Мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район ҡыҙҙары ла ҡтнашты. “Урал аръяғы - Һомай” модель студияһы етәксеһе Зарина Йәнбирҙина бәләкәй төркөмгә 9 гүзәлкәйҙе әҙерләгән. Улар – Амира Баймөхәмәтова, Ева Шабанова, Полина Шунина, Сәфинә Ғәлиуллина, Регина Абдуллина, Гөлдәриә Хәлимова, Юлиә Шаһыбалова, Дарьяна Ихсанова, Сабина Әбдрәшитова.
Урта төркөмдә Данилина Кузиәхмәтова «Мисс-Интернет» номинацияһында еңеү яуланы һәм конкурстың Гран-приһын яуланы. Элина Абдуллина өсөнсө урында билдәләнде.
Өлкән категорияла Ҡәҙриә Шаһыбалова ла үҙенсәлекле сығыш яһаны.
Һылыуҡайҙар барыһы ла «Рәсәйҙең милли матурлығы» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн дизайнер таждары, таҫмалар, Гран-при дипломдары һәм 10000 суммаһында сертификат менән бүләкләнде.
«Фантазия» өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе - Эльвира Килдейәрова) республика конкурсын үҙҙәренең шәп бейеүҙәре менән биҙәне.