Төрлөһөнән
2 Декабрь 2024, 07:41

Яҡты йондоҙ булып балҡып, ҡапыл һүнде батыр йөрәге!

Район халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ефрейтор Денис Илһамов менән бәхилләште.

Район халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ефрейтор Денис Илһамов менән бәхилләште. Батыр  менән хушлашыу матәмендә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, хакимиәт вәкилдәре, район ойошмалары етәкселәре, яугирҙең ата-әсәһе, туғандары, уҡытыусылары, яҡын дуҫтары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, «Боевое братство», «Ырыу» хәрби-патриотик спорт үҙәге ағзалары, райондаштар ҡатнашты.

Денис Илһамов 2001 йылдың 10 майында Асҡар ауылында тыуған. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа еңеүҙәргә өлгәшә. Мәктәп тормошонда бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йылғыр, шәп малайҙың дуҫ-иштәре лә күп була. Ихласлығы, һәр саҡ шат күңелле булыуы, шул уҡ ваҡытта ҡыйыулығы арҡаһында иптәштәре араһында абруй ҡаҙана. Ауырлыҡтар килгәндә беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙыусы Денисты туғандары һәм дуҫтары ихтирам итте, яратты.
Денис Илһамов 2016 йылда 1-се Асҡар урта мәктәбенең туғыҙынсы класын тамамлай. Урта һөнәри белемде Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында ала. 2020 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла, ул Алыҫ Көнсығышта артиллерия ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәтен намыҫ менән үтәп ҡайта. Әрменән һуң вахта ысулы менән һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай.
Тыуған илебеҙ хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янағанда тыныс йәшәй алмай егет. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китергә ҡарар итә һәм 2023 йылдың 8 сентябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя. 
Денис үҙенең бурысын һуңғы һулышына тиклем намыҫ менән үтәй. Биргән антына тоғро ҡала. 2024 йылдың 10 сентябрендә хәрби заданиены үтәгәндә, хеҙмәттәштәренең ғүмерен һаҡлап, батырҙарса һәләк була. Денис һәр кемдең хәтерендә бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ, шаян, дәрте ташып торған йәш егет көйөнсә һаҡланасаҡ. 
Яугирҙең ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов уртаҡлашты: 
— Денис батырҙың ата-әсәһе алдында баш эйәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡулға ҡорал алып көрәшергә мәжбүрбеҙ. Илебеҙ киләсәге өсөн һөлөк кеүек йәш егеттәрҙең ғүмерҙәре өҙөлә. Тыныс йоҡла, Денис. Һине киләсәк быуынға үрнәк итеп, күңелебеҙҙә мәңге һаҡларбыҙ, — тине Илдар Таһир улы. 
Хәлил Рәхмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Ҡоролтай депутаттары, һауа-десант ғәскәрҙәре союзы исеменән яугирҙең ата-әсәһенең, туғандарының, яҡында-рының ҡайғыһын уртаҡлашты. 
Денисты оҙатып килгән өлкән сержант Андрей Анатольевич Данчев һәләк булған хеҙмәттәше тураһында һөйләгәндә, күҙ йәштәрен тыя алманы: 
— Денис ҡыйыу, ярҙамсыл булды. Яҡшы иптәш, тоғро дуҫыбыҙ өсөн ата-әсәһенә рәхмәтлебеҙ.  Яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Денис Илһамов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителде, — тине ул.
Денистың уҡытыусылары Лира Абдрахманова һәм Ирина Вәлиева, класташтары исеменән Альберт Ғиниәтов сығыш яһаны. Улар Денистың алсаҡ, эшһөйәр, эскерһеҙ булыуын, дуҫ-иштәре менән ихлас аралашыуын, спорт яратыуын, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуын, һәр ваҡытта ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булыуын иҫкә алдылар.
— Бөгөн беҙ уҡыусыбыҙ менән хушла-шабыҙ. Бик ауыр... Һуғыш тураһында китаптарҙан ғына уҡып, илап ултырған балаларыбыҙ, үҙҙәренең дәүерендә лә ошо хәлдәрҙе кисерә... Уҡыусыларыбыҙ беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлай. Денистың гимнастерка кейеп шиғыр һөйләп торғаны бөгөн дә күҙ алдында. Ул бит хәрби булырға хыялланды, хыялың тормошҡа ашты, Денис, тик ғүмерең генә ҡыҫҡа булыуы аяныс, — тине Лира Сәлимйән ҡыҙы үкенес менән.
Туғандары исеменән Денистың атаһы Рафиҡ Әғзәп улы һәм ағаһы Венер Әхтәр улы ҡайғыларын уртаҡлашҡан райондаштарға рәхмәт белдерҙеләр, йөрәк түренән сыҡҡан уй-тойғоларын әйттеләр.
— Улыҡайым, бәләкәйҙән сос, етеҙ булып үҫтең. Выжданың ҡушыуы буйынса үҙең теләп, илебеҙҙе һаҡлап ут эсенә индең. Батыр йөрәкле улдар һирәк тыуа, мин һинең менән ғорурланам, улым! – тигән һүҙҙәр менән хушлашты яугирҙең атаһы. 
— Денис ҡустым бәләкәйҙән ҡыйыу булды. МХО башланғас ситтә ҡала алманы, яҡын дуҫтары ла алғы һыҙыҡта ине, Денис та улар янына ынтылды. Яңыраҡ ҡына ялға ҡайтып бөтәбеҙҙе күреп, хушлашып китте.  Хыялы тормошҡа ашты, ул герой булып ҡайтты. Бәхил бул, ҡустым, — тине  Венер Шаһиев.
Ата-әсәһе ғәзиз балаһын юғалтһа, Ватаныбыҙ тоғро улынан мәхрүм ҡалды. Денис Илһамов батырлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ өлгөһө булып яҡташтарҙың күңелендә мәңге йәшәйәсәк. Профессиональ яугир, ефрейтор Денис Илһамовтың ата-әсәһенең, туғандары һәм яҡында-рының күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас