Төрлөһөнән
4 Декабрь 2024, 06:15

Рәхмәт һиңә, яугир!

Беҙҙең тыныслыҡ өсөн башын һалған тағы бер яҡташыбыҙ тыуған еренә мәңгелек йортона ҡайтты. Первомай халҡы бөркөт кеүек улы Артур Кәрим улы Абдуллин менән бәхилләште. Уға 36 йәш ине.

Типһә тимер өҙөрҙәй егеттәрҙе ер ҡуйынына һалыуы әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыйын, ауыр хәл. Ни хәл итмәк кәрәк — һуғыш ҡорбандарһыҙ булмай. Аҫыл ир-егеттәребеҙ неонацизмға ҡаршы көрәш алып барылған МХО-ла ҡанын түккәндә Артур Абдуллин тыныс ҡына бында — тылда ятып түҙә алмай. Былтырғы йылдың декабрь  айында, бөтә эштәрен ҡалдырып, ул да махсус хәрби операцияға юллана. Контракт яҙғанында үҙ ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуйыуын һис шикһеҙ аңлап эш иткәндер Артур. Ләкин ата-бабаларҙан күскән ҡаһарманлыҡ рухы ҡыйыу аҙымынан кире сигергә бирмәгәндер, тип фаразларға ҡала.
Артур 1988 йылдың 19 ғинуарында Йәнгелдә тыуа. Йәнгел урта мәктәбен тамамлай. 11-се кластан һуң 93-сө һөнәрселек училищеһында автомеханикка уҡып сыға. Төрлө ойошмаларҙа вахта ысулы менән хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ихтирам яулай, алтын ҡуллы егеттең белмәгән эше булмай. 
Махсус хәрби операция биләмәһендә лә ул баҙап ҡалмай, биргән хәрби антына тоғролоҡ һаҡлап, ҡаты бәрелештәргә инә, командование ҡушҡан заданиеларҙы намыҫлы үтәй, батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Тик ағымдағы йылдың 23 мартындағы ҡанҡойошло алыш уның өсөн һуңғыһы була...
28 ноябрҙә район хәрби комиссариаты яҙҙан бирле бәйләнеш өҙөлгән Артур Абдуллин тураһында хәбәр алды. Үкенескә күрә, ул яугирҙең һәләк булыуы хаҡында ине.
Первомай ауылы клубы алдында үткән матәм митингыһына бик күп  халыҡ йыйылды.  Именлек һалдаты менән бәхилләшергә ауылдаштары, күрше тирә ауылдарҙа йәшәүселәр, ауыл биләмәһе, район хакимиәте, хәрби комиссариат, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, «Боевое братство» ойошмаһы вәкилдәре килде. 
Район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов район хакимиәте һәм бөтә Әбйәлил халҡы исеменән яугирҙең атаһы Кәрим Фәрит улының, ҡустыһы Артемдың, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
— Дәүләтебеҙ өсөн иң ҡатмарлы осорҙа Артур ҙа уның мәнфәғәтен яҡлап неонацизмға ҡаршы көрәшкә баҫты. Үкенескә күрә, МХО-ла күп яугирҙәребеҙҙе юғалттыҡ. Шуларҙың береһе Первомай егете Артур Абдуллин да Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалды. Беҙ уларҙы бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ, тыныслыҡ һалдаттарының исемдәре район, ил тарихында яҙып ҡалынасаҡ. Улар өсөн һәр саҡ доғала булайыҡ, алғы һыҙыҡта көрәшкәндәрҙең именлеге өсөн, тиҙерәк еңеү яуланһын өсөн доғалар ҡылайыҡ. Ә еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Мәңгелек дан һиңә, герой! — тине Руслан Ғөзәйер улы.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы координаторы Д. Ҡ. Ғәлиуллина ҡуш йөрәкле илһөйәр ул үҫтергән ата-әсәгә рәхмәт белдерҙе. 
А. Абдуллиндың класс етәксеһе Н. С. Комарова бер ҡасан да уҡыусыларыма сәскә һалырмын тип уйламаған инем, тип  тәрән үкенес белдерҙе. Нина Семеновна Артурҙы шаян, изге күңелле, тәртипле, ярҙамсыл,  егет булды, спортта ал бирмәне, класс намыҫын яҡлап ярыштарҙа ҡатнашты, тип иҫкә алды. 
Дуҫтары Рөстәм Ҡыуатов менән Рәмил Мәхмүтов: «Артур дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән, тоғро, ғәҙел, асыҡ йөҙлө, киң күңелле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән яҡшы егет булды, беҙҙең тыныс киләсәк өсөн ғүмерен бирҙе, барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, дуҫ!» — тип бәхилләште.
Матәм митингыһында һүҙ алыусылар, бәхилләшеүселәр, мәрхүмдең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашыусылар күп булды.
Яугирҙең атаһы Кәрим Абдуллинға батыр улының иҫтәлеге итеп Рәсәй флагы тапшырылды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА. 

Читайте нас