-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август , 15:20

Тыуған төйәк тарта үҙенә

Ата-әсәйем Данияр һәм Мөслимә Мирсаевтар заманында Нияҙғол ауылының абруйлы ғаиләһе булды.

Тыуған төйәк тарта үҙенә
Тыуған төйәк тарта үҙенә

Атайым Данияр Тәфтизан улы хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләне, уның башҡармаған эше ҡалмағандыр ҙа. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда ябай тракторсы булып хеҙмәт юлын башлаған атайым хужалыҡтың баш механигы вазифаһына тиклем үрләне. Нияҙғол ауылы бригадиры, ферма мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләне.
Халыҡ араһында абруйлы етәксе булһа, беҙгә, балалары өсөн хөрмәтле атай ине. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте менән атҡаҙанған колхозсы исеменә лайыҡ булды, ошондай юғары исем уға тәүгеләрҙән бирелде.
Әсәйебеҙ Мөслимә Хәлфетдин ҡыҙы ғүмере буйына фермала һыйыр һауҙы. Тырыш хеҙмәте менән йыш ҡына социалистик ярышта еңеп сыҡты, хаҡлы ялға киткәндә “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнеләр.
Атайым менән әсәйем 60 йыл татыу ғүмер кисерҙе, улар 9 баланы тәрбиәләп, уҡытып, һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Данияр һәм Мөслимә Мирсаевтарҙың дауамы булып, бөгөнгө көндә 18 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре бар.
Ғаиләбеҙҙә иң өлкәне булған Ғәшүрә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, 40 йыл балаларға белем биреп, бөгөн хаҡлы ялда, ул Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Мәҫкүрә лә уҡытыусы һөнәрен алып, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Зәбир улдары Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда башта гараж мөдире, инженер булды, унан Ташбулат ауыл Советын етәкләне, бер нисә саҡырылыш Нияҙғол ауылы һайлаусылары уны ауыл Советына депутат итеп һайланы. Оҙаҡ йылдар “Юбилейный” ял йортонда етәксе вазифаларға биләгәндән һуң, хаҡлы ялға китте.
Мин, Гүзәл, Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсемен, хаҡлы ялда булһам да, яратҡан эшемде дауам итәм. Гөлсинә 40 йыл Белорет ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләне, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ медицина хеҙмәткәре бөгөн төп йортта ғүмер кисерә. Таңһылыу Белоретта балалар баҡсаһында маҡталып эшләй. Гөлирә пенсияға сыҡҡанға тиклем Белорет металлургия заводында эшләне. Әлфиә – шәфҡәт туташы. Бухгалтер һөнәренә эйә булған иң бәләкәйебеҙ – Зөлфиә мәрхүмә.
Әсәйебеҙ 92 йәшенә тиклем үҙ аяғында йөрөнө, иҫе теүәл булды, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем гәзит-журнал уҡыны. Балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә фәһемле кәңәштәрен биреп ултырҙы, күп бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөргә яҙҙы уға.
Ата-әсәйебеҙҙең биргән тормош һабаҡтарын файҙаланып, кәңәштәрен тотоп, гөрләтеп йәшәйбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәре лә уҡыу йорттарын тамамлап, һәр ҡайһыһы илебеҙ, республикабыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Оло быуын Мирсаевтарҙың бүлә-бүләсәрҙәре лә төп нигеҙҙе белһендәр тигән маҡсаттан сығып, уларҙы ауылға йыш алып ҡайтабыҙ.
Июнь айында Нияҙғолда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ейән-ейәнсәрҙәремдең барыһын да алып килдем, улар ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда, һуңынан байрам сәхнәһендә дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы ауылдаштарҙы.
Әйткәндәй, ҡыҙым Лилиә олатай кеүек аҡыллы, абруйлы булһын тип улына Данияр (һүрәттә) исемен ҡушты.
Гүзәл СИТДИҠОВА-МИРСАЕВА.

Автор:
Читайте нас: