-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июль , 09:33

Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта

Михайловка ауылында питомник булдырып, төрлө үҫентеләр үҫтергән Зөлфәр Саҙрыевты районда белмәгән кеше һирәктер. 

Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта
Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта

Районға 1991 йылда килеп төпләнгән 75 йәшлек эшҡыуарҙың дәрт-дарманы, энергияһы ташып торғанына иҫең китерлек! 

Бөгөнгө көндә фермер Йәлембәттә хужаһыҙ ҡалған йортто һатып алып, уның биәлмәһен тимерҙән кәртәләп алған. Йорттоң эсен заманса йыһазландырған, торбаларын алмаштырған һәм бик күп ваҡ эштәрен тиҙ арала атҡарып та ҡуйған.

Биләмәлә Зөлфәр ағай камори тоҡомло Пакистан кәзәләрен, кәрлә ҡуяндарын, эму тип аталған дөйәғоштарҙы ла үрсетә.

Йөн япмалары йомшаҡ, кәүҙәһе ыҡсым, муйыны бөтөнләй күренмәгән һөймәлекле кәрлә ҡуяндар һәр кемде үҙҙәренә ылыҡтыра. Был бәләкәй генә һөйкөмлө хайуандарҙы тотоуҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре тураһында ла һөйләне фермер. Ул әйтеүенсә, кәрлә ҡуяндар тиҙ генә яңы климатҡа күнегә һәм улар таҙа ла булалар. Улар мөләйем, изге күңелле йорт хайуандары, ҡәнәғәт булғанда, тештәре менән көлкөлө итеп туҡылдаталар һәм матур тауыштар сығаралар икән. Был төр ҡуяндар бик тиҙ үпкәләй һәм үҙҙәренә ҡарата насар мөнәсәбәтте оҙаҡ хәтерләй.

Дөйәғоштарҙы Зөлфәр ағай Ғафури районында урынлашҡан дөйәғоштар фермаһынан алып ҡайтҡан. Улар бойҙай, кәбеҫтә, көнбағыш менән туҡлана. Әле дөйәғоштарға алты ғына ай, 1 йәш тә 8 айында йомортҡа һала башлаясаҡтар. Улар 150 килограмм ауырлыҡҡа тиклем үҫәсәктәр, эму дөйәғоштары – донъяла иң эре ҡоштарҙың береһе. Эмуның күреү һәләте бик яҡшы. Улар хәүефте 100 метр алыҫлыҡтан күрә. Тағы ла бер үҙенсәлеге-хәрәкәт тиҙлеге. Ҡош еңел генә сәғәтенә 50 саҡрымға тиклем йүгерә ала.

-Бында урынлашҡан “Белый лекарь” питомнигына сит тарафтарҙан бик күп кешеләр экскурсияға килә, шунда килгән ял итеүселәрҙе ылыҡтырыу маҡсаты менән башҡа ошондай идея килде. Артабан пландарым күп – ошо биләмәне йәшеллеккә әйләндерергә, төрлө ағастар, бигерәк тә тирәктәрҙе ултыртырға уйлайым. Сөнки урын дымлы, тирәктәр, Аллаһы бирһә, шаулап-гөрләп үҫәсәк. Ә был үрсетә башлаған хайуандарға әлеге мәлдә урындағы балалар килә, улар ҡыҙыҡһына, төрлө һорауҙар бирә, - ти ул.  

Зөлфәр ағай ауылдың йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша. Еңеүҙең 71 йыллығына уның көсө һәм ярҙамы менән аллея булдырылған. Ул үҙенең питомнигынан балан, алмағас, энәлектәр алып килгән.

Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта
Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта
Фермер Саҙрыевта ҡунаҡта
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: