Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында халыҡҡа илдәге ауыр хужалыҡ, сәйәси үҙгәрештәрҙе кисерергә тура килә. Олатайым шул ваҡиғаларҙың эсендә була. Уны раскулачивать иткәндәр, был хаҡта бәләкәйҙән ишетеп үҫтек. Олатайҙы Өфөгә ебәргәс, төрмәлә шунда була, әсәһе Йәнифә ауыл Советынан балалары күп булыуы тураһында справка юллай, мулла булараҡ халыҡҡа кәрәк тип хат яҙҙырып, Үтәгән генә түгел, Буранғол, Ҡаҙмаш халҡынан да ҡул тамғалар йыйып, ҡайтарып алған, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Йәнифә өләсәй үҙе Ҡаҙмаштан булған, атайымдың әсәһе, Бибикамал Буранғолдан, ошо ауылдарҙа йәшәгән туғандары ҡул ҡуйғандыр ҙа инде. Үҫә килә эштең улай түгеллеген аңланым. Йәнифә әбейгә ауыл Сове-тынан кем справка бирә, кемдәр хатҡа ҡул ҡуя, Йәнифә өләсәйҙе ҡағыҙҙары менән ГПУ ишегенә кем индерә? Нисек суд Үтәгән ауылы мосолмандарының һорауын ҡәнәғәтләндереп, 58-се статья менән ғәйепләнеүсе мулланы кире ҡайтара? Һорауҙар күп...
1996 йылда Хәлит ағайымдың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт именлеге комитетына яҙған хатына олатайымдың аҡланыуы тураһында белешмә килде. Унан күренеүенсә, БАССР ОГПУ-һы ҡарарына ярашлы, 1930 йылдың 31 мартында Йәһүҙин ғәйепһеҙ тип табылып, уға ҡарата асылған эш туҡтатылған.
Адвокат булып эшләгән Нилә Вәлиева һеңлемдең ярҙамы менән Дәүләт именлеге комитетына яҙып, олатайҙың эше менән танышырға рөхсәт алдыҡ.
Документтар тупланмаһындағы ҡағыҙҙарҙың күбеһе, ышыҡлап йәбештереп ҡуйылған, уларға тейергә ярамай. Документтарын ҡарап сыҡҡас, беҙгә шулар мәғлүм булды.
“ДЕЛО №24: Үтәгән ауылы Тамьян Түнгәүер волосы Тамьян Катай кантоны муллаһы Йәһүҙин Кәбир дини ҡараштары менән Совет власына, ауылда ойошторолған ликпунктҡа ҡаршы агитация алып бара. 4 ҡатын ликпунктҡа йөрөмәй башлай, шуның өсөн ул тарҡала. Аслыҡ йылында батрактың өйөн тартып ала, өй әле лә Йәһүҙин мулланыҡы һанала”.
Ошо эштәрендә енәйәтселек билдәләре күреп, олатайҙы судҡа бирәләр.
Һорау алыу протоколына түбәндәге анкеталар беркетелгән:
Ғаиләм: ҡатыным Бибикамал 28 йәш, ҡыҙым Мөслимә 12 йәш, улдарым Әсғәткә 6 йәш, Әхмәткә 3 йәш, Ҡасимға 6 ай, әсәйем Йәнифәгә 65 йәш.
Мөлкәтем: революцияға тиклем өйөм, 7 атым, 6 һыйырым, 5 һарыҡ-кәзәм булды, әле 2 өйөм, 6 атым, 7 һыйырым, 11 һарыҡ-кәзәм иҫәпләнә.
Белемем: Бөрйән волосы Йылайыр кантоны Йәрмөхәмәт ауылы мәҙрәсәһе;
Партияла түгелмен;
1911-1914 йылдарҙа Үтәгән ауылында атайым менән йәшәнем, мал тәрбиәләнем. 1914 йылдың февраль рево-люцияһына тиклем ҡыш мәҙрәсәлә уҡыным, йәй эшләнем, Үтәгән ауылында мал ҡараным. 1917 йылдың февраль революцияһында һәм 1917 йылдың февраль революцияһынан Октябрь революцияһына тиклем, Октябрь революцияһында Үтәгәндә йәшәнем, мал ҡараным, революцияла ҡатнашманым. 1920 йылдан мулла, мулла булғас, хәрби хеҙмәттән бушатылғанмын.
Һорау алыуҙар һәм яуаптар:
Һорау: 1927-28 йылдарҙа һеҙҙең ауылда ликпункт ойошторғанда һеҙ ҡатындарҙы Шагимарданова Рабиғаны, Фаизова Нуриҡәмәрҙе, Шагимарданова Ғәйнисафаны һәм башҡаларҙы уҡырға йөрөмәҫкә агитировать иткәнһегеҙ, унда һеҙҙе уйнашҡа өйрәтәләр һәм башҡа ошондайыраҡ һүҙҙәр әйткәнһегеҙ.
Яуап: Мин бер ваҡытта ла агитация алып барманым.
Һорау: Аслыҡ йылда батрак Абубакиров Мәһәҙей һеҙҙең быҙауҙы урлаған. Һеҙ уны туҡманығыҙмы, һуңынан уның өйөн тартып алдығыҙмы?
Яуап: Эйе, батрак Абубакиров аслыҡ йылда быҙауҙы урланы, ләкин мин уны туҡмаманым. Аслыҡ йылында мин уның өйөн һатып алдым, шуның өсөн 1 китель, бер йәшлек үгеҙ һәм 20 фунт һарыҡ ите бирҙем. Башҡа әйтер һүҙем юҡ.”
“1930 йылдың 22 февралендә Үтәгән ауылы муллаһы Кәбир Йәһүҙин Совет власына ҡаршы агитация алып бара - ауылда ликпунктҡа йөрөгән 4 ҡатынды ликпунктҡа йөрөүҙән туҡтата һәм ул тарҡала. Йот йылында батрак Абубакировты туҡмап, өйөн тартып ала. Кәбир Йәһүҙин 58-се статьяның 10-сы пункты 2-се өлөшөнә ярашлы ғәйепләнә” тигән яҙыу ҙа һаҡлана.
Тағы бер нисә ҡағыҙ бар. Белорет төрмәһенә ултыртыу, хәрби иҫәптән төшөрөү, һалым түләү тураһында белешмәләр бар. Йәйгеһен 6% һалым иҫәпләнеп, 177һум 67 тин түләгән.
“1930 йыл 31 март. Мин, уполномоченный ГПУ БАССР Катков В.О. шуны еткерәм: 243-сө тикшереү эшен ҡарап, Кәбир Йәһүҙин ғәйепләнгән Енәйәт Кодексының 58-се статьяһының 10-сы пункты буйынса Совет власына ҡаршы эшләү, үҙенең ауылында культура эшен тарҡатыу дөрөҫләнмәгән, конкрет факт- тар юҡ. Йәһүҙиндың енәйәт эше булмау сәбәпле, эште туҡтатырға һәм БАССР прокуратураһына еткерергә”.
Ошондай ҡарар ҙа бар документтар араһында:
“1930 йыл, май. Мин, уполномоченный ГПУ АБССР, Йәһүҙин Кәбирҙе ғәйепләүсе №243 эште тикшереп, Йәһүҙин Кәбир азатлыҡта йөрөп, тикшереүгә ҡама- саулай алмай, тип ҡарар иттем. Йәһүҙин Кәбирҙе БЦПД-ға ебәрмәй, ситкә сығып йөрөмәҫкә тыйып, подпись алырға”.
Был ҡарар ҡаршы яҡ суд ҡарарын аппеляцияға биргәндән һуң тыуғандыр инде. Ул турала һүҙ юҡ.
Олатайым Ғәбделкәбир Йәһүҙин, Совет власына һәм Үтәгән ауылында ликпунктҡа ҡаршы агитация алып бармаған, енәйәт ҡылмаған. Күренеүенсә, документтарҙа батрак Әбүбәкировты туҡмау, өйөн тартып алыу тураһында һүҙ бөтөнләй юҡ.
Ишетеп белеүемсә, олатай өйҙә булмағанда аслыҡ йылында һыйыры юғала. Йәнифә өләсәй эҙләй, кешеләрҙе лә йәлеп итә. Үҙенең шикләнгән кешеһе Әбүбәкиров Мәһәҙейҙең өйөн тикшертә. Мәһәҙей үҙ йорто янында ултырған өй бураһының уртаһына баҫып: “Эҙләгеҙ, тикшерегеҙ”, – тип торған тей. Шул мәл өләсәйем Мәһәҙейҙе төртөп ебәреп, нәҡ ул баҫып торған урынды ҡаҙҙырған. Йомшаҡ ерҙе “һә” тигәнсе ҡаҙып, соҡорҙан тиреһенә төрөлгән һыйыр итен килтереп сығаралар. Ауылда самосуд башлана. Туҡмауҙары ла булғандыр. Мәһәҙейҙең муйынына һыйыр башын бәйләп, урам буйлап, “Минең кеүек бур булмағыҙ!”, – тип ҡысҡыртып йөрөткән- дәр, тиҙәр. Әйтеүҙәренсә, олатай бураны һатып алған. Мәһәҙей ҡышты олатайҙың биргән итен ашап сыҡҡан. Яҙ еткәс, Мәһәҙей 1912 йылғы улы Ялалетдин менән ситкә сығып киткән. Ҡайҙа, күпме йөрөгәндәрҙер, Ялал ҙурайып, ком- сомол булып, Мәһәҙейгә ҡатын алып ҡайталар. Һөйләүҙәренсә, Аҡъярҙан булған Сафураны аслыҡ ваҡытында ағалары Мәһәҙейгә биреп ебәргәндәр. Уларҙың Сабира исемле ҡыҙҙары булды. Беҙ Сафура инәй менән 1954 йылдың октябренән 1956 йылдың июненә тиклем бергә йәшәнек. Сабира апайҙы Әбдел- ғәзегә кейәүгә бирҙеләр. 60-сы йылдарҙа Сафура инәйҙең ағалары Өфө радио- үҙәгенә хат яҙып, инәйҙе эҙләгәндәр. Радио тыңлаған берәү килеп инәйгә әйткән. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, кейәүе ат менән Хәйбулла районы Аҡъярға Сафура инәйҙе ағаларына ҡунаҡҡа алып барып ҡайтҡан. Комсомол Ялалетдин милицияла эшләгән, колхоз рәйесе булған, тигәнде лә ишеткән инем. Олатайҙан бураны кире алырға эш башлай. Олатай башта бураны алғыһы килмәгән, һатырға уйлаған, алыусы табылмаған. Болалы заман, кешенең бура алып өй эшләрлек хәле лә булмағандыр инде. Олатайҙың ғаиләһе ҙурая, биш малай үҫеп киләләр. Бураны үҙенең өйө янына күсереп ултыртып, башын ябып, бер бүлмәһен эшләп бөтөрә, баштары аркалы итеп ике тәҙрә эшләгән. Ауылда ундай матур тәҙрәләр шул ваҡытта ла, һуңынан да булмаған. Репрессия, суд ошо хәлдән башланғандыр, тип уйлайым. 1927-28-се йылдарҙа ликпункт ойош- тороу эше килеп сыҡмағас, 1930 йылдың февралендә олатайҙы Совет власына ҡаршы тип, ғәйепләргә сәбәп сыҡҡан. Был эшкә 10 йыл элек булған ваҡиғаны сәбәп итеп, урланған һыйырҙы быҙау тип, хаҡын түләп алған бураны, хужаһын туҡмап тартып алды тип, Совет власына ҡаршы агитацияны беренсе урынға ҡуйып, енәйәт эше ҡуҙғатылғандыр ҙа инде. Ниндәй сәбәптәндер был эш килеп сыҡмай.
Беҙ, Ғәбделкәбир Йәһүҙиндең балалары, 1992 йылдан биш йыл һайын шәжәрә байрамына йыйылабыҙ. 1970 йылда Ҡасим ағайҙың балалары үткәрҙе. Шунда Өфөнән килгән берәү: “Олатайығыҙ Мортазин полкында полковой мулла булған һәм Блюхер армияһын Бело- реттан Урал тауҙары аша үткәреүҙә юл күрһәтеүсе (проводник) булырға тейеш, тикшерәбеҙ”,- тигәйне. Мин, һеҙ кем, тип һораманым. Ярай, тикшерерҙәр, белер- беҙ, тип уйланым. Мин уйлағанса тиҙ генә килеп сыҡманы. 2019 йылдың октябрендә Үтәгәндә Ғәбделкәбир мулланың нигеҙендә йәшәүсе Мәжит Фәйезовтың ҡапҡаһына «Был нигеҙҙә 1918-1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәренең полк муллаһы, Үтәгән ауылының имам-хатибы Ғәбделкәбир Йәһүҙин йәшәгән” тигән яҙыулы таҡтаташ ҡуйып киттеләр.
Тарихсы Азат Ярмуллиндан ошо хаҡта һорашҡас: “Әлегә Муса Муртазиндың эшен, документтарын асыҡламайынса, ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы белеп булмаҫ”, – тип яуапланы ул. Ул ваҡыт ҡасан етер, белмәйем. Блюхер армияһының юл күрһәтеүсеһе тигән һүҙ тынғы бирмәй. Күрһәтерлек юл да булмағандыр. Башҡорт ауылдарында халыҡтан ҡайһы тауҙы, йылғаларҙы, үҙәктәрҙе нисек үтергә һорашып, ашарға, эсергә табып барғандарҙыр инде. Ғәскәр 10,5 мең кеше булған, ул юлда егерме саҡрымға һуҙылған тиҙәр. Белореттан Көнгөргә тиклем 54 көндә 1500 км юл үткәндәр, егерме тапҡыр һуғышырға тура килгән. Шакша, Иглин тирәләрен үткәндә Ҡариҙел, Эҫем йылғаларында күпер төҙөргә кәрәк булған. Халыҡ һарайҙарын, башҡа ҡорамалдарын боҙоп, күперҙе өс көндә эшләшеп бөтөрҙөләр, тип яҙалар.
Олатайым ваҡиғаһы ваҡытында М. Мортазин да, Блюхер ҙә иҫәндәр, ҙур командирҙар, маҡталып, наградалар алып, эшләп йөрөгән мәлдәре булған. Бәлки, уларҙың һүҙе олатайҙы ғәйеп- ләүҙән ҡотҡарғандыр?
Олатайымдың вафатынан һуң, 1979 йылда, Өфөнән ике кеше килеп, уның китаптарын, яҙыуҙарын алып киткәндәр. Уларҙың кемдәр икәнлеген, китаптарын ҡайҙа һәм ни өсөн алып киткәндәрен дә һорамаған өләсәйем. Шулай уҡ ике тоҡ китаптарын ауылдан ситкә сығарып, күмеп ҡуйғанлығы тураһында ла һүҙҙәр йөрөй. Китаптарҙа-яҙыуҙарында ауыл- дағы ваҡиғаларға, тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәр булғандыр, моғайын. Оҙаҡ йылдар ауылда балалар уҡытҡан Мөхтәр ағай Сафиндың ҡыҙы Ғәмбәриә атаһы менән олатайымдың, йәғни мулла менән коммунистың төндәр буйы яҙыу эштәре менән булышыуҙарын һөйләгәйне. Фатима апайымдың улы Йәүҙәт Өфөлә уҡығанда, лекцияла Башҡортостанда граждандар һуғышы тураһында Ғәб- делкәбир Йәһүҙиндың яҙыуҙары мәсеттә булыуы хаҡында ишетә. Тик әлегә был тәңгәлдә асыҡ дәлилдәр юҡ.
“Тормош был көйө генә бармаҫ. Беҙҙе эҙәрлекләүселәр кире арттарына төшөр- ҙәр, тик ул ваҡытта һуң булыр. Беҙ булмабыҙ, беҙҙең кеүектәр бөтә. Беҙҙең белгәндәребеҙ үҙебеҙ менән китер. Ваҡыт үтер. Эҙләрҙәр, һорашырҙар, таба алмаҫтар, беҙҙең белгәндәргә мох- тажлыҡ кисерерҙәр, аңларҙар, тик һуң булыр”, — тип әйтә торған булған олатай. Эйе, беҙ күп архивтарҙа эҙләндек, тарихты өйрәнгән кешеләр менән һанһыҙ осраштыҡ, олатайымды күреп-белгән күптәр менән аралаштыҡ, әммә уның хаҡында тулы мәғлүмәт йыя алманыҡ. Әле эҙләнергә лә, эҙләнергә...
Әнисә ЙӘҺҮҘИНӘ.