Төрлөһөнән
2 Декабрь 2024, 06:30

Ил һеҙҙең хаҡта онотмаҫ

Красная Башкирия биләмәһенең ике ауылында махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙәр менән хушлашыу сараһы уҙҙы.

Һамар ауылын да ҡара ҡайғы урап уҙманы. Иле именлеге өсөн Украинала баш һалған батыр яҡташыбыҙ Юлай Салауат улы Ғәйнуллинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул 1994 йылда совхоздың Һамар бүлексәһендә тыуған. Юлайҙы бәләкәй саҡтан яҙмыш иркәләтмәй, уға апайы һәм ҡустыһы менән Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килә. Уҡыуға һәләтле, тырыш егет  Асҡар урта мәктәбендә белем ала. Ярҙамсыл, изге күңелле Юлайҙы класташтары хөрмәт итә. Һәләттәре лә күп — шиғырҙар яҙа, матур йырлай. Тағы бер мауығыуы — төрлө аш-һыу әҙерләргә ярата. Туғыҙынсы кластан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына инеп һөнәр ала.  Ҡырым, Мәскәү ресторандарында ашнаҡсы булып эшләй. Быйыл үҙ теләге менән хәрби контракт төҙөп, ил һағына баҫа. Бүлексә водителе булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ сая, тәүәккәл булыуы менән абруй яулай. Үкенескә күрә, хәрби бурысын үтәгәндә 30 йәшлек райондашыбыҙҙың ғүмере батырҙарса өҙөлә. Яугир менән хушлашыу сараһы Һамар ауылы клубы алдында уҙҙы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Беҙ ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ, махсус хәрби операция бара. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәребеҙҙе юғалтабыҙ. Бөгөн беҙ Әбйәлилдең данлы улдарының береһе — Юлай Ғәйнуллинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта ситтә ҡалманы, һәм неонацизмға ҡаршы көрәштә үҙ ғүмерен бирҙе. Батыр яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зәбир Кәримов, хәрби часть вәкиле Иван Хмелев хушлашыу һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Асҡар балалар йортоноң тәүге директоры Фәрзәнә Сәлихова күҙ йәштәре аша үҙенең тәүге тәрбиәләнеүсеһе булған Юлай хаҡында һөйләне.
—Туғандары, ауылдаштары, класташтары һәм дуҫтарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Юлайҙың беҙҙең аранан китеүе бөтәбеҙ өсөн дә оло юғалтыу. Һәр саҡ йылмайып йөрөгән, бөтәһенә лә ярҙамға әҙер, ихлас егетте барыбыҙ ҙә яраттыҡ. Күңел уның юҡлығына ышанмай, хәҙер ҡайҙандыр йылмайып килеп сығыр кеүек тойола, — тине Фәрзәнә Нуретдин ҡыҙы. — Шундай аҡыллы, тырыш егет булып үҫте, оло маҡсаттар менән йәшәне. Йәшләй генә ғүмере өҙөлөүе бик йәл...
Ҡустыһы Илдус Ғәйнуллин Юлай ағаһының бөтә туғандарын хәстәрләп тороуын, барыһы өсөн дә изге күңелле, ярҙамсыл һәм өлгө булыуын әйтте.
 — Беҙҙең ауылға ла афәт килде. Алсаҡ, яҡшы егетте һуңғы юлға оҙатабыҙ, — тине ауылдаштары исеменән һүҙ әйткән Рита Сурагилдина. — Батырҙың яҡты исемен гел яҡшы яҡтан иҫкә алырбыҙ, онотмаҫбыҙ.
Ватаны өсөн башын һалған Юлай Ғәйнуллин хаҡында мәңге иҫтәлек итеп Рәсәй байрағы уның апайына тапшырылды.
Быйыл апрелдә Юлайға 30 йәш тулған. Ошо уҡ айҙа ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған ул. Тик ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә өлгөрмәгән йәш егеттең ғүмере иртә өҙөлөүе бик ҡыҙғаныс. Батыр яҡташыбыҙҙың исеме гел беҙҙең иҫтә булыр.

*     *     *
Красная Башкирия халҡы ла контракт хеҙмәте рядовойы Илдар Вадим улы Хәкимов менән хушлашты. Ул Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тыуған. Туғыҙынсы кластан һуң медицина колледжында уҡый. Ғаилә ҡороп, ҡатыны Анна Николаевна менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Ун йыл Санкт-Петербургта йәшәйҙәр. 2021 йылда Хәкимовтар Красная Башкирияға күсеп килә, ғаилә башлығы Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Быйыл үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға медбрат булып юлланған Илдарҙың ғүмере өҙөлдө. Ысын ир-егет, иленең патриоты ине ул. 
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа район етәкселеге, ауылдаштары һәм туғандары ҡатнашты. 
— Ҡыҙғанысҡа, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, бөгөн беҙ ике яҡташыбыҙ менән хушлашабыҙ. Улар ил именлеге өсөн үҙҙәрен аяманы, батырлыҡтары ил тари-хына яҙыласаҡ, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов. — Илдар Вадим улының балаларына мөрәжәғәт иткем килә, һеҙ Герой улы һәм ҡыҙы икәнлеген онотмағыҙ, был исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ. Хәкимовтар ғаиләһе беҙҙең иғтибар аҫтында булыр, ярҙам итербеҙ.
Хушлашыу митингыһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин сығыш яһаны.
— Республика Башлығы һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән яугирҙең ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Хәлил Юлай улы. — Батырҙың исеме мотлаҡ мәңгеләштерелер, уның хаҡында хәтер мәңге йәшәр. Ғаиләһенә дәүләт тарафынан тейешле бөтә ярҙам күрһәтеләсәк.
Хәрби часть вәкиле Айнур Ермаков, Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зәбир Кәримов батыр яугир Илдар Хәкимов хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.
Илдарҙың бер туған ағаһы Зариф Хәкимов ҡустыһының бар яҡтан ыңғай, яҡшы кеше булыуын һөйләп,  һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатыусыларҙың барыһына ла рәхмәт еткерҙе. 
Ҡаһармандарса ғүмере өҙөл-гән Илдар Хәкимов тураһында иҫтәлек итеп Рәсәй Федерацияһы байрағы уның ҡатыны Анна Николаевнаға тапшырылды. Ғаиләһенең һәм туғандарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас