Йәлил Сәғитулла улы 1983 йылдың 14 февралендә Ғәбдин ауылында донъяға килә. Байым мәктәбендә белем ала. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, водитель-механик һөнәрен үҙләштерә.
1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафына хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәт үтеү осоронда үҙен башҡарыусан, тәртипле һалдат итеп күрһәткән Йәлил Ғилметдинов әрменән старшина званиеһында ҡайта.
Хеҙмәт юлын «Яҡтыгүл» шифаханаһында водитель-механик булып башлай. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, ҡушылған бурысты һәр саҡ аҙағынаса урын-еренә еткереп үтәгән Йәлил Сәғитулла улы коллективта тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә, уны барыһы ла ихтирам итә.
Й. С. Ғилметдинов хәстәрлекле ир, яратҡан атай булған. Ғаиләһе, туғандары уның һәр саҡ ныҡлы терәген тойған.
Махсус хәрби операция башланып, илебеҙ ауыр осор кисергәндә Й. С. Ғилметдинов, әлбиттә, ситтә тороп ҡала алмай. Ошо йылдың июлендә РФ Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй һәм Украина тарафтарына юллана. Яҡташыбыҙ уҡсы вазифаһында алғы һыҙыҡта алыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 ноябрҙә райондың хәрби комиссариатына Әбйәлил уҙаманының 10 октябрҙә ҡаты алышта һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Йәлил Ғилметдинов көсөргәнешле яуҙарҙың береһендә ғүмеренең ахырынаса биргән антына тоғро ҡалып, хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға батырҙың яҡындары, туғандары, ауылдаштары, коллегалары, дуҫтары район хакимиәте вәкилдәре, «Боевое братство» ойошмаһы вәкилдәре килде.
Матәм сараһында тәүге булып һүҙҙе район хаки-миәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов алды.
— Бөгөн Ватандың иң лайыҡлы улдарының береһе, шулай уҡ коллегабыҙ булған Йәлил Сәғитулла улы менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. Ил һағына баҫҡан Йәлил яуаплы, намыҫлы кеше ине, тәүлектең ниндәй генә ваҡытында шылтыратһаң да һәр саҡ бәйләнештә булды. Күп һөйләмәне: һүҙ бирҙе икән — үтәне. Биргән хәрби антына тоғро ҡалып, үҙенең ил алдындағы изге бурысын да намыҫлы үтәне. Киләсәктә ҡаһарман яугирҙең исеме район, ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылыр. Бөгөн алғы һыҙыҡта булған ир-егеттәрҙең батырлығы, тылдағыларҙың ярҙамы менән, һис шикһеҙ, еңеү килтерер, Аллаһ бойорһа, — тине Руслан Ғөзәйер улы. — Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!
— Республика башлығы Радий Хәбир улы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай исеменән Йәлил Сәғитулла улының ҡатыны Әлиә еңгәйҙең, балалары Азамат менән Алинаның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Башҡорттарҙа яугирлек ҡандан килә. Йәлил ағай ҙа ил саҡырғас, ҡулына ҡорал тотоп, Рәсәй киләсәге, балаларыбыҙ киләсәген яҡлаусылар рәтенә баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби операция күп ҡорбандар килтерә, Йәлил ағай ҙа шулар араһында. Әммә бөгөн алғы һыҙыҡта булған ҡаһарман яугирҙәрҙең һынмаҫ рухы, бирешмәҫ көсө еңеүгә килтереренә иманым камил, — тине үҙенең сығышында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Урал аръяғы буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин. — Еңеү яуланғас, батыр яҡташтарыбыҙҙың исеме мәңгеләштереләсәк, үҫеп килеүсе быуынды улар рухында тәрбиәләйәсәкбеҙ. Батырға мәңгелек дан!
Яугирҙең туғандары исеменән һүҙ алған Басир Зәйтүнов ҡайғыларын уртаҡлашҡан, батырҙы һуңғы юлға оҙатырға ярҙам иткән, район хакимиәте вәкилдәренә, ауылдаштарына, хәрби хеҙмәттәштәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Йәлил ярҙамсыл, аҙ һүҙле булды. Ауылда ойошторолған бөтә сараларға бағымсылыҡ итте, мәсет төҙөлөшөнә индергән ярҙамы ла тос. Мәктәптең хоккей командаһына эпикировка алып бирҙе, ҡыҫҡаһы, изге эштәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Үҙенә бына тигән итеп донъя һалды. Киләсәктә башҡараһы эштәре күп, пландары ҙур ине... Әммә ҡәһәрле һуғыш ғүмерен иртә өҙҙө, — тине Басир Шайморат улы. — Әлиә килен, Азамат, Алина, беҙ, һеҙгә, һәр саҡ терәк булырбыҙ. Йәлил туғандың ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин яугирҙең яҡындарына сабырлыҡ теләне һәм нацизмға ҡаршы барған һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, ут эсендә булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә, яҡындарына имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды.
Яугирҙең иҫтәлеге итеп Рәсәй флагы ҡатыны Әлиә Сарим ҡыҙына тапшырылды.
Тыуып-үҫкән еренә ғүмере буйына тоғро ҡалған уҙаман Йәлил Сәғитулла улы Ғәбдин ауылы зыяратын һуңғы төйәк итте.
Яугирҙең ҡатынының, балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.