-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь , 12:01

Батырҙары менән данлы төйәгем

Украиналағы хәл-ваҡиғаларға бәйле бөгөн борсолмаған кеше юҡтыр. Ә инде улдарын, ирҙәрен, атайҙарын ошо ҡыҙыу урынға ебәргәндәргә бөтөнләй күңел тыныслығы юҡ. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар булған хәлдең мәғәнәһен һәм ысынбарлығын дөрөҫ аңларға ярҙам итә. Әбделғәзе ауылы егете, контракт хеҙмәте кесе сержанты Әлфир Исҡаҡов менән ошо турала әңгәмәләштек.

Батырҙары менән данлы төйәгем
Батырҙары менән данлы төйәгем

Ут эсендә йөрөгән яҡташыбыҙ Әлфиргә күптәрҙе борсоған һорауҙар биреп, ниндәйҙер кимәлдә күңелде тынысландырыу маҡсатын ҡуйҙым. Махсус хәрби операциялағы егет яу яланындағы йәшәү шарттары, хәрби бәрелештәр, берҙәмлек көсө, гуманитар ярҙам хаҡында һөйләне, хис-тойғолары менән уртаҡлашты.
Әлфир Ишмөхәмәт улының бала сағы башҡа балаларҙыҡынан һис тә айырылмай. Футбол, баскетбол уйнай, балыҡ тотоу менән мауыға, ҡыш саңғыла һәм конькиҙа шыуа. Төрлө яҡлап үҫешә: ауыр атлетика секцияһында шөғөлләнә, гер спортында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Амангилде урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Өфөләге 83-сө һөнәрселек лицейында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Уҡыу менән бер рәттән төрлө спорт ярыштарында, шул иҫәптән яратҡан гер спорты менән шөғөлләнеүен дауам итә. Был Әлфирҙе уҡыуҙан бер нисек тә ситләтмәй, киреһенсә, уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.
2014-2015 йылдарҙа Ватан алдындағы бурысын Амур өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта үтәп ҡайта. 2015 йылдың аҙағынан хәҙергәсә Силәбе өлкәһендә — Сыбаркүлдә контракт буйынса хеҙмәт итә. Әлфир үҙенең юлын инженер ғәскәрҙәре менән бәйләй.
2021 йылдың ноябренән 2022 йылдың июленә тиклем үҙенең подразделениеһы составында таулы Ҡарабахтағы (Әрмәнстан) Рәсәй тыныслыҡ контингентына командировкаға ебәрелә. Ватанға намыҫлы, тоғро хеҙмәте «Үҙәк хәрби округында хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
2022 йылдың декабренән кесе сержант Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби бурысты үтәгән ваҡытта дошмандың миномет уты аҫтында танк һөжүме маршрутында урынлашҡан юлды минаһыҙландырып, II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
2023 йылдың июнендә даими дислокация пунктына ҡайта, шунан һуң тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Сүриәлә барған ығы-зығыларҙы көйләүгә китә. Ошо уҡ йылдың сентябренән кесе сержант Заевфратье эргәһендә электрик-дизель эшләүсе вазифаһында хеҙмәт итә, унда үҙенә йөкмәтелгән бурыстарын намыҫлы үтәй һәм «Хаҡ-Әл-Сүрә» терәк базаһын электр энергияһы менән тәьмин иткән дизель генераторының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Йыйылма тыныслыҡ урынлаштырыу ротаһы командиры кесе лейтенант Н. В. Апроду Әлфирҙе Сүриәләге барған ҡан-ҡойошта күрһәткән батырлыҡтарын тик ыңғай яҡтан ғына баһалай, уны «Үҙенең мундиры намыҫын ҡәҙерләгән яуаплы хәрби хеҙмәткәр» тип һүрәтләй. Сүриәлә үҙенең хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалына лайыҡ була.
Бөгөн Әлфир Ишмөхәмәт улы Украина биләмәһендә механик-водитель булараҡ хәрби бурысын үтәй. Авдеевка йүнәлешендәге урындағы объекттарҙы минанан таҙартыу һәм башҡа шартлатҡыстарҙы табыу — уның төп бурысы.
Егеттәр һирәк булһа ла туғандар менән телефон аша һөйләшеп тора. Әлфир республика менән бәйләнештең ныҡ булыуын, яҡташтарҙың ярҙам итеүен билдәләп, ихлас рәхмәтен белдерҙе.
— Ғаилә, дуҫтар һәм яҡындар ғына түгел, бөтә ил халҡы ярҙам итә. Беҙҙе яҡшы ашаталар, ваҡыты менән үҙебеҙ ҙә бешерәбеҙ. Бер «нужам» да юҡ, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Янымдағы хеҙмәттәштәрем һәйбәт, Башҡортостан егеттәре лә бар. Иңгә-иң терәп торабыҙ, — тип һөйләй «Башҡорт» позывнойлы һалдат.
Ул үҙен ысын яугирҙәрсә тота, күп һөйләмәй. Кәйефе көр, ул тик еңеү менән ҡайтыу тураһында ғына хыяллана. Егет хәрби операцияның барыһының да тормошҡа ҡарашын үҙгәртеүе тураһында ла әйтте. «Алғы һыҙыҡта, ғөмүмән, тормошҡа икенселәй ҡарайһың, хатта ваҡыт та башҡа закондар буйынса аға шикелле. Ҡурҡыныс янаған мәлдәрҙә лә егеттәр менән бирешмәйбеҙ. Хис-тойғо көсәйә, пуляның осоп барғанын ишетәһең, еҫен тояһың, үткерерәк күрәһең», — ти ул.
Кешенең иң ҙур бәхете — уның ғаиләһе. Яҡындарыңдан айырылыу береһенә лә еңел түгел. Кемдер тормош иптәше менән сабыйын ҡалдырып юлға сыға, балаһының тәүге аҙымын күрмәй. Әлфирҙең дә дүрт күҙ менән көтөп торған ҡәҙерле әсәһе, һөйөклө кәләше, ҡыҙы бар.
Ошо арала яугирҙе туғандары һәм яҡындары ҡаршы аласаҡ, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ. «Барыһы менән дә иҫән-һау осрашырға насип итһен. Беҙҙе унда ғаилә һәм йорт мәшәҡәттәре көтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуыбыҙға әлегә бер тапҡыр ҙа үкенмәнек. Артабан нимә булыр, ваҡыт күрһәтер», — тип тамамлап ҡуйҙы Әлфир.
Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө зат тип атамағандар: иле, тыуған ере, ғаиләһе, яҡындары өсөн, тәү сиратта, тап улар яуаплы. Теләйме-теләмәйме, был бурыс ирмен тигән ир-егеттәрҙе физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға мәжбүр итә.
Батыр яҡташтарыбыҙ имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылайыҡ, уларға тик матур һүҙҙәр еткерәйек.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: