-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август , 17:09

Һәр милләткә тыныслыҡ кәрәк!

Һәр милләткә һуғыш түгел, тыныслыҡ кәрәк! Мәҡәләмдең геройы ошо кѳндәрҙә бер нисә генә кѳнгә ялға ҡайтҡан, әлеге ваҡытта Украинала алғы һыҙыҡта һалдат булараҡ үҙенең ил алдындағы бурысын үтәгән батыр яугир тураһында.

Һәр милләткә тыныслыҡ кәрәк!
Һәр милләткә тыныслыҡ кәрәк!

Гусев ауылында Тәнзилә һәм Риф Хөсәйеновтар ғаиләһендә буй еткергән Рәфис мәктәп йылдарында яҡшы уҡый. Милли көрәш менән шөғөлләнә, тап ошо спорт төрө буйынса күп еңеүҙәргә өлгәшә. Ете йыл бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Ир-егет ҡорона ингәс, Баймаҡ районы Йомаш ауылы ҡыҙы Динара менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр, Гусев ауылында төпләнәләр. Ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһында «Штутгарт» автомобиль сервис үҙәгендә эшләй, кәләше иһә ауылда кейем-һалым магазины аса. Йәш ғаиләлә бөгөн Данис, Денис, Руслан исемле баһадир малайҙар һәм Аделаида исемле ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ тәрбиәләнә.
Рәфис Риф улы уҙған йылдың июнь айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тип контрактҡа ҡул ҡуя. Ул «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһының бронетанк техникаһының эвакуациялау төркөмөндә хеҙмәт итә. Украинала төпләнгән нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби кѳстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай кѳрәшә һәм әлеге ваҡытта ла  тѳрлѳ милләттән булған яугирҙәр иңдәренә тѳшкән бурысты намыҫлы үтәй, һалдат антына тоғро ҡала. «Һуғыш уйын түгел. Хәҙер хәл үҙгәрҙе, ҡатмарлашты тиһәк тә була. Мин киләсәк быуынға тыныс тормош тәьмин итеү өсөн барҙым», — ти ҡыйыу яҡташыбыҙ.
Яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаға ҡайтҡан мәлендә Хөсәйеновтар ғаиләһе көрәш буйынса район турнирын ойоштороуҙа ярҙам итә, ул Гусев мәктәбендә МХО-ла һәләк булған Дмитрий Шнайдмиллер иҫтәлегенә үткәрелә. Динара Марат ҡыҙы был ярыштың бағыусыһы була, бының өсөн мәғариф бүлегенең грамотаһы менән бүләкләнә.
Рәфис Риф улы отпуск мәлендә ауылдаштарына, дуҫтарына һәм район халҡына мөрәжәғәт итеп, спутник бәйләнеше өсөн кәрәкле ҡорамал һатып алыу өсөн дә аҡса йыйып өлгөрә. «Ярҙам ҡулы һуҙған, һалдаттарыбыҙҙың тормошона битараф булмаған барлыҡ яҡташтарыбыҙға рәхмәт еткерәбеҙ», — ти Хөсәйеновтар ғаиләһе.
Хөсәйеновтарҙың өс улы ла аталары өлгөһөндә милли көрәш секцияһына йөрөй. Үрҙә аталған ярышта Данис «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында билдәләнде. Денис, һәр ваҡыттағыса, 25 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды. Руслан да өлкән ағалары артынан килә: бер ай шөғөлләнгәндән һуң, 8 йәшлек дәғүәсеһен еңеп, беренсе урынды ала.
Яҡындары менән аралашыу тик интернет селтәре аша булдырылған. Алғы һыҙыҡта булғанға күрә, был шатлыҡ та бик һирәк эләгә Рәфискә. Тыуған тупраҡтың тылсымлы көсө барыбыҙға терәк, киләһе йәш быуынға тыныслыҡ сәңгелдәге булһын өсөн йәшәй һәм хеҙмәт итә егеттәребеҙ. Шартлауҙар йортобоҙ янында яңғырамаһын, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: