Төрлөһөнән
2 Декабрь 2024, 07:16

Ил онотмаҫ һеҙҙе, батырҙар!

Уҙған йәкшәмбе район өсөн ҡайғылы көн булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Был көндө әбйәлилдәр махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Ҡырҙас уҙаманы Әлфир Лоҡманов һәм Таҡһырҙан яугир Руслан Ҡаһарманов менән хушлашты.

Уҙған йәкшәмбе район өсөн ҡайғылы көн булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Был көндө әбйәлилдәр махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Ҡырҙас уҙаманы Әлфир Лоҡманов һәм Таҡһырҙан яугир Руслан Ҡаһарманов менән хушлашты. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары, дуҫтары, класташтары, локаль һуғыш ветерандары һуңғы юлға оҙатышты.

Ҡырҙас
Ил батырын һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм сараһын асып, район хәрби комиссары Максим Гребенщиков яҡташыбыҙҙың биографияһы менән таныштырып үтте. Максим Валентинович батырҙарса һәләк булған яугир Әлфир Лоҡмановтың үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителеүен әйтте.
Лоҡманов Әлфир Әнүәр  улы  1980 йылдың 20 авгусында Ҡырҙас ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, автомобилдәрҙе йүнәтеү буйынса слесарь, водитель һөнәрҙәрен үҙләштергән. Хеҙмәт юлын «Амангилде» совхозында водитель булып башлаған, 1-се һанлы Асҡар мәктәбендә водитель-инструктор, район мәғариф бүлегендә водитель булып хеҙмәт юлы үткән. Өйләнгән, ике улға атай.
Уҙған йылдың 27 июлендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана, унда наводчик булараҡ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Хәрби антына тоғро булған яҡташыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 29 июлендә, яу яланында һәләк була.   
— Махсус хәрби операция барған ауыр осорҙа йәшәйбеҙ. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ ҡулдарына ҡорал алып, неонацизмға, неофашизмға ҡаршы  ил һағына баҫтылар. Тик шуныһы үкенесле, яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн яуҙа батырҙар һәләк була. Бына Әлфир ҙә тыуған ауылына һуғыш ҡорбаны булып ҡайтты, — тине район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров үҙенең сығышында. — Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен  мәңгеләштереүгә бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бәхил бул, Әлфир! 
БР Дәүләт Йыйылыш — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡоролтай депутаттары исеменән яугирҙең атаһы менән әсәһенең, туғандарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
 — Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн батыр йөрәкле Ватан улдары махсус операцияға юлланды. Тик һуғыштың ҡорбанһыҙ булмауы үкенесле. Киләсәгебеҙҙе яҡлап, бына тигән егттәребеҙ һәләк була. Патриот рухлы, батыр ул үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа башымды эйәм Әнүәр ағай, Гөлсинә апай. Хоҙай һеҙгә, яҡындарығыҙға түҙемлек бирһен. Әлфир, тыныс йоҡла!
— Әлфир мәктәптә ун йыл уҡыны, ул тәртипле, тыйнаҡ, тыңлаусан уҡыусы булды. Махсус операцияға китер алдынан күрешкәндә, мотлаҡ әйләнеп ҡайтырға һүҙ биргәйне... Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ, уҡыусыбыҙҙың даны ғына ҡайтты, — тине мәктәп коллективы исеменән һүҙ алған Мансур Ильясов. — Иңегеҙгә төшкән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, уны күтәреү өсөн сабырлыҡ теләйем һеҙгә, Гөлсинә Мәүлит ҡыҙы, Әнүәр Сәрүәр улы. 
Әлфирҙең класташтары исеменән Гөлнара Ҡолдәүләтова һөйләне.
 — Ун йыл бергә уҡыныҡ Әлфир менән. Ул бик ипле, аҡыллы, баҫалҡы малай булды. Рус теленән шәп уҡыны, уҡытыусыбыҙ Мәүҙиға Нәбиевна һәр дәресендә маҡтап ҡына тора торғайны, — тине ул. — Әлфир менән 25 июлдә телефон аша һөйләштек. «Тыуған ил һағына үҙ теләгең менән баҫып, күптәр өсөн өлгө күрһәттең, һинең менән ғорурланабыҙ, Әлфир», тигәйнем. Тик табутта ҡайтыуың үкенесле. Йәнең йәннәттә булһын, класташ!
— Ир-егеттәргә тейешле бурысын үтәп китте Әлфир яҡты донъяларҙан: бына тигән улдары бар, йорт һалды, Тыуған ил алдындағы изге бурысын да намыҫ менән үтәне, — тип өҫтәне Зөлфиә Ильясова. — Ата-әсәһенә, яҡындарына, ғаиләһенә Хоҙай ныҡлыҡ бирһен был ҡайғыларҙы күтәрергә.
— Тыйнаҡ, тырыш биш балалы ғаиләлә яратҡан бала булды  Әлфир. Миңә уның менән ун йыл тирәһе бергә эшләргә яҙҙы. Ярҙамсыл, йыуаш, шул уҡ мәлдә бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән ҡустыны   коллективта ла хөрмәт иттеләр. Һәр кемдең күңелендә Әлфир тураһында иҫтәлектәр оҙаҡ һаҡланыр, — тине туғандары исеменән һөйләгән Вәлит Зәйнуллин. 
— Асҡар мәктәбендә бергә эшләгән ваҡытта Әлфир үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Ватан алдындағы изге бурысыңды намыҫ менән үтәгән яугир булараҡ та мәңгелеккә иҫтә ҡалырһың, Әлфир, — тине Рита Харисова. — Беҙ ҡаһарман яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, улар менән бергә хәсрәт утында янабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр! Күккә олғашҡан рухың тыныс булһын! 
Рәсәй флагы Әлфир Лоҡмановтың ата-әсәһенә мәңгелек һаҡлауға тапшырылғандан һуң, батырҙы Ҡырҙас ауылы зыяратына оҙаттылар.
  
Таҡһыр
Яу бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ Руслан Ҡаһарманов 1974 йылдың 4 октябрендә Таҡһыр ауылында донъяға килгән. Гусев мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң, Белорет ҡалаһында ДОСААФ-та уҡып, водитель һөнәрен үҙләштерә.
1992 йылда ил алдындағы изге бурысын үтәргә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына юллана. Әрменән ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһы ойошмаларының береһенә эшкә урынлаша. Өйләнеп, ауылда төпләнгәс, тыуған хужалығында ла эшләй.
Ошо йылдың 24 майында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Руслан Ҡаһарманов махсус хәрби операцияға китә. Уҡсы булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың ғүмере 20 августа яу яланында өҙөлә. 
 — Илебеҙҙең киләсәгенә ҡурҡыныс янай, шуға ла Ватан бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш дауам итә. Рәсәйҙең меңәрләгән һалдаты иҫәбендә беҙҙең яҡташтар ҙа ил һағына баҫты. Тик яу яланында егеттәр-ҙең һәләк булыуы  йәнде әсетә, — тине матәм сараһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Йәнбикә апай, Рита, Русландың яҡындары, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, Хоҙай һеҙгә түҙемлек бирһен. Руслан Рамаҙан улының иҫтәлеген мәңгеләштерергә,  һеҙгә бар хәлебеҙсә терәк-таяныс булырға һүҙ бирәбеҙ. Тыныс йоҡла, Руслан! Һин беҙҙең өсөн үрнәк, ысын батыр. 
— Батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн дә бик ҡайғылы сара һәм бөтәһе өсөн дә оло юғалтыу. Көслө, рухлы ир-егет, ысын патриот булараҡ, илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта ситтә ятып ҡала алманы. Беҙ уны аңлайбыҙ һәм бар йөрәктән уның был батырҙарға ғына хас аҙымын хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн башын һалған яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы онотолмаҫ, — тине республика Хөкүмәте исеменән сығыш яһаған Йәлил Зәйтүнов.
 — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Батыр йөрәкле ауылдашығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын өсөн Руслан ғүмерен  аяманы. Бындай егеттәр илебеҙ, милләтебеҙ ғорурлығы. Хөрмәтле ил һаҡсыһы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Ауыр тупрағың еңел булһын, яугир! — тине «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының район бүлексәһе координаторы Гөлназ Вәлиева һалдаттың әсәһе Йәнбикә апайҙың, ҡыҙы Ританың һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып.
— Биш балалы ғаиләлә үҫте Руслан. Мин апайы Миләүшә менән бергә уҡыным. Миләүшә атаһы Рамаҙан ағайҙың шиғырҙар яҙыуын һөйләй торғайны. Һуңынан Русландың да ижад итеүен ишеттек. Тик шуныһы үкенесле, улар ижад емештәрен бер ерҙә лә баҫтырманы, тик үҙҙәре өсөн генә яҙҙы. Тиҙҙән Руслан үҙенең алтын юбилейын билдәләргә тейеш ине, әммә тәҡдире шул булғандыр, бер ни хәл итеп булмай. Ярҙамсыл, хисле, тырыш Русланды ауыл халҡы онотмаҫ, уның батырлығы киләсәк быуын өсөн өлгө булып торор, —  тине ауылдаштары исеменән Рәмилә Зәйнуллина.
— «Һуғыш тиҙерәк тамамланһын!» — был һүҙҙәр һәр кемдең телендә хәҙер. Украинала  ғына түгел, бөтә ер йөҙөндә ҡан-ҡойош туҡтатылһын ине. Русландың иманы  юлдаш булһын, мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын. Әсәһенә, туғандарына, яҡындарына Аллаһы Тәғәлә күркәм сабырлыҡ бирһен. Әле яу яланында булған  һалдаттарҙың тыуған ергә имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, — тине туғандары исеменән һүҙ алған Мәүлиха Өмөтҡужина. — Хуш бул, тыныс йоҡла. Беҙ һине онотмаҫбыҙ!
Батыр яугир Таҡһыр ауылы зыяратында ерләнде.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас