Төрлөһөнән
2 Декабрь 2024, 04:41

Хәлилдә яңы мәсет төҙөләсәк

6 сентябрҙә халыҡ йома намаҙынан ҡайтҡандан һуң Хәлил ауылының “Мәсғүт” мәсетендә янғын сыға. 29 йыл халыҡты дин юлынан әйҙәгән, һәр иртә ауылды аҙан тауышы менән нурлаған, дини уҡыуҙар ойошторолған иман йортоноң янып юҡҡа сығыуы хәлилдәрҙе генә түгел бөтә йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы.

6 сентябрҙә халыҡ йома намаҙынан ҡайтҡандан һуң Хәлил ауылының “Мәсғүт” мәсетендә  янғын сыға. 29 йыл халыҡты дин юлынан әйҙәгән, һәр иртә ауылды аҙан тауышы менән нурлаған, дини уҡыуҙар ойошторолған иман йортоноң янып юҡҡа сығыуы хәлилдәрҙе генә түгел бөтә йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы – яңы мәсет төҙөүгә дүрт көн эсендә бер миллион һум аҡса йыйылған.

– Асҡарҙан янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе ваҡиға урынында үҙебеҙҙең ауыл биләмәһенең янғын һүндереү машинаһы эшләне. Ләкин ағас йортто тулыһынса ялмап алған уттың алдына сығып булманы. МЧС хеҙмәткәрҙәре янғындың ҡышҡыһын һыу туңмаһын өсөн скважинанан мәсеткә ингән торбаға ҡуйылған йылытҡыс сымдан сығыуын билдәләне. Уны берәйһе яңылыш электрға тығып киттеме икән – һорау яуапһыҙ ҡала. Ни тиһәк тә, был аңһыҙ ҡазаны Аллаһы Тәғәләнең биргән һынауы итеп тип ҡабул итәбеҙ, ауылыбыҙҙы башҡа афәт-бәләләр урап үтһен, – ти Хәлил ауылының имамы Вәхит Сәйфетдинов.  
Янғындан һуң Хәлил халҡы тиҙ арала йыйылып, ауылда яңы мәсет төҙөү мәсьәләһен хәл итә. Интернетта социаль селтәрҙәр буйлап таралған хәбәр ҡырҙа йәшәгән ауылдаштарҙы ла ҡуҙғатҡан. Шул уҡ көндә мәсеткә ярҙам йыйыу иғлан ителгән. Дүрт көн эсендә бер миллион һум аҡса йыйылған да инде. Бында инде Хәлил ауылындағы ҡазаға битараф булмаған район һәм Башҡортостан халҡының, мәсеттәрҙең  өлөшөн билдәләп китеү зарур.
Килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл буйынса  ауыл биләмәһе хакимиәтендә дин әһелдәре һәм актив ҡатнашлығында кәңәшмә уҙған. Ошонда уҡ яңы мәсет төҙөлөшө мәсьәләһе лә ҡаралған. Мәсет Абдулла тауы башында үҙенең элекке биләмәһендә (янған урындан ситтәрәк) һалынасаҡ. Юғиһә, һуңғы көндәрҙә ауыл халҡының фекере өскә бүленгән: кемдер элекке универмаг урынын ҡулай күрһә, боронғо мәсет урынында төҙөр кәрәк тиеүселәр ҙә булған.
Мәсет биләмәһен янғын ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса өмәләргә халыҡ дәррәү сыҡҡан. Техника менән дә ярҙам итеүселәр байтаҡ. Буласаҡ яңы мәсеткә эскаватор менән нигеҙ ҡаҙыуға, янғын сигнализацияһы һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләк белдереүселәр бар. 
Интернет селтәрендә Хәлил мәсетен төҙөүгә бағыусы табылған, имеш аҡса йыйырға кәрәкмәй икән тигән мәғлүмәт тә таралды. Үкенескә күрә, был хәбәр дөрөҫлөккә тура килмәй. Шуға күрә яңы мәсет төҙөлөшө өсөн иғәнә йыйыу дауам итә. Саҙаҡаны мәсеттең кассиры Фәриҙә Мәсғүт ҡыҙы Ғәзизованың исеменә Һаҡлыҡ банкындағы 2202 2061 4565 6588 һанлы шәхси иҫәпкә йәки 89608060601 телефонына бәйле картаға (“Садака”, “Пожертвование” тигән яҙыу менән) күсерергә кәрәк. Шулай уҡ ҡайһы бер магазиндарҙа хәйер йыйыу өсөн банкалар ҡуйылған. Әгәр тәҡдимдәрегеҙ, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләгегеҙ булһа, 89053089126 телефоны буйынса имам Вәхит Әсғәт улына бәйләнешкә сыға алаһығыҙ.
Мәсет төҙөү – ҙур сауаплы эш. Пәйғәмбәребеҙ: “Кем Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мәсет төҙөй, Аллаһы Тәғәлә уға ожмахта шундай өй төҙөр”, – тигән. Аллаһ йорто төҙөлөшөнә ҙурмы, бәләкәсме үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ икән, уның сауаптары беҙгә фанилыҡта ғына түгел, был донъяларҙан киткәс тә килеп торасаҡ.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас