Төрлөһөнән
1 Декабрь 2024, 08:54

Белгород балалары — Әбйәлилдә

Белгород өлкәһенән килгән 245 бала райондағы «Ҡайынҡай» ял йортона урынлаштырылды. Улар, нигеҙҙә, 7-9-сы класс уҡыусылары.

Уҡыусыларҙы ҡаршы алғанға тиклем район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ял йортоноң бәләкәй залында балаларҙың ғүмере һәм уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылар менән кәңәшмә үткәрҙе. Учалы төбәк-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлеге начальнигы урынбаҫары Рушан Хәсәнов, психолог итеп тәғәйенләнгән Илгиз Хәйризаманов вожатыйҙарҙы борсоған һорауҙар буйынса аңлатыу эше алып барҙы. 
Балаларҙы район етәкселеге башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ихлас ҡаршы алды. Уларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева сәләмләне. 
— Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар! Хозур тәбиғәтле, зәңгәр күлдәргә бай Әбйәлил ерлегендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Һеҙ, моғайын, башҡорт халҡының бик изге күңелле, ҡунаҡсыл халыҡ булыуын ишетеп беләһегеҙҙер. Милләтебеҙҙең матур йолаларына таянып, беҙ ҙә һеҙҙе ихлас күңел менән ҡаршылайбыҙ. Һеҙгә ял итеп, уҡыуығыҙҙы дауам итер өсөн бөтә шарттар булдырылды. Беҙҙең артабанғы бурыс иһә һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙе тәьмин итеү һәм Башҡортостаныбыҙҙың, районыбыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. 
«Ҡайынҡай» ял йорто директоры Иршат Малыбаев әйтеүенсә, ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым йәшәйәсәк, уларға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ял йортоноң беренсе корпусында 121 ҡыҙ, өсөнсө корпусында 52, «Лепесток»та 72 үҫмер йәшәйәсәк. Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ойошторолған, аҙнаһына бер тапҡыр бассейнға йөрөйәсәктәр. 
Балаларҙы отрядтарға бүлеп, һәр отрядҡа вожатыйҙар беркеттеләр. Бөтәһе 12 отряд иҫәпләнә. Вожатыйҙар булып Сибай дәүләт педагогия училищеһының студенттары йәлеп ителгән, улар менән лагерь начальнигы булараҡ Лениза Уйылданова идара итәсәк. Балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн райондың «Беренселәр» хәрәкәте ағзалары Алгиз Фәйзуллин һәм Розалия Сафина, шулай уҡ район мәғариф, мәҙәниәт бүлектәренән әйҙәүсе белгестәр, өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан уҡытыусылар яуаплы. Улар балаларға үҙ һәләттәрен асырға, командала эшләргә һәм дөйөм маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итәсәк. 
Уҡыусылар Ташбулат урта мәктәбендә белем аласаҡ. Улар өсөн төрлө саралар, республика буйлап сәйәхәттәр ойоштороу ҡаралған.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас