Төрлөһөнән
6 Декабрь 2024, 04:14

Үҙ халҡымдың тоғро улымын

Район халҡы Украина биләмәһендә барған ҡораллы низағтарҙа батырҙарса һәләк булған гвардия рядовойы Гусев ауылы егете Даян Салауат улы Әхмәтғәлин менән хушлашты.

Мәрхүмдең яҡындары, класташтары, дуҫтары һәм ауылдаштары һалдаттың табутына ҡыҙыл раузалар һалғандан һуң, матәм сараһы башланды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм сабырлыҡ теләне:
— Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатмарлы, болғауыр заманда йәшәйбеҙ. Шундай ваҡытта ил именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылған һәм нацизмды тар-мар итеүгә битараф булмаған ҡыйыу башҡорт егете менән хушлашабыҙ. Нацизмға ҡаршы көрәшеүҙә Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡлағаны өсөн баш эйәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Даян Салауат улының ҡаһарманлығы киләсәк быуынға еткерелер, уның исеме мәңгеләштереләсәк. Геройға мәңгелек дан! — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Туғандары исеменән сығыш яһаған Хәдилә Әхмәтйәнова яҡынының тыныс холоҡло, тәртипле, көләс йөҙлө булыуын, мәктәптә яҡшы уҡыуын билдәләне. 
— Даян менән бәләкәй саҡтан бергә үҫтек, Магнитогорск ҡалаһында бер уҡыу йортонда уҡыныҡ. Күрше төбәктә ҡораллы сыуалыштар барышынан ситтә ҡала алманы, күрәһең, йөрәге шулай ҡушҡандыр. Яҡшы егет ине. Ата-әсәһенә түҙемлек теләйем, — тине дуҫтары исеменән Ирек Солтанов.
Яугирҙең ғүмеренең күп өлөшө Магнитогорск ҡалаһында үтә. Эшләгән ерендә лә, иптәштәре араһында ла абруй ҡаҙанған мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға Магнитогорск ҡалаһынан бер төркөм дуҫтары килде. «Ниндәй генә ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәң дә, бер ҡасан да «юҡ» тимәне. Изге күңелле кеше булды, гел күтәренке кәйефтә йөрөнө», — тип хәтергә алды Даян Салауат улын Рөстәм Булигенов.
Д. Әхмәтғәлин Таҡһыр ауылында Хәснә һәм Салауат Әхмәтғәлиндарҙың ғаиләһендә 1982 йылда икенсе бала булып донъяға килгән. Ғаилә Гусев ауылына күсеү сәбәпле, Даян урындағы урта мәктәпте тамамлай. Мәктәп йылдарында үҙен тырыш һәм бөхтә уҡыусы итеп күрһәтә. Артабан Магнитогорск ҡалаһының индустриаль колледжында программист һөнәрен үҙләштерә. Һуңы-нан Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт итә, вахта ысулы менән дә эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, яуаплылығы һәм эште урын еренә еткереп башҡарыуы менән яҡшы хеҙмәткәр иҫәбендә була. 
2023 йылдың 28 авгусында үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, яу яланына юллана. Яугир 30-сы айырым гвардия мотоуҡсылар батальонында (штурмсылар) уҡсы булып хеҙмәт итә. Даян Салауат улы үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә, яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2024 йылдың 22 июнендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығынан «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. 
«Осҡон» гәзите хеҙмәткәре Гөлсинә Солтанова Даян Салауат улының батырлығы хаҡында ишеткәс, уның менән бәйләнешкә сығып, яугир тураһында мәҡәлә әҙерләй ине, ләкин яугирҙең бәйләнештән юғалыуы сәбәпле, мәҡәлә гәзит биттәрендә донъя күреп өлгөрмәне. Бына нимәләр һөйләп өлгөргән «Ахмет» позывнойлы мәрхүм яугир.
— Теләгем әрмегә хеҙмәт итергә барыу ине, әммә һаулығым торошо арҡаһында алманылар. Ныҡ борсолдом. Ә махсус хәрби операция башланғас, ирекмәндәрҙе саҡырыу тураһында иғлан иттеләр, был минең мөмкинлегем икәнен аңланым. Геройҙар булып тыумайҙар, геройҙар булып китәләр, тип хәрби хеҙмәт юлына үҙ теләгем менән баҫтым, — тип бәйән иткән әле иҫән-һау сағында.
Һуғыштың бик ҡурҡыныс булыуын, бигерәк тә тәүге алыштарҙың ауыр булыуын һөйләй. «Ҡулдар шул тиклем ҡалтырап торҙо, хатта башта атып та булманы. Бер аҙҙан күнегеп, үҙ-үҙемдә ышаныс барлыҡҡа килде. Һалдат булып килгәнһең икән, һәр бер ерҙә ҡыйыулыҡ күрһәтергә, батырлыҡ менән үрнәк булып торорға, ҡулға ҡорал тотоп, үҙеңдең хәрби бурыстарыңды намыҫ менән үтәргә кәрәклеген аңланым. Мин үҙ халҡымдың тоғро улымын һәм тыуған төйәктең ысын патриоты. Шуға ла махсус хәрби операциянан ситтә ҡала алманым». 
Ҡыҙғанысҡа күрә, 17 ноябрҙә район хәрби комиссариатына Даян Салауат улының 30 октябрҙә Авдеевка йүнәле-шендә барған ҡаты алышта алған яраларынан һуң мандый алмай һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Һалдаттың әсәһе Хәснә Таштимер ҡыҙына Рәсәй Федерацияһы байрағы тапшырылғандан һуң, мәрхүмде Таҡһыр ауылы зыяратына һуңғы юлға оҙаттылар.
Мәрхүмдең атаһы Салауат Хәмит улының, әсәһе Хәснә Таштимер ҡыҙының, ике улының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 
Йәнең йәннәттә булһын, яугир. Һинең исемең беҙҙең йөрәктә мәңге ҡаласаҡ!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас