Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе булған. Бөгөн дә законға ярашлы 18 йәше тулған һаулығы буйынса яраҡлы егеттәр Ватан алдында бурысын үтәргә тейеш. Саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты — бер йыл. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау уҙып, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.
Ҡырҙас, Күсем, Исҡужа, Асҡар, Йәлембәт, Озерный, Ишҡол, Мәхмүт, Байым ауылдарынан булған егеттәр хәрби хеҙмәткә ҡарата фекерҙәрен әйтте, тик исем-шәрифтәрен яҙмауҙы һоранылар. «Ныҡ ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ, үҙебеҙ тураһында әрмегә барыр алдынан артыҡ мәғлүмәт биргебеҙ килмәй», — тинеләр улар.
— Әрмегә барыуҙы хуплайым, үҙем дә ил алдындағы бурысымды үтәгем килә. Армия егеттәрҙең ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуының беренсе этабы тип уйлайым. Әрмеләге шарттарға ҡарап, контракт буйынса ҡалырға тигән уй ҙа бар, — тине бер егет.
Икенсеһе лә иптәшенә ҡушылып: «Хәрби сафҡа алынған егеттәргә бирешмәҫкә, ныҡышмал булырға, бурысты ғорурлыҡ менән үтәргә саҡырам. Был осорҙа егеттәрҙә ныҡлы характер формалаша. Мәктәптә уҡыған ваҡытта волейбол түңәрәгенә йөрөнөм. Шулай уҡ малайҙар менән йыйылып футбол уйнай торғайныҡ. Спорт менән сынығып үҫкәнгә күрә хәрби хеҙмәткә әҙермен, тип уйлайым», — тине.
Был саҡырылышта егеттәр араһында 3 егет Усманов, 2 егет Мөхәмәҙиев фамилияларын йөрөтә. Егеттәрҙең унауһы — 2005, берәүһе — 2003, бишәүһе 2004 йылғылар.
Ҡәҙерләп, ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтергән балаларын бөгөнгө борсоулы һәм буталсыҡ заманда әрмегә ебәрергә ҡурҡҡан ата-әсәләрҙе аңларға мөмкин. Шулай ҙа бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмаҫ, улар Ватанды һаҡлауҙы үҙҙәренең төп бурысы тип һанай. Тап уларға тыныслыҡ һаҡлауҙы ышанып тапшырырға мөмкин дә инде.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.