсөн берсә һағышлы ла, берсә шатлыҡлы ла көндәр... 

Бөгөн Амангилде мәҙәниәт йортонда беҙ яратып уҡыған, халыҡ араһында үҙенең уҡымлы, фәһемле шиғырҙары менән танылған шағирә, журналист Айһылыу Хәсәнованың "Бағыш" исемле дүртенсе китабының исем туйы үтте. Ижад емешен Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙы Хөрмәт улына бағышлаған. Китапта тик әсе һуғышты яҡтыртҡан, башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығын һәм ҡыйыулығын данлаған, һалдаттарыбыҙҙың именлегенә арналған, һалдат әсәһенең күргән-кисергәндәре тураһындағы шиғырҙар тупланған. Китаптың тышлығында - шағирәнең улының фотоһүрәте.

Ижад кисәһендә Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙын хөрмәт иткән һәм яратҡан һәр кем изге теләктәрен юлланы, әҙәби-музыкаль кисәлә шағирәнең улы ла ҡатнашты. 

Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Яугир әсәһенең китабы донъя күрҙе!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: