-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль , 15:55

"Камаз" ҙур батырлыҡ күрһәткән!

Махсус хәрби операция зонаһында булған Әбйәлил егеттәре үҙҙәренең хәрби уңыштары менән ҡыуандырыуҙан туҡтамай.

"Камаз" ҙур батырлыҡ күрһәткән!
"Камаз" ҙур батырлыҡ күрһәткән!

Ишкилде ауылынан «Камаз» позывнойлы яугиребеҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Был - махсус хәрби операция зонаһында булған ваҡытта яҡташыбыҙҙың икенсе наградаһы. Хәрби хеҙмәткәрҙең әйтеүенсә, уның төп бурысы – ватандаштары тыныс тормошта йәшәһен.

«Камаз» әрмегә саҡырылып, хәрби бурысын үтәп ҡайта. Махсус хәрби операция башланғас ул да ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың 19 октябрендә үҙ теләге менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм бер йылға яҡын махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡтар күрһәтә.

Яугир Запорожьела гранотометсы ярҙамсыһы, штурмсы булып хеҙмәт итә. 2 декабрҙә хәрби заданиены үтәгәнендә ҡаты яралана, әммә үҙенең таһыллығы, ҡыйыулығы менән 4 иптәшен ҡотҡарыуға өлгәшә. “Үҙе үлһә үлер, тик хеҙмәттәштәрен бер ҡасан да бәләлә ҡалдырмаҫ, хәрби тактиканы ла яҡшы белә”, - тигән сәләм ебәргән уның хаҡында командиры.

Яуҙа алған яраларынан һуң Новороссийскиҙа оҙаҡ дауаланғандан һуң, “Камаз” 19 ғинуар кире яу яланына юлланған. Хеҙмәтен намыҫ менән үтәгән яугир биш көн һайын төп базанан алғы һыҙыҡҡа штурмға сыға. Һалдаттың әсәһе әйтеүенсә, ул бөгөн дә дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып алыша.

Яугир яҡташыбыҙҙы лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм уға артабанғы бөтә башланғыстарында уңыштар, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: