Салауат Сәлихов 1983 йылда тыуған. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлап, 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡый. 2002 йылда әрмегә алынып, Хабаровск крайында хәрби бурысын үтәй. Салауат Дәүләт улы үҙенең хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының юл-патруль идаралығы инспекторы булып башлай. 2008 йылда Магнитогорск металлургия комбинатына урынлаша. Бер аҙ эшләгәс, Яңы Уренгой ҡалаһына күсә. Салауат Дәүләт улы ғүмер юлдашы Раушания Урал ҡыҙы менән ике бала үҫтерә. Тик ил өсөн һынылышлы мәлдә рухлы ир-егет ситтә ҡала алмай. Ул Яңы Уренгой ҡалаһынан махсус хәрби операцияға юллана. Салауат Сәлихов тиҙ арала иптәштәре, командованиеның ихтирамын яулай, үҙен яуаплы, ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Яңыраҡ ҡына Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Д. А. Артюхов исеменә 506-сы гвардия мотоуҡсылар полкы командование-һынан Рәхмәт хаты килә. Унда: «Салауат Дәүләт улы — Ватан һағына баҫҡан ышаныслы һәм ҡаһарман яугир. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ҡурҡмауы, тәүәккәл булыуы башҡа хәрбиҙәр өсөн өлгө булып тора. С. Сәлиховтың беҙҙең менән бергә хеҙмәт итеүенә ғорурланабыҙ, еңеүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт», тигән юлдар бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ Салауат Сәлихов хәрби хәрәкәттәр ваҡытында батырҙарса һәләк була.
Асҡар ауылының үҙәк майҙанында үткән матәм сараһына кеше күп йыйылды. Кемгәлер Салауат бала саҡ дуҫы, класташы булған, кемдер менән бергә эшләгән йәки күрше йәшәгән — һәр кем уның ихлас, изге күңелле, оҫта ҡуллы, ярҙамсыл кеше булыуын иҫкә алды. Улар барыһы ла ил именлеге, яҡты киләсәк өсөн үҙ ғүмерен биргән яугирҙе хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыу өсөн килде.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов хушлашыу телмәрен әйтте.
— Әбйәлил халҡы һәм район етәкселеге исеменән Салауат Дәүләт улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Бөгөн беҙ райондың тағы бер данлы улын һуңғы юлға оҙатабыҙ, ул илебеҙ именлеге өсөн үҙ ғүмерен бирҙе, — тине Руслан Ғөзәйер улы. — Барыбыҙ ҙа тиҙерәк һуғыш бөтөүен, ир-егеттәрҙең имен-аман тыуған яғына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Салауаттың батырлығы онотолмаҫ. Тыныс йоҡла, яугир!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин сығыш яһаны.
— Салауат республиканан махсус хәрби операция зонаһына үҙ ирке менән юлланған, илде дошмандан яҡлау өсөн ҡорал алған батыр һәм илһөйәр егет ине. Тыныслыҡ, матур киләсәк өсөн баш һалған Геройҙар исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ, уларҙың исемдәре мәктәптәр, урамдарға биреләсәк. Бәхил бул, батыр! — тине Хәлил Юлай улы.
— Үҙең яҡындан белгән, аралашҡан, төрлө сараларҙа осрашҡан кешене һуңғы юлға оҙатыуы бик ауыр. Әсәһен, ғаиләһен йыуатырҙай һүҙҙәр ҙә юҡ. Салауат беҙҙең өсөн Герой, ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә буласаҡ, — тине Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов.
«Боевое братство» ойошмаһы исеменән һүҙ алған Азамат Амангилдин Салауаттың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ теләне.
— Бер ҡасан да улымды һуңғы юлға оҙатырмын тип уйламағайным. Салауат һәр кемгә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Гел йылмайып йөрөгән, зәңгәр күҙле, оҙон буйлы егетте беҙ барыбыҙ ҙа ярата инек. Алтын ҡуллы булыуына һоҡландыҡ, ҡайҙа ғына эшләмәһен, барыһы менән дә уртаҡ тел тапты. Часть командиры беҙгә уны маҡтап: «Эх, Салауат кеүек егеттәр күберәк булһын ине», тип әйтеүенә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Гөрләтеп йәшәр сағында ул ил һағына баҫты һәм беҙҙең тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерен бирҙе, — тине күҙ йәштәре аша туғандары исеменән һүҙ тотҡан Ғәлиә Сиразетдинова.
Салауаттың әсәһе Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы һәм ғаиләһенең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батыр исемен йөрөткән яҡташыбыҙҙың даны мәңгелек булыр!
Динара САФИУЛЛИНА.