-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь , 16:24

«Динопарк»та ғаиләләр өсөн матур ял

«Мин һәм минең ғаиләм» республика фестивален беҙҙең район инвалидтар йәмғиәте һигеҙенсе тапҡыр ойошторҙо. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм республикалағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылына арналды.

Быйыл байрам сараһын алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә «Динопарк» ғаилә комплексында үткәрҙеләр, төрлө яҡтарҙан фестивалгә килеүселәрҙе бында эшләүселәр асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең райондан, шулай уҡ Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай, Учалы ҡалаларынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, инвалидтар ойошмалары рәйестәре килде.
Фестивалде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров байрамға килеүсе ғаиләләрҙе тәбрикләп сығыш яһаны.

«Беҙ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит, реабилитация системаларын булдырыу йәһәтенән эш етерлек. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ — уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек мөхит булдырыу», — тине БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжә-ғәтнамәһендә.

— Тормош ауырлыҡтарына, яҙмыш ҡаршылыҡтарына ҡарамай көслө һәм әүҙем булыуығыҙ һоҡланыуға лайыҡ. Һеҙ балаларығыҙҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап, алға бараһығыҙ, — тине Вадим Фәнил улы. — Бөгөнгө фестивалдән, районыбыҙҙың иң матур төбәгендәге күңелле сәйәхәттән оҙаҡҡа етерлек дәрт-дарман алып ҡайтығыҙ. Һәм ғаиләгеҙ иң көслө, берҙәм команда булыуын онотмағыҙ. Бында килгән һәр ғаилә, һис шикһеҙ, еңеүсе.
Республика инвалидтар ойошмаһы рәйесе Олег Ротов барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне һәм йыл һайын был фестивалде юғары кимәлдә үткәргән өсөн район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғаилә комплексы администраторы Валерия Мельникова иһә «Динопарк» етәкселеге исеменән фестивалгә килгән һәр ғаиләгә көтөлмәгән һәм шәп сюрприз әҙерләгәйне. Ул киләһе йылдың йәйенә «Динопарк»та ғаилә менән ял итеүгә 5 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте.
Вадим Ғафаров республика инвалидтар ойошмаһы рәйесе Олег Ротовҡа һәм «Динопарк» комплексы директоры Радий Мөлөковҡа оҙайлы хеҙмәттәшлек өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Ташбулат ауылынан Миләүшә Хәмитова: — Бик матур фестивалдә йөрөп ҡайттыҡ. Балалар өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙеләр, айырыуса экскурсия, уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны. Ғаиләбеҙ исеменән район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға фестивалде юғары кимәлдә ойошторғаны, «Динопарк» коллективына йылы, ихлас ҡабул иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйткебеҙ килә. Беҙҙең ойошма һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәр-биәләгән ғаиләләргә һәр саҡ иғтибар күрһәтә, үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам итә. Бындай байрамдар ғаиләләргә танышыу, аралашыу йәһәтенән дә кәрәк.

Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова фестивалде ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, парк етәкселегенә һәм бағымсыларға рәхмәт белдерҙе, ғаиләләргә яҡшы кәйеф, матур ял теләне.
Ҡунаҡтарға райондың мәҙәниәт бүлеге артистарының моңло күстәнәстәре бик оҡшаны. Фестивалдә ҡатнашыусы Рита Килдейәрова матур йыры менән ҡыуандырҙы. Сибайҙан Ғәйетбаевтар үҙҙәренең музыкаль ғаилә булыуын күрһәтте.
Фестивалдә ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Әйткәндәй, балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре бай күргәҙмә ҡуйғайны. Ғаиләләр төрлө материалдарҙан эшләнгән сувенирҙар, картиналар һәм ҡул эштәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Педагогтар Таңһылыу Юнысова менән Асия Өмөтҡужина макраме һәм пластилиндан һындар әүәләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Улар аңлайышлы һәм еңел итеп өйрәткәндән һуң һәр ғаилә панно үреп ҡараны. Балаларға бигерәк тә пластилиндан композиция эшләү оҡшаны, улар ниндәй генә динозаврҙар әүәләмәне. Күмәкләп башҡарған эштәрен байрам иҫтәлеге итеп алып ҡайттылар.
Матур тәбиғәт ҡосағында саф һауалағы уйындарҙа балалар һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнашты. Эшҡыуар Зөлфиә Ғәйнетдинова фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн конкурстар, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Ғаиләләр сәмләнеп ярышты, һәр кем иң шәбе булырға тырышты. Балалар Микки һәм Минни Маус менән бергә рәхәтләнеп бейене, яратҡан йәнһүрәт геройҙары байрамдың йәме булды.
Артабан «Динопарк» хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы аттарҙа һыбай һәм ҡырандастарҙа алып йөрөнө. Балаларға ҙур парк буйлап паровоздарҙа йөрөнөләр. Фестивалгә килеүселәрҙең күбеһе «Динопарк»та тәүге тапҡыр һәм ҙур динозавр, фил, башҡа һындарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Балауыҙ фигуралар музейы балалар ғына түгел, өлкәндәрҙә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ғаиләләр бында тағы килеп ял итергә һөйләште.

Сибай инвалидтар йәмғиәте рәйесе Минза Латипова: — Әбйәлилгә яҡын йәшәһәм дә, «Динопарк»ты тәүгә күрҙем. Шундай матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан парк, «Яҡты-Күл» шифаханаһы буйлап экскурсия бик оҡшаны. Фестиваль программаһы бик бай, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан оҙатыуға тиклем барыһы ла уйланылған, район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнованың һәр сараһы шулай юғары кимәлдә үтә. Беҙҙең команда ағзалары фестивалдә ҡатнашыуҙарына, матур бүләктәр алыуына ҡыуанып ҡайтты.

Фестивалдә беҙҙең райондан Аслан Хәмитов һәм Рита Килдейәрова, Баймаҡтан Роберт Низамов, Йылайырҙан Нур Түләшев, Ейәнсуранан Иҙел Ҡолһарин, Хәйбулланан Искәндәр Байғабулов, Белореттан Виолетта Потапова, Сибайҙан Азамат Ғәйетбаев һәм Учалы ҡалаһынан Тимур Кенесарин еңеү яуланы. Уларҙың барыһына ла район хакимиәтенән дипломдар, кубоктар һәм йомшаҡ уйынсыҡтар тапшырылды.
Ҡунаҡтар өсөн «Яҡты-Күл» шифаханаһы кафеһында байрам табыны ойошторолдо, бында ла ғаиләләр шифахана биләмәһе буйлап экскурсия ҡылды һәм сувенир-бүләктәр алды.
Матур тәбиғәт, ҡунаҡсыл хужалар ҡунаҡтарҙа күңелле кисерештәр генә ҡалдырҙы, бөтә ғаиләләр ҙә «Динопарк» комплексына һәм «Яҡты-Күл» шифаханаһына тағы киләсәктәрен әйтеп, фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Динара САФИУЛЛИНА.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: