-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь , 10:52

Яҡташыбыҙ «Ҡорама туй» финалсыһы

Шишмә районында урынлашҡан «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейында «Ҡорама туй» XIV республика фестиваль-конкурсының финалы уҙҙы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сағыу сара ҡул эштәре оҫтабикәләрен бер ҡорға йыйҙы.

Шишмә районында урынлашҡан «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейында «Ҡорама туй» XIV республика фестиваль-конкурсының финалы уҙҙы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сағыу сара ҡул эштәре оҫтабикәләрен бер ҡорға йыйҙы. Фестиваль сиктәрендә иң яҡшы эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо, конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Еңеүселәр араһында Ҡырҙас ауылынан Фәриҙә Сәлимйәнованың «Халыҡ оҫтаһы» номинацияһында билдәләнеүе Әбйәлил өсөн оло мәртәбә!

Быйылғы конкурста ҡатнашыуға Өфө, Тула, Сорғот, Сибай, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Әбйәлил, Баймаҡ, Краснокама, Учалы, Салауат, Ғафури, Белорет, Иглин, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Әлшәй, Тәтешле, Хәйбулла, Архангел, Бөрйән, Илеш райондарынан 60-ҡа яҡын ғариза бирелгән. Шулар араһынан 9 ҡатнашыусы ғына финалға үткән.
— Төрлө конкурстарҙа еңеүселәр араһында көс һынаштым. Профессиональ оҫталар, ҡорамасылар клубтарында шөғөлләнеүселәр менән бәр рәттә үҙ аллы тегергә өйрәнгән минең дә финалға сығыуыма ышанырлыҡ түгел хатта. Дөрөҫөн әйткәндә ундай кимәлдәге конкурста ҡатнашырға йөрьәт тә итмәҫ инем. Мине район мәҙәни-ял үҙәге методисы, ҡул эштәре оҫтабикәһе Фәриҙә Уйылданова көсләп тигәндәй ҡатнаштырҙы, минең исемдән заявка тултырҙы һәм эштәремде ҡыҙы аша Өфөгә тейәп ебәрҙе. Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙына ныҡышмалылығы өсөн ҙур рәхмәтлемен, эшендә, тормошонда уңыштар юлдаш булһын, — ти  аҙашы Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы. 
Финалға саҡырылғас та, унда барыу тураһында һис уйламай әле ҡорама оҫтабикәһе. Ауыл ҡатын-ҡыҙының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ә инде шәп баҡсасы даны сыҡҡан Фәриҙә Сәлимйәнованыҡы бигерәк тә күп, көндәр йылы торғанда көҙгө баҡса эштәрен теүәлләп ҡуяһы, йәшелсә уңышын аш итәһе бар, уның араһында мал-тыуары, ҡош-ҡортона ла хужабикә хәстәре кәрәк. Башкөллө эшкә күмелгән әсәләрененең ай-вайына ҡарамай, балалары: «Бараһың», — тип өҙә һуға. Юл йөрөтөп алып ҡайтыуҙы бәләкәй  ҡыҙы һәм кейәүе үҙ өҫтәренә ала.
— Алай ҙа барғанмын. Күп оҫталарҙың эштәре, ҡорама ҡорау алымдары менән таныштым. Һоҡланғыс матурҙар инде. Беҙ ҡораманы көнкүрештә ҡулланып булғандай йомшаҡ, йылы юрған-түшәк итеп ҡорайбыҙ, ә конкурсҡа нигеҙҙә йоҡа ғына үтә күренмәле эштәрҙе тәҡдим итәләр икән. Баһалауҙа иң төп критерий — ҡорама композицияһы! Гран-приға Туланан «Лоскутная свобода» клубы лайыҡ булды. Профессиональ оҫтабикә Гулистан Чуксеева етәкселегендә башҡарылған коллектив эштәр ысынлап та хуш китерлек сәнғәт өлгөләре ине. Мин иһә үҙем өсөн күп тәжрибә, фәһем туплап ҡайттым. Конкурстарҙа ҡатнашыуҙан тартынмаҫ кәрәк, бер ҡурҡынысы ла юҡ икән, —  ти беҙҙең конкурсант. 
Фәриҙә апай ҡорама ҡорау менән 20 йыл тирәһе булыша. Тәүҙә ҡул машинкаһы менән балаларының бәләкәсәйгән кейемдәрен ҡырҡып түшәк, юрғандар тегә, шул ваҡыттан күңеле ҡорамаға ята. Өс ҡыҙын да кейәүгә үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бай бирнәлек биреп оҙата. Оҫтабикә теккән ҡорамалар һабантуйҙарҙа тирмәләрҙе, төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәй, хатта Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы бер ҡасан да аяҡ баҫмаған яҡтарҙы урап йөрөп ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡас (әйткәндәй, ул йүнәлтмә буйынса Ҡырҙасҡа фельдшер булып килеп, хеҙмәт йылдарын ошо ауылда үтә), ныҡлап тегеүгә тотона, белгәндәрен йәштәргә өйрәтеүҙе лә маҡсат итә. Район оҫтабикәләрен берләштереп чат та булдырғандар. Өйөндә йыш ҡына ҡорама ҡорау, юрған күбеү һәм һырыу буйынса мастер-кластар ойоштора, күрше-тирә райондарҙан да ҙур теләк менән киләләр. 
Мәртәбәле фестиваль-конкурстан бүләккә бирелгән аҡсалата сертификатҡа халыҡ оҫтабикәһе Өфөнән буласаҡ яңы ҡорамаһы өсөн төрлө тауарҙар һатып алып ҡайтҡан. «Тәү ҡарамаҡҡа бер-береһенә тура килмәгән төҫтәр гаммаһы. Ниндәй композиция төҙөйәсәгем әлегә сер. Уны мин хыялымда күптән йөрөтәм», — ти ул. Нимә генә булмаһын, уның һәр ижад емеше һоҡландырғыс, камил.
 «Ҡорама туй» фестиваленең конкурс эштәре 2 ноябргә тиклем баш ҡалала «Урал» этноүҙәгенең күргәҙмәләр экспозицияһын биҙәй. Унда яҡташыбыҙҙың «Аҡ елкәндәр» һәм «Сәскәләрҙәге бәҫ» эштәре лә урын алған.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: