-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь , 13:53

Делегаттар туристик форумда

Башҡортостан республикаһы делегаттары Мәскәүҙә үткәрелгән "Сәйәхәт ит" туристик форумында ҡатнашты.

Делегаттар туристик форумда
Делегаттар туристик форумда

Сарала  83 төбәктән килгән кешеләр өс номинацияла ярышты. Республикабыҙ экспозицияһы туризм өлкәһендәге мөһим сараларҙың береһендә «Күргәҙмә стендының иң яҡшы йәлеп итеүсе программаһы» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты булды.

- Республика төбәктең туристик потенциалын күрһәтеү өсөн бирелгән мөмкинлектән әүҙем файҙалана. Башҡортостанға күрһәтерлек һәм ғорурланырлыҡ нәмәләр бар. Быйыл республика стенды ваҡиға сараларына арналды. Беҙ шулай уҡ быйылғы йәйге миҙгелдә туристик маршруттар һәм ял итеү урындары менән таныштырҙыҡ, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Делегаттар араһында беҙҙең яҡташ ҡыҙыбыҙ, төрлө матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, "Урал аръяғы-Һомай" модель студияһы етәксеһе Зарина Йәнбирҙина ла ҡатнашты. 

- Башҡортостан республикаһы исеменән сығыш яһау, төбәгебеҙҙең матур мәҙәниәтен башҡаларға күрһәтә алыуым менән ғорурландым һәм ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Мине форумға ебәреүсе остазым Айгөл Илгиз ҡыҙы Үтәгәноваға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Зарина Фәрит ҡыҙы. 

Делегаттар туристик форумда
Делегаттар туристик форумда
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: