+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь , 10:00

Бер фото тарихы…

Был фотолар 69 йыл элек төшөрөлгән. Алыҫ 1955 йылда Өфөлә беренсе пионерҙар слеты уҙа.

Бөтә республиканан йыйылған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында Әбйәлил районынан алдынғы һәм әүҙем уҡыусылар ҙа була. Пионерҙар делегацияһын ВЛКСМ-дың район комитетының мәктәп бүлеге мөдире Сәмәрә Солтангәрәева етәкләй. Тәүге пионерҙар слетына райондың иң яҡшы уҡыусылары һайлап алына. Асҡар урта мәктәбенән Байкал Ғәбитов, Эрнест Кәримов, Тәлғәт Бикташев, Арслан Лоҡманов, Эдуард Таһиров, Буранғолдан Лена Сәлмәнова һәм Хәлилдән Римма Нафиҡова республика пионерҙары слетында ҡатнаша. Район уҡыусылары төрлө тематик ярыштарҙа ҡатнашып,  делегация Почет грамотаһына лайыҡ була. Лена Сәлмәнова республика пионерҙар йортонда үткән күргәҙмәлә Башҡортостан радиоһына үҙҙәренең ниндәй түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүе хаҡында бөтә республикаға һөйләй.
Мөһим сарала ҡатнашып ҡайтҡан уҡыусылар артабан да һынатмай, улар мәктәпте тамамлап, төрлө һөнәр эйәләре булып китә һәм ил, республика мәнфәғәтендә намыҫлы эшләй. Барыһы ла өлгөлө тормош юлы үткән.
Делегация етәксеһе Сәмәрә Солтангәрәева ВЛКСМ-дың район комитетынан һуң, Яңы Балапан, Ташбулат, Таштимер һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡыта, күп йыллыҡ хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Әлеге ваҡытта Сәмәрә Ғимран ҡыҙы Кушнаренко районында йәшәй. 
Байкал Ғәбитов 1941 йылдың 24 октябрендә Асҡар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлай, хеҙмәт юлын спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзының район советы рәйесе булып башлай. Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп белем ала. Асҡар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, завуч була. Әбйәлил район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Б. Ғәбитов Башҡортостан Өлкә Комитеты инструкторы, бүлек мөдире булып эшләй. Унан Башҡортостан өлкә комитеты секретары итеп һайлана. 1971-1976 йылдарҙа Байкал Мәүлит улы Өфө ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеген етәкләй, шунан секретары була. СССР-ҙың Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһына уҡырға ебәрәләр һәм уны тамамлағандан һуң, 1980 йылда Венгрия Халыҡ Республикаһында СССР илселегенең беренсе секретары итеп тәғәйенләнә, артабан илселектең советнигы була.  1989 йылда ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының даими вәкиллегенә эшкә күсерелә. Рәсәйҙең милләт-тәр эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса министрлығында эшләй. Байкал Мәүлит улы бөтә вазифаларҙа ла үҙен яуаплы белгес, оҫта ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа, бай хеҙмәт юлы үткән абруйлы яҡташыбыҙ 2010 йылда, 64 йәшендә вафат булды.
Арслан Лоҡманов 1940 йылдың 1 апрелендә Буранғол ауылында тыуған. Атаһы Мотаһар Динмөхәмәт улы Бө­йөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, 1943 йылда Дондағы Ростов ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була. Әсәһе Зөләйха Заһретдин ҡыҙы Буранғолда фельдшер ярҙамсыһы булып эшләй һәм малайҙарын уҡытыу өсөн 1949 йылда Асҡар­ға күсеп килә. Арслан бәләкәй ҡустыһы Марселде ҡарашып, бер йылға һуңыраҡ мәктәпкә бара. Уҡытыусылары Зәйнәп Исмәғил ҡыҙы менән Мотаһар Билал улы Билаловтарға рәхмәтле ул.  Мәктәптән һуң Ташкент яғына юллана.  Бында төҙөлөштә эшләй, киске мәктәптә уҡый, ДОСААФ-та радиотелеграфистар курсын тамамлай. Венгрияла хәрби хеҙмәт үтеп, тыуған яғына ҡайтҡан егетте район гәзитенә эшкә саҡыралар, радио­тап­шырыуҙар алып бара. 1974 йылда Арслан Мотаһар улы типография директоры итеп тәғәйенләнә. Етәксе гәзит баҫыуҙа ярты быуатҡа яҡын файҙаланылған боронғо ысулдан линотип машинаһына күсеү өсөн бөтә көсөн һала. Һәм унда эшләргә белгес булмағас, үҙе  Ленинградта махсус курс үтеп, линотипты  өйрәнеп ҡайта. Шул осорҙа уҡыған берҙән-бер белгес булараҡ, ул республика буйлап күп йөрөй. Линотип боҙоламы, берәй детален яңыртырға кәрәкме — уны саҡыралар.  Типографияға 20 йылдан ашыу етәкселек иткән Арслан Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһалана. Ул «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исемгә, бихисап дәүләт наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ. Хеҙмәт ветераны бөгөн, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ике улына өлгөлө атай, ейәндәренә олатай.
Эрнест Кәримов Асҡар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Силәбелә политехник институтында белем ала. Ошо өлкәләге ябыҡ ҡалаларҙың береһендә ҡорал заводында эшләй. Эрнест Фазлыйәхмәт улы ҡатыны менән ул үҫтергән. 
Тәлғәт Бикташев Асҡар мәктәбендә белем ала һәм Урал политехник институтына уҡырға инә. Сәнәғәт төҙөлөшө факультетында белем ала. Аспирантурала уҡый, техник фәндәр кандидаты. Екатеринбургта йәшәй. Тәлғәт Хәсән улы ҡалала төҙөлөш һәм архитектура өлкә-һендә эшләүсе «Биталстройэксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була. 
Эдуард Таһиров Ташбулат ауылында тыуған. 1964-1970 йылдарҙа комсомол ойошмаһында эшләй. 1958-1961 йылдарҙа «Осҡон» район гәзите хәбәрсеһе була, 1967 йылдан Күмертау ҡалаһы гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Артабан ВЛКСМ-дың Күмертау ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлайҙар. Унан һуң «Көйөргәҙе» гәзите редакторы була. Эдуард Йософ улы 30 йылға яҡын баш мөхәррир булып эшләй. СССР Журналистар союзы ағзаһы. «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре». Матбуғат ветеранының хаҡлы ялда китаптары донъя күрә. 
Римма Нафиҡова 1942 йылдың 9 майында Яңауыл ауылында тыуған. Атаһы Йәғәфәр Сабит улы — һуғыш ветераны, ордендар менән наградланған. Ғаиләлә 8 бала үҫкән. Әсәләре  Нурисафа Мөхәмәтйәр ҡыҙын Кремлдә «Герой-әсә» ордены менән бүләкләгәндәр. Римма Йәғәфәр ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлын район типографияһында ҡулдан хәреф йыйыусы булып башлай. Буласаҡ тормош иптәше Рәҡит Минекәев тә типографияла эшләй. Улар ғаилә ҡороп, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Римма Йәғәфәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар Урал урта мәктәбенең эш башҡарыусыһы булып, хаҡлы ялға сыҡҡан. 2021 йылда вафат булды.
Лена Сәлмәнова 1941 йылдың 1 ноябрендә Буранғол ауылында тыуған. Әсәһе Фатима Фәтхулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Буранғолда фельдшер булған. Асҡар мәктәбендә урта белем алғас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингән. Спортты яратҡан ҡыҙ волейбол командаһы капитаны булған. Диплом алғас, юллама буйынса Салауат совхозы-утарына эшкә ебәрәләр. Йәш, матур уҡытыусыға ошо ауыл егете Һиммәт Сәғитовтың күҙе төшә. Дуҫлашып, ғаилә ҡоралар. Улдары тыуа. Тик бер аҙҙан иптәше вафат була. Шулай ҙа бирешмәй, малайҙарын үҫтерә. Лена Мостафа ҡыҙының педагог стажы 40 йыл, шуның 32 йылын ул Урал урта мәктәбендә балаларға белем биреүгә арнаған. Юғары категориялы уҡытыусы, төрлө награда, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ. 
Тарихи фотолары һәм тәүге пионерҙар слеты тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлешкәне өсөн ошо делегация составында булған хеҙмәт ветераны Арслан Лоҡмановҡа рәхмәт белдерәбеҙ. 
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: