Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының V съезында "Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу мөһим, шуға күрә лә беҙ ата-бабаларбыҙ беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған телде, ерҙе һаҡларға тейешбеҙ," - тине Радий Фәрит улы.
Һәм был юҫыҡта, ысынлап та, эштәр атҡарылып килә. Күптән түгел Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһында Ҡоролтай тарафынан Йәштәр йылы, Рәсәйҙә Ғаилә йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конгресы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре ойошмаһының "Рух майҙаны" күсмә комплекслы сараһын үткәрҙе.
Сарала беҙҙең район йәштәре лә ҡатнашты. Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Гөлфиә Ниғмәтуллина, Таһир Кусимов исемендәге рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айзилә Ғималова, йәш спортсы Арсен Шәрипов, йәш эшҡыуар Регина Әхтәмова район данын яҡланы. Улар Бөрйән, Учалы, Белорет райондары, Межгорье ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһе командалары араһында уҙғарылған квиз-уйында ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен биш бармаҡтары кеүек белеүҙәре менән таң ҡалдырҙы һәм лайыҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты. Район командаһы Өфөлә үтәсәк финал уйынына саҡырылды.
- Бөгөнгө көндә телгә булған ҡараш беҙҙе ҡанатландырҙы һәм ҙур теләк менән уйынға килдек. Бигерәк тә Ҡоролтай тарафынан йәштәргә иҫтибар бүленеүе ҙур ҡыуаныс. Был иһә башҡорт телен киләсәк быуынға еткереҙә, уны популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ тип һанайым мин, - ти уйында ҡатнашыусы Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы.
Стратегик сессия барышында көнүҙәк мәсьәләләр – телде һаҡлау, эшҡыуарлыҡ үҫтереү, мәҙәниәт һәм мәғрифәт өлкәһендәге проблемалар ҡаралды һәм уларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Сара бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмаған матур концерт менән тамамланды.
Рухлы йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм финал уйынында ла уңыштар теләп ҡалабыҙ!