-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь , 15:41

Глэмпингта ял итеү уңайлы

Башҡортостанда эске туризм йылдам үҫешә. Әммә төбәккә туристарҙы йәлеп итеү өсөн тәбиғәттең матурлығы ғына етмәй, килеүселәрҙең һорауҙарына яуап биргән яҡшы инфраструктура ла кәрәк.

Амангилде ауылынан Таһир Йәһүҙин ял итеү өсөн үҙенсәлекле глэмпингтар төҙөй. Таһир Тайып улы шәхси хужалығы өсөн федераль грант алыуға өлгәшкән.
Башҡортостанда туризмды үҫтереү концепцияһы сиктәрендә уникаль туробъекттар төҙөү, ҙур ваҡиғалар ойоштороу, эшлекле туризм буйынса системалы эште яйға һалыу, инфраструктура булдырыу, комплекслы турмаршруттар әҙерләү һәм туристик продукттарҙы тышҡы баҙарға сығарыу күҙалланды. Һәм ошо арҡалы дөйөм милли туристик рейтингта Башҡортостан тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Республика шулай уҡ туристар ағымы күләме, туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме, ҡунаҡханалар, шифаханалар һәм башҡа урынлаштырыу саралары һаны буйынса илдә һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.
Мәҡәләбеҙ геройы Таһир Йәһүҙинды ла һәр ваҡыт туристик өлкә йәлеп итә, студент сағында уҡ ул был йүнәлештә эш башлау тураһында уйлана башлай. Әммә юғары уҡыу йортон тамамлау пандемия менән тап килә һәм ул үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарай.

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров үҙ эшен башлағанда туризмды иҡтисадтың етди тармағы тип атап, уның үҫешенә айырыуса иғтибар йүнәлтте: — Беҙ уникаль туристик потенциалға эйә, уны файҙаланмау гонаһ, ул бик юғары, ләкин ҡалғаны, инфраструктуранан, мәғлүмәт еткереүҙән башлап, уға тап килмәй. Беҙҙә ысынлап та якорь нөктәләре бар, ләкин уларҙы үҫтереү өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Бер үк ваҡытта беҙгә булғанды йөкмәтке яғынан байытыу зарур. Минеңсә, был аҙағынаса эшләнеп еткерелмәгән әле.

– Ул саҡта уҡ Башҡортостанда, тотош илдә туризмдың ваҡыт үтеү менән популярлашасағы тураһында һиҙемләү бар ине, – ти ул.
Шуға күрә ул был өлкәне өйрәнә башлай, ата-әсәһе һәм туғандары идеялар тәҡдим итә, кәңәштәр бирә. Таһир Тайып улының проекты грант тарафынан хуплана. Ул тормошҡа ашырған проекттың дөйөм күләме 11,9 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 6 миллионы — федераль бюджеттан алынған грант аҡсаһы. Грант аҡсаһына Таһир геокуполдарға заказ бирә.
— Бында йыуыныу, аш-һыу бүлмәләре лә буласаҡ, — тип һөйләне ул. — Миңә хыялымды тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Күп мәсьәләләрҙә район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур  Дәүләтбаев булышлыҡ итә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йәш эшҡыуарҙы һәр ваҡыт экология мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла уның проекты «ЭкоИл» (экологик ил) исемен алған. Хәҙер уның курорт зонаһындағы эшмәкәрлеге ошо йүнәлештәге туризмды үҫтерәсәк.

Район хакимиәте башлығының инвестициялар, иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев: — Үҙ эшен ойошторорға теләгән эшҡыуарлыҡ субъекттарына, үҙмәшғүлдәргә һәм граждандарға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса даими консультациялар бирелә. 2023 йылда 349 кеше консультация һәм мәғлүмәт ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында кәңәшмәләр үткәрелә. Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә нигеҙҙә финанс ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ инженер инфраструктураһын төҙөү һәм ер участкалары бүлеү мәсьәләләре ҡарала.

Тәбиғәттә иркенләп ял итеү урыны булдырып, бында палаткалар ҡуйырға, усаҡ яғырға кәрәкмәйәсәк. Глэмпингтар уңайлы, туристар карауаттарҙа йоҡлаясаҡтар, уларҙың ялы өсөн барыһы ла бар. Көмбәҙ йылылыҡты яҡшы һаҡлай. Ул тыштан бик ыҡсым һәм йәтеш  күренә, ә ҡунаҡтар эстән дә тәбиғәттең хозур мөйөштәренә, матур урындарына ҡарап һоҡлана ала.
Глэмпингтар көҙгөһөн, октябрь – ноябрь айҙарында асылыр тип көтөлә. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: