+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июль , 10:34

Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала

Ул аңлы рәүештә бындай аҙымға бара, сөнки өлөшләтә мобилизация ваҡытында уға ла повестка килә, әммә сабыйҙары үтә бәләкәй булыу сәбәпле, хеҙмәттән кисектерелә.

Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала
Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала

Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй,

Ир-егеткәй менән ат башы... Бигерәк дөрөҫ йырланған борон беҙҙең халҡыбыҙҙа. Хәҙерге заманда ла был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанаһың.

Атҡа атланып яу сапҡан, Порт-Артурын да, Берлиндың үҙенә лә барып еткән, ҡайҙа ғына башын һалмаған да, ниҙәр генә күрмәгән шул ир-азаматтарыбыҙ! Нәҡ шул ил гиҙеүҙәр, һалдат бутҡаһын татыуҙар уларҙы көслө зат иткән дә инде! Улай ғына түгел, кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, йорт төҙөргә, ғаилә ҡорорға тейеш тигән ҡалыпҡа ингән әйтемдең бурыстары ла ир-аттар иңенә ята бит әле... Мәҡәләмдең геройы ла илебеҙҙең данлы үткәнен, ата-бабаларҙың оло яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығын тормошта өлгө итеп алып, әрме хеҙмәтенең абруйлы сағында тыуып-үҫкән һәм үҙе лә әрме сафын намыҫ менән үткән совет быуыны һалдаты, бөгөн иһә Украинала барған сыуалыштарҙа хеҙмәтен лайыҡлы үтәгән Әбделғәзе ауылы егете Ринат Ватан улы Әминев хаҡында. Өҫтә телгә алынған ерҙәге тәғәйенләнешен дә теп-теүәл үтәгән ир аҫылы ул геройыбыҙ, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла, ышаныслы ир һәм алсаҡлығы менән арбаусы һоҡланғыс кеше.

Алсаҡ тиһәң дә, Украинала барған мәхшәр хаҡында һүҙҙәрҙе унан йолҡоп ҡына алырға тура килде. Артығы менән тыйнаҡтар шул ул ысын ут-һыуҙы кискән башҡорт ир-егеттәре.

- Беҙҙең заманда ни, бәләкәстән әрмегә барыу тураһында хыяллана башлай торғайныҡ. Шуға күрә лә ысын ир-егеттәрсә Ульяновск өлкәһендә хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт иттем, – тип һүҙ башланы ул ошо хаҡта. – Ә үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға юлланыуыма илебеҙҙең именлеген ҡайғыртыуым сәбәпсе булды. Тел, ил һаҡлау элек-электән ир-егеттең бурысы тип һаналған, ул беҙҙең намыҫта.

Ул аңлы рәүештә бындай аҙымға бара, сөнки өлөшләтә мобилизация ваҡытында уға ла повестка килә, әммә сабыйҙары үтә бәләкәй булыу сәбәпле, хеҙмәттән кисектерелә. Бәпәй өлкәнәйә биргәс, үҙе теләп хәрби комиссариатҡа бара һәм контрактҡа ҡул ҡуя. Луганск өлкәһенең Красный Лиман гранотомет взводында өлкән тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә.  Яугир һөйләүенсә, алғы һыҙыҡҡа башта бер-ике аҙнаға барһалар, хәҙер иһә айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Ләкин ниндәй генә ауырлыҡтар кисерергә яҙһа ла, ул үҙенең рух ныҡлығын, психика тотороҡлоғон бер ҡасан да юғалтмай.

Яуҙа әсәләренең тәмле ҡаласы ла, кәләштәренең татлы ризыҡтары ла, бындағы тыныс рәхәт тормош та алыҫта ҡалған ожмах утрауылай күренә, һағындыра. Яугирҙең: “Беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ инде” тиеүенә әсе һуғыштың бөтә асылы һалынған: тәүлектәр буйы ас килеш тә приказға тоғролоҡ һаҡлау, дошмандар менән ҡапма-ҡаршы осрашыу, алышыу, юғалтыуҙар... Һалдат өсөн иң тетрәндергесе – үҙенең командирын, иптәштәрен юғалтыу. “Ултырып һөйләшерлек тә кеше ҡалманы, бергә киткән иптәштәр араһында бөтөнләй иҫән ҡалғандары юҡ”... – тип ауыр көрһөнөп уйҙарын барланы ул.

Ошонда хәтирәләр өҙөлдө. Тамаҡҡа ултырған төйөрҙө яҙыр, ауыр тынлыҡты боҙор өсөн һалдат үҙе йылмайып:

-Ир булып ҡала белергә кәрәк. Минең ниндәй хәлдәргә юлығып, ниндәй мәлдәрҙе кисергәнемде иптәшем, туғандарым белергә тейеш түгел, шуға ла һуғыш тураһында уларға бөтөнләй һөйләмәҫкә, борсомаҫҡа тырышам, - тине Ринат Ватан улы.

Ысынлап та,  иптәштәрен уттан алып сыҡҡанын да, унан тыш хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән ваҡыттарын да һөйләргә теләмәне геройым. Әммә ул бер йыл эсендә дүрт тапҡыр госпиталгә эләгеп, тыныс тормоштоң, йәшәү ҡәҙерен аңлаған ир-уҙаман. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙал-ордендары буласаҡ тиҙҙән, тик әлегә ҡулына килеп етмәгән “Лесник малай” позывнойлы яугирҙең. Был наградалар уның Ватаныбыҙ алдындағы ҡаҙаныштары, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлылығы билдәһе буласаҡ.

Яуҙа  ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл - ғаилә

Яугир кәләше лә, улдары ла ошо бер йыл эсендә ниҙәр генә күрмәй ҙә, ниҙәр генә кисермәй!? Тынысһыҙ тормош уларҙың ғаиләһен нығыта ғына. Махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан ҡәҙерлеһе иң беренсе ҡатынын иҫкәртә, иртәгеһенә юлға сығыр алдынан ғына хәбәр итә ул был турала.

-Уның: “Тылда боҫоп ултырмаҫҡа  - Ватан һағына баҫырға!”– тигән оранын ҡабул итеп алдым һәм иптәшем ҡалҡан булып баҫтым, - ти уның хәләл ефете Гөлшат Әминева.

- Бәйләнештән юғалған саҡтарында командирҙары, иптәштәренән һорашып табып алам. Госпиталгә эләккән саҡтарында бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай торған ғәҙәте бар, беҙ ҡайғырып, бошоноп ултырмаһын өсөн шулай эшләй. Ундай мәлдәрҙә өмөттәрҙе өҙмәйенсә көтәбеҙ.

Гөлшат Сөләймән ҡыҙы менән Ринат Ватан улы яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә матур донъя көтә. Шуға ҡарамаҫтан улдарында улар күркәм сифаттар тәрбиәләгән. Ҡатын кеше ғәзиздәре күркәм холоҡло, иманлы, кешелекле булып үҫһен өсөн бөтә көсөн һала. Ә ғаилә башлығының өй эсендә башҡорт телендә һөйләшегеҙ тигән талабы теүәл үтәлә, егеттәрҙең барыһы ла тик үҙебеҙҙең телдә матур итеп аралаша. Береһенән-береһе матур, илгәҙәк, бөркөттәй үткер ҡарашлы, егәрле өс ул тәрбиәләйҙәр улар. Өлкәне  Рүзил - Сибай ҡалаһындағы медицина колледжы студенты, Сибай, Әбйәлил йыйылма командалары өсөн волейболда уйнай. Алмаз Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 6 класта белем ала, хоккей, футболды үҙ итә, шулай уҡ йыйылма командаларҙа уйнай. Румил “Сулпылар” балалар баҡсаһына йөрөй, уға әле 3 йәш.

Яугир кәләшенең дә эше тынғыһыҙ, ул “Сулпылар” балалар баҡсаһында физкультура инспекторы булып хеҙмәт итә, шуға ла улдарын сәләмәт тормош алып барыуға , спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала. Ринат Ватан улы кәләшенең эше ауыр булыуын, өйҙә тағы ла өс улды тәрбиәләргә кәрәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Тормоштоң бар ыҙаһын иңендә күтәреп килгән Гөлшатыма рәхмәт. Балаларҙы тәрбиәләй, донъяны көтә, Аллаға шөкөр. Шундай ышаныслы терәк барҙа бер нимә лә ҡурҡыныс түгел”, - тине уйҙарына бирелеп.

Хәләл тир тамсылары менән ҡорған матур өйҙәрендә уңған хужабикә наҙлап үҫтергән гөл-сәскәләр нур бөркә, өй эсен дә ҡот һәм йылылыҡ ялмаған. Ғөмүмән, ғаилә башлығы менән хәләл ефете үҙҙәре иркен күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр. Донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн ҡала беләләр, быға яугирҙең тормоштағы теге йәки был хәлгә мәрәкәләп үҙ баһаһын биреүе асыҡ миҫал булып тора. Кәләше лә силәгенә күрә ҡапҡасы: төптән егелеп донъя көтә, яуҙа ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл була белә.

Етди ҡарашлы, көслө рухлы, физик яҡтан сыныҡҡан Ринат Әминевтың йөҙөнән үк уның тәртип яратыуы, хәрби хеҙмәткә булған хөрмәте асыҡ күренә. Ниҙәр генә күрһә лә, утлы юлдар кисһә лә, ысын кеше булып ҡала белә шул Ватанына тоғро хеҙмәт иткән көслө заттар. Күпме йылдар йәшәйештең нигеҙен тәшкил иткән рухи ҡиммәттәрҙең аҫты-өҫкә килеүен күреп тә, йөрәктәре һыҙлай, әммә бер ниндәй көс тә илһөйәрлек тойғоларын, кешелек сифаттарын уларҙың булмышынан йолҡоп ала алмаясаҡ!

...Бына хәҙер тәбиғәттә йәй мәле. Матур һәм татыу ғаилә йәшәгән йорт ихатаһында шатлыҡлы мәлдәр көндән-көн ҡабатлана, уларҙың шат йөҙҙәре менән йәшәү йәме лә артасаҡ, сөнки әле ғаилә башлығының ут эсенән ҡыҫҡаса ялға ҡайтҡан мәле. Тик сәскәләй наҙлы сабыйҙарҙың тормош күктәре һәр саҡ салт аяҙ булһын, донъялар имен булһын! Был – яугир һалдаттың бар теләге!

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы менән һөйләшкәндән һуң шуны аңлайһың: донъяны ошондай ябай һәм шул уҡ ваҡытта көслө рухлы, хәрби бурысты һәм намыҫты үҙ ғүмерҙәренән дә юғарыраҡ баһалаусы, Тыуған илен яратыусы һәм хөрмәт итеүсе ир-егеттәр тотоп тора. “Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә ҡылған эше уның хаҡ булыр” тиелә шул уҡ халыҡ йырында. Ринат Әминев кеүек ир-уҙамандар илебеҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн өсөн бар көсөн һала.

Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала
Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала
Бөркөттәр - күктә, батырҙар яуҙа һынала
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: