-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Июнь , 21:00

Белгород балалары әбйәлилдәргә рәхмәтле

«Березки» ял йортонда Белгород өлкәһенән 244 уҡыусы ял итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Балалар беҙҙә 15 апрелдән 23 майға тиклем йәшәне.

«Березки» ял йортонда Белгород өлкәһенән 244 уҡыусы ял итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Балалар беҙҙә 15 апрелдән 23 майға тиклем йәшәне. Уларҙың ялын тейешенсә ойоштороу маҡсатында был осорҙа район хакимиәте, район мәғариф бүлеге һәм уға ҡараған башҡа ойошмалар педагогтары, Асҡар үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өҙлөкһөҙ, бөтә район тип әйтергә була, ялһыҙ эшләне тиһәк тә хата булмаҫ.

Директор Басир Зәйтүнов етәкселегендәге Ташбулат мәктәбенең уҡытыусылар коллективы Белгород уҡыусылары менән тиҙ арала уртаҡ тел тапты. Был осор үҙҙәренең уҡыусыларын дөйөм һәм берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү, консультациялар ваҡытына тура килһә лә, уҡытыусылар сит өлкәнән килгән балаларға ең һыҙғанып белем бирҙе. Был эшкә Күсем руднигы мәктәбенән өс уҡытыусы йәлеп ителде. Был еңел булмаған осор педагогтарға яңы тәжрибә тупларға, килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә бирешмәҫкә өйрәтте һәм сыныҡтырҙы. Психологтарға балалар менән күп эшләргә тура килде. Белгородҡа дрондар һөжүме янағанда уҡыусыларҙың телефонындағы программа вибрация бирә, шул ваҡытта улар  хәүефләнә, илай башлайҙар. Ә был хәүеф сигналдары һәр сәғәт балаларҙың телефонына килеп торҙо. Ошондай мәлдәрҙә өйөн, ата-әсәһен һағынып илаған саҡтарҙа уларҙы тынысландырған  психологтар кәрәк булды.
Балалар адаптация үтте, йыш ауырыны. Бындай ваҡыттарҙа һәр саҡ улар янында булған район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамға ашыҡты. 
22 майҙа төнгә ҡарай балаларға ҡайтыр юлға сығарырға әмер бирелгәс тә, баш табип урынбаҫары З. М. Досманова менән поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың сәләмәтлеген тикшерҙе. Тиҙ арала 11 педагогтан торған оҙатып барыусы команда тупларға тура килә. Лагерь начальнигы Әлфиә Муллаярова  етәкселегендә өлкән тәрбиәселәр Гөлсөм Вәлиева, Ынйы Төлкөбаева, Алгиз Фәйзуллин, вожатыйҙар Айҙар Иғәшурин, Вилдан Питилимов, Данил Сәйәхов һәм төндә генә мәғариф бүлегенән бойороҡ алған Динис Вәлиев, Фидан Баһаув, Сәлимә Сәйфелмөлөкова, Юлай Зарипов оҙон юлға сығырға батырсылыҡ итәләр. Был яуаплы һәм хәүефле эштән баш тартҡандар ҙа була, әлбиттә. 
Балалар Өфөгә тиклем автобустарҙа барҙылар, унан инде махсус рейс менән Белгородҡа остолар. Башҡортостанда ял иткән бөтәһе 500-ләп балаға һәм оҙатыусыларға етәкселек итеү Әлфиә Муллаяроваға йөкмәтелә. 
Уҡыусыларҙы тыуған яҡтарына иҫән-һау алып барып еткерҙеләр. Рәхмәт йөҙөнән беҙҙең педагогтарға Белгород буйлап сәйәхәт ойошторғандар. Улар Прохоровкала Совет армияһының тарихи танк һуғыштары барған ерҙә, башҡа иҫтәлекле урындарҙа булдылар. Әлеге көндә мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыеваға, «Березки» ял йорто директоры Иршат Малыбаевҡа, педагогтарға беҙҙә ял иткән Белгород балаларының ата-әсәләренән һәм балаларҙан йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре килеүе дауам итә. 
Вәсилә Сәғит ҡыҙы ошо осорҙа эшләгән бөтә педагогтарға, Ташбулат урта мәктәбенә, тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе ойошторған Асҡар үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә, «Березки» ял йорто хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас: