Донъяның көс еткеһеҙ йөгөн тартып бара бөгөн ҡатын-ҡыҙ. Йортон баға, икмәк һала, яңы йәнгә йән өрә, ғаиләһен сит-ят күҙҙән һаҡлай, ил-йортта барған хәлдәрҙән дә һис ситтә тороп ҡала алмай. Шул уҡ ваҡытта сибәр ҙә, сабыр ҙа булып ҡала белә. Тап шундай сая, ҡыйыу, һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар сыҡты был бәйгегә. Донъяның ығы-зығыһынан, ваҡ мәшәҡәттәренән арынып, сәхнәлә лә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә белделәр.
Бәйгене абруйлы жюри ағзалары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатовтың ярҙамсыһы Руслан Ишмөхәмәтов, Регина Хужина исемендәге йәш таланттарға ярҙам фонды президенты Айгөл Хужина һәм макияж оҫтаһы Руфина Насирова баһаланы.
— Мин бөгөнгө гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡыҙҙарға был сараны ярыш, конкурс тип түгел, ә үҙенә күрә бер байрам тип ҡабул итеүҙәрен теләр инем. Бында һеҙ нимәгәлер өйрәнәһегеҙ, бер-берегеҙ менән танышаһығыҙ, тағы һылыуыраҡҡа, һөй- көмлөрәккә әйләнәһегеҙ. Белегеҙ, һеҙ былай ҙа беҙҙең өсөн йылылыҡ, матурлыҡ, яҡтылыҡ бүләк итеүсе йондоҙҙар. Һеҙгә уңыштар теләйем. Ә жюри ағзаларынан көнләшмәйем, сөнки улар ҡыйын һайлау алдында тора, — тине бәйгене ойоштороусы «Урал аръяғы – Һомай» студияһы етәксеһе Зарина Йәнбирҙина.
Бәйгелә бөтәһе 12 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Тәүге һынау — «Визитка»ла ҡыҙҙар үҙҙәре һәм ғаиләһе, яратҡан эше тураһында һөйләне. Әйтел-гәндәр тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен, йөрәктәренә үтеп инһен өсөн һылыуҡайҙар үҙҙәренең уй-хистәрен һүҙ оҫталыҡтары аша еткерҙе.
Люциә Иҙиәтуллинаға 41 йәш, үҙе Межгорье ҡалаһынан, беҙҙең районға килен булып төшкән. Тормош иптәше менән бер ул һәм өс ҡыҙ үҫтерәләр, әлеге ваҡытта декрет ялында. Белеме буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Әүҙем тормош позицияһы алып барған Люциә мәктәп тормошонда ихлас ҡатнаша, ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Буш ваҡытын ғәзиз балаларына бағышлай, уларҙы төрлө яҡлап үҫтерер өсөн бар көсөн һала.
Диләрә Зәйнишева ҡурсаҡ кеүек Индира, Индияра, Зәлифә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. «Ғаилә» Көнсығыш Халыҡ-ара үҙәгендә ғаиләләр менән эшләү буйынса белгес. Йырларға, бейергә ярата, спортта ла әүҙем. Буш ваҡытында алмаз мозаикаларҙы теҙеү менән дә булыша.
Нәйлә Ихсанова — шәхси эшҡыуар, «Билайн» элемтә салонын етәкләй. Тормош иптәше менән бер бала үҫтерәләр. Бөтә ерҙә лә әүҙем булырға тырыша, спорт менән дуҫ. Кешеләрҙә ғәҙеллекте, эшһөйәрлекте ярата.
Альбина Кинйәбулатоваға 40 йәш, сығышы менән Ишбулды ауылынан. Ғаиләһе менән Асҡарҙа төпләнгәндәр. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәре, әлеге ваҡытта өсөнсө сабыйы менән декрет ялында. Тәмле итеп бәлештәр бешерергә ярата, тормош юлдашы, ғәзиз балалары өсөн өҙөлөп торған ҡатын, әсәй.
Ғәлиә Ғиләжева бер ул үҫтерә. Тупаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда етәксе. Сәнғәткә ғашиҡ — йырлай ҙа, бейей ҙә.
Флорида Сафуанова — шәхси эшҡыуар, икмәкхана тота. Йырларға ярата, бер ҡыҙы бар.
«Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлфиә Ниғмәтуллина һөнәре буйынса уҡытыусы. Күңеленә ятҡан эште күптән түгел генә тапҡан, журналист һөнәренең нескәлектәренә төшөнөп, ең һыҙғанып эшләй. Буш ваҡытында алҡалар эшләп, һатыуға сығара. Шиғырҙар ижад итә.
Эльмира Килдейәрова Магнитогорск металлургия комбинатында фельдшер булып эшләй, өс бала әсәһе. Йырларға ярата.
Буранғол ауылынан Гөлйөҙөм Вәлиева — дүрт бала әсәһе. Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, унан тыш тырыш ҡатын торттар һәм тәм-том бешерергә лә өлгөрә. Сәхнә өсөн башҡорт күлдәктәре тегә, волейбол командаһында уйнай.
Ҡәҙриә һәм Гөлиә Шаһыбаловалар — килендәштәр, Хәмит ауылынан. Тормош иптәштәре бер туған ағалы-ҡустылы. Ике килендәш үҙҙәре лә хәҙер туғанлашҡан, хатта конкурстарға ла бергә йөрөйҙәр. Ҡәҙриә — шәхси эшҡыуар, тыуып үҫкән ауылында «Нур» исемле магазин тота, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә. Күптән түгел тегенеү нескәлектәренә өйрәнә башлаған, интернет селтәрендә барған марафондарҙа даими ҡатнаша. Гөлиә иһә Хәмиткә Ейәнсура районынан килен булып төшкән. Һөнәре буйынса тәрбиәсе. Хәмит ауылы балалар баҡсаһы хеҙмәткәре, әлеге мәлдә декрет ялында. Килендәштәр икеһе лә матур йырлай, тормош юлдаштары менән өсәр бала тәрбиәләйҙәр.
«Ҡурай» үҙәгендә 12 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләгән Раушания Вәлиева — Рауил ауылы килене, үҙе Буранғол ҡыҙы. Аш-һыу әҙерләргә ярата. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Бынан тыш, улар иптәше менән тамада булараҡ юбилей, туй мәжлестәрен биҙәйҙәр.
Төрлө-төрлө өлкәлә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер урынға туплаған бәйгенең икенсе һынауы — эш стилендәге кейемдәрҙә дефиле күрһәтеү ине. Сағыу, матур пиджәктәрҙә сәхнәгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар бында ла һынатманы. Эш, донъя, бала тип өҙөлөп торһалар ҙа, көн дә репетицияларға йөрөп, йырларға ла, атларға ла, сәхнәлә үҙҙәрен тоторға ла өйрәнгәндәр. Танылған йырсы Гүзәл Уразованың репертуарынан «Балаларым» һәм «Солтаным» йырҙарын бигерәк матур башҡарҙылар.
Бәйгенең иң матур өлөшө, моғайын, ижади номер күрһәтеү булғандыр. Альбина Кинйәбулатова, Раушания Вәлиева, Диләрә Зәйнишева башҡортса бейеһә, Гөлиә һәм Ҡәҙриә Шаһыбаловалар (һүрәттә), Эльмира Килдейәрова, Флорида Сафуанова, Гөлйөҙөм Вәлиева, Ғәлиә Ғиләжева йырлап ишеттерҙе. Люциә Иҙиәтуллина менән Нәйлә Ихсанова киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте. Гөлфиә Ниғмәтуллина үҙе ижад иткән «Ҡыҙҙар күңеле» шиғырын уҡыны.
Бәйгенең иң тулҡынландырғыс мәле лә яҡынлашты. «Иңдәрендә әллә күпме йөктө күтәреп барған, шул уҡ ваҡытта донъя-һын да гөрләтеп көткән, эштәрендә лә уңыштарға ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Кемегеҙҙе генә алһаҡ та, һәр берегеҙ үҙенсәлекле, һәләтле лә, матур ҙа, шуға күрә лә урындар билдәләмәнек. Республика кимәлендә үтәсәк «Баш-ҡортостан гүзәле – 2024» бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырабыҙ», — тине Хәлил Юлай улы.
Бәйгене ойоштороусы Зарина Фәрит ҡыҙы ла жюриҙың ҡарары менән килеште. Матурлыҡты, нәзәкәтлелекте данлаған матур сара бәйгелә ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙың бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәре менән тамамланды.