-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июнь , 11:32

Ҡомартҡылар һандығында ниҙәр бар?

«Музейҙар төнө – 2024» Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл Ғаилә йылы билдәһе аҫтында үтте һәм «Быуындан-быуынға. Ғаилә ҡомартҡылары» темаһына бағыш-ланды. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы акция сиктәрендә «Ғаилә ҡомартҡылары һандығы» тигән матур сара ойошторҙо.

Сараға килгән Дәүләт урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары үҙҙәре өсөн бик күп фәһемле мәғлүмәт алды, сал тарихҡа байҡау яһаны, оҫталар үткәргән мастер-кластар ҙа улар тормошонда һис шикһеҙ эҙһеҙ ҡалмаҫ.
Саҡырылған ҡунаҡтар һандыҡ төптәрендә ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә ҡомартҡылары менән таныштырҙы. «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаева бынан 65 йыл элек тегелгән ҡыҙҙар камзулын алып килгәйне. Был ғаилә ҡомартҡыһы үҙ ғүмерендә бер нәҫелдең биш быуынын күргән. Уны ейәнсәренә инселәп Хәлил ауылынан тегенсе Шәмсениса өләсәй теккән. Боронғо уҡалар, кеҫәләре тирәләй сигеүҙәр менән нағышланған, тәңкәләр, ҡашлы көмөш ҡаптырмалар менән биҙәлгән камзулды кейеп, сәхнәләрҙә бейеп әллә күпме ҡыҙҙар буй еткергән. Бөгөн был ҡомартҡыны хәбәрсе үҙенең өйөндә һаҡлай. Милли кейем, башҡорт теле  көндәрендә уны ҡыҙы Әлиә мәктәпкә кейеп йөрөй. Йылдар дауамында камзул башланғыс төҫөн байтаҡ юғалтҡан. Көмөш тәңкәләре лә ҡырҡып алынып бөтә яҙған, ҡомартҡыны һаҡлаусы уларҙы тергеҙеү һәм киләсәк быуындарға тапшырыу тураһында ниәттәре менән уртаҡлашты.
Уҡыусылар үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгән. Ҡушый ауылы ҡыҙы Әлфиә Дәүләтбирҙина һабаҡташтарына үҙҙәренең ғаилә ҡомартҡыһы булған боронғо селтәрҙе күрһәтте. Ул бик бай тарих һаҡлай, уҡыусы һөйләүенсә, XVIII быуатҡа барып тоташа. Селтәр ысын мәрйендән теҙелгән, ҡиммәтле көмөш тәңкәләр, аҡыҡ ҡашлы сулпылар, диңгеҙ ҡабырсаҡтары менән биҙәлгән. Был затлы биҙәүес ҡатын-ҡыҙҙар линияһы буйынса быуын-дан-быуынға ғаиләләге иң кесе ҡыҙға тапшырылып килә икән. Ваҡытында ул Әлфиәнең өләсәһе Гөлсирә Кинйәлбаеваныҡы булған. Гөлсирә инәй Әбделғәзе ауылында тыуған, үҙе менән селтәрен дә Ҡушыйға алып килгән, хәҙер уға 90 йәш. Ул ҡомартҡыны үҙенең ҡыҙына, йәғни Әлфиәнең әсәһенә тапшырған, әсәһенән иһә Әлфиәгә ҡаласаҡ.   
Ә бына Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Фәриҙә Сәлимйәнова район музейына үҙе теккән күҙ яуын алырлыҡ ҡорамалар менән бергә теген машинаһына тиклем алып килгәйне. Ҡорама ҡорау — милли йөҙөбөҙҙө сағылдырған боронғо шөғөлдәрҙең береһе. Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы уға балалары үҫеп етеп, шкафта кейелмәй ятҡан кейемдәр күбәйгәс тотонған. Ябай ултырғыс түшәктәренән башланған эш тора-бара мауыҡтырғыс хоббиға әйләнгән. Ауылда фельдшер булып эшләгән Фәриҙә апай хаҡлы ялға сыҡҡас, башкөллө тегенеүгә бирелгән. Уның ҡорамалары ябай геометрик фигураларҙы ғына тоташтырмай. Интернеттан ҡорама ҡорауҙың төрлө ҡатмарлы техникаларын үҙләштереүҙе һаман дауам итә. Ғүмеренең бер осоро ҡыҙҙарына бирнәлек әҙерләү менән үтһә, хәҙер заказға ла япма-түшәктәр тегә. Сағыу тауарҙарҙы махсус туҡыма магазиндарынан һатып ала. Уның һәр ҡорамаһы — картина, юғары сәнғәт өлгөһө! Исемдәре лә ниндәй — «Көҙгө вальс», «Матурҡай Нью-Йорк», «Крейзи Роза», «Япон ҡумталары», «Алмағас баҡсаһы», «Галактика» һәм башҡалар. Бала сағында ғына түгел, хатта студент булғас та ҡулына энә-еп тотоп ҡарамаған Фәриҙә апайҙа ҡандан күскән тегеү-бәйләү һәләтен балалары үҫкән ваҡытҡа тура килгән 90-сы йылдарҙағы көрсөк уятҡан. Ишле ғаиләһенә күлдәк-салбарҙарға тиклем үҙе тегеп, бәйләп кейҙергән. Фәриҙә апайҙың өләсәһе бик шәп тегенсе булған, юрғандар күбегән. Әсәһе Әҡлимә инәй ҙә тегеүгә маһир, ҡыҙына тәүге ҡул машинкаһын нәҡ ул бүләк иткән. Хәҙер Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы үҙе ҡорама ҡорауға, юрған күбеү һәм һырыуға өйрәтә, өйөндә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. «Тик артымдан эйәреүселәрем күп түгел, ҡораманың эше ваҡ, ҡыйы күп тип ҡатын-ҡыҙҙар икенсе еңелерәк һәм таҙараҡ шөғөлдө үҙ итәләр»,  — ти ул. Музейға ла ул бушҡа ғына теген машинаһын алып килмәгәйне. Уҡыусылар өсөн ҡорама ҡорауҙың бер нисә өлгөһөн тегеп күрһәтте. Оҫталыҡ дәресе, бәлки, кемдәлер ҡыҙыҡһыныу уята алғандыр. Балалар оҫтабикәнең әҙер эштәре күргәҙмәһен һоҡланып ҡараны.  
Профессиональ ҡурайсы Рөстәм Баһаув халҡыбыҙҙың музыкаль ҡомартҡыһы булған ҡурай эшләү серҙәренә өйрәтте. Ирәндектә үҫкән тәбиғи үлән ҡурайға уйымдар тишеп, башҡорт халыҡ йыры «Бейеш»те һәм башҡа халыҡтар көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Рөстәм Рафил улы ҡурайҙың ҡайһы ерлектәрҙә үҫеүе, көпшәне ҡасан, ниндәй йылда ҡырҡырға кәрәклеге буйынса ла файҙалы һабаҡ бирҙе. 
Музейға бер килгәндә Дәүләт мәктәбе уҡыусыларына залдар буйлап экскурсия ла ойошторолдо. Ғилми хеҙмәткәр Ләйсән Бисенғолова экспонаттар һәм күргәҙмәләр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Әйткәндәй, Музейҙар көнө алдынан район тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҙур ҡыуаныс кисергән. Был стеналарҙа төрлө осрашыуҙар, саралар йыш уҙғарыла, ә килгән кешеләр өсөн ултырырға урындыҡтар булмауы һәр ваҡыт мәсьәлә булып торған. 
Район эшҡыуарҙары Илшат Мөхәмәтдинов, Ансар Өмөтҡужин, Алмат Фәтхетдинов, Анна Замураева, Азамат Тутаев, Әлфиә һәм Вәзир Ғиләжевтар  йыйылмалы эскәмйәләр эшләтеүгә финанс ярҙам күрһәткән. Музей директоры Р. С. Лотфуллина гәзит аша уларға рәхмәт белдереп, етеп килгән Эшҡыуарҙар көнө менән ҡотлауыбыҙҙы һораны. Афариндар, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: