Наил Ғарипов 1990 йылда Покровка ауылында тыуған. Һамар мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергән. Диплом алғас, ил алдындағы хәрби бурысын үтәргә китә. Наил армияла минометсы булып хеҙмәт иткән. Тыуған яғына ҡайтҡас, төрлө ойошмаларҙа эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, илһөйәр һәм ҡыйыу егет ситтә ҡала алмай. Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫып, иптәштәре араһында тиҙ абруй ҡаҙанған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ Наил Рафиҡ улы Донецк Халыҡ Республикаһының Авдеевка ауылы янында барған алышта ҡаты яраланыуы арҡаһында һәләк булды. Уға 34 йәш кенә ине…
— Район етәкселеге һәм Әбйәлил халҡы исеменән Наилдың ғаиләһенең сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Покровка ауылында йәшәүселәр минең өсөн яҡын кешеләр, яҡташтар, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов. — Наил ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта ситтә ҡалманы һәм хәрби антына тоғро ҡалып, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн башын һалды, уның исемен онотмаҫбыҙ. Батырға мәңгелек дан!
Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зәбир Кәримов яугирҙең әсәһе Әнисә Хажиғәли ҡыҙының, бер туған апайы Розалия Рафиҡ ҡыҙының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Наил иптәштәре өсөн яҡшы дуҫ, ауылдаштары өсөн ярҙамсыл, алсаҡ булды. «Әлфиә апай, борсолмағыҙ, мин һеҙҙе яҡларға-һаҡларға китәм, ауылым тыныс йәшәһен», тине Наил МХО-ға китер алдынан. Хушлашҡанда һуңғы һүҙҙәре ошо булды. Һәм, ысынлап та, һүҙҙәренә тоғро ҡалып, ил именлеге өсөн ғүмерен бирҙе, — тине ауылдаштары исеменән һүҙ тотҡан Әлфиә Михайлова. — Шәп егетте юғалттыҡ, йәшләй китеүе бигерәк йәл.
— Беҙ Наил менән бала саҡтан бергә үҫтек, мәктәптә лә, училищела ла бергә уҡыныҡ. Гел йылмайып йөрөнө, хәтерҙә лә шулай ҡаласаҡ, — тине дуҫы, класташы Радмир Шакиров.
Наилдың апайы Розалия Зәйнуллина ҡустыһын һуңғы юлға оҙатырға килеү-селәргә рәхмәт белдерҙе.
— Район хакимиәтенә, Покровка ауылы халҡына ҡустымды ерләшеүҙә, ошо ауыр минуттарҙа терәк-таяныс булғандары, ярҙамдары өсөн әсәйемдән һәм үҙемдән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, — тине Розалия Рафиҡ ҡыҙы күҙ йәштәре аша. — Шаян, изге күңелле Наил менән бик татыу үҫтек, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торҙоҡ. Ҡустым бик ярҙамсыл, ихлас күңелле ине, бер ҡасан да юҡ тип әйтә белмәне, гел яҡындарын хәстәрләне. Күңелгә шул тиклем ҡыйын...
«Боевое братство» ойошмаһы рәйесе Рузил Низаметдинов ҡаһарман яугирҙең әсәһе Әнисә Хажиғәли ҡыҙына Рәсәй байрағын мәңгелек һаҡлауға тапшырҙы.
Яугир тыуған ауылы зыяратын һуңғы төйәге итте. Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән райондашыбыҙҙың яҡты исеме онотолмаҫ. Урының ожмахта булһын, батыр!
Динара САФИУЛЛИНА.