20 июндә киткән егеттәр Хәлил, Дәүләт, Асҡар, Тупаҡ, Рысҡужа, Михайловка, Рәхмәт ауылдарынан ине. Уларҙы ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары таңғы 5-тә район хәрби комиссариаты алдынан оҙатып ҡалды. Сөнки буласаҡ һалдаттар шул уҡ көндә баш ҡалаға барып етеп, үҙҙәренең хәрби частәренә оҙатылырға тейеш ине.
22 июндә 16 егет — Байым, Дәүләтша, Борисовка, Асҡар, Михайловка, Ҡушый, Дәүләт, Озерный ауылдарынан ил һаҡларға китте. Һуңғы ағымда, 25 июндә, 12 егет әрме сафына алынды.
— Элек-электән илде һаҡлау ир-егеттәр иңенә төшкән. Һынатмағыҙ, егеттәр! Һеҙ районыбыҙҙың, үҙ ауылы-ғыҙҙың әүҙем ир уҙамандары. Әбйәлил төйәгенә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарығыҙға иҫән-һау ҡайтып етеүегеҙҙе теләйбеҙ. Хәйерле юл һеҙгә, — тип оҙатты егеттәрҙе райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков
Быйылғы яҙғы саҡырыу кампанияһы тураһында Максим Валентиновичтың үҙе менән әңгәмәләштек.
— Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш кампанияһы 5 июлгә тиклем дауам итәсәк, райондан бөтәһе 109 егет китергә тейеш. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың кире әйләнеп ҡайтыу осрағы теркәлмәне, алдан оҙатылғандарҙың күпселеге тыныс урындарҙа хеҙмәт итә. Армиянан баш тартыусылар юҡ беҙҙә, бөтәһе лә ҙур теләк менән китә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге насар булып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғандарҙың улар «Г» һәм «Д» категорияһына ҡарай, армиянан азат ителгәндәрҙең артыуы күҙәтелә. Ундайҙар ҙа тиҫтәләп йыйыла, — ти хәрби комиссар.
Рухи һәм физик яҡтан ныҡ егеттәр ил һағына баҫҡанда, Ватаныбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыр, тигән өмөттәбеҙ. Бары тик буласаҡ һалдаттар ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.